Һәр бер шиғыр юлы йә йырлай, йә бейей...23.06.2017
Һәр бер шиғыр юлы  йә йырлай, йә бейей...Ғ. Сәләм һәм Һ. Дәүләтшина исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Әсхәл Әхмәт-Хужаның ижады башҡорт һүҙ сәнғәтендә айырым урын биләп тора. Үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләгән арҙаҡлы шағирҙың ижады ҙур иғтибарға лайыҡ.
XX быуаттың 70-се йылдарында әҙәбиәт һуҡмағына аяҡ баҫып, әлегә тиклем арымай-талмай ижад иткән әҙип 1968 йылда “Һыбай сыҡтым” тигән шиғри йыйынтығы менән башҡорт әҙәбиәтендә өр-яңы, йәштәрсә һүҙ әйтеүгә өлгәшкәйне. Был яңы тауышты байтаҡ ғалим, ҡәләм­дәштәре хуплап ҡаршыланы. К. Әхмәтйәнов, Ә. Хәкимов, Р. Әмиров кеүек ғалимдарҙың төплө мәҡәләләре йәш шағирҙы ҡанатландырып ҡына ҡалманы, ижади ҡараштарын артабан киңәйтергә, һүҙ сәнғәтенең алыҫ өлгөләренә дөрөҫ юлдарҙы күрергә мөмкинлек бирҙе. Ғөмүмән, әҙип өсөн замандаш һүҙе, уҡыусы теләге һәр саҡ мөһим. Был йәһәттән Әсхәл Әхмәт-Хужа бәхетле. Башҡор­тостандың халыҡ шағирҙары М. Кәрим менән А. Филиппов, халыҡ яҙыусылары Ғ. Хөсәйенов, С. Поварисов, шағирҙар К. Кинйә­булатова, М. Ғәли, Ғ. Рамаҙанов, Р. Шәкүр, Р. Сафин, шулай уҡ сыуаш шағиры Ю. Семендер, татар шағиры Зөлфәт һәм башҡаларҙың мәҡәләләре шағир ижадын юғары баһаланы. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла күптән яҙылған. Әсхәл Әхмәт-Хужа иһә әле лә әүҙем ижад итә.
Башҡорт шиғриәтенең милли йөҙөн билдәләрлек төп үҙенсәлек – романтизм. Ғаләмгә ҡарашы, тәбиғәт менән илаһи мөнәсәбәт һәм шәхси башланғыстың юғары кимәле генә лирик геройҙы романтик рухлы итәлер ул. Әсхәл Әхмәт-Хужаның да фекер динамикаһына, ҡатмарлы парадоксаль күренештәрҙе үҙенсәлек­ле образдарҙа биреүенә һәм уйҙарҙың һайыҡмай, тәрәнәйә генә барыуына һоҡланаһың.
Автор типологик поэтик образдарҙы фәлсәфәүи яҡтан дөйөмләштереү ҡеүәһенә эйә.
Бишек аҫҡан тыуған өйөм – юлым башы,
Тупһам ташы – бар ғаләмгә нигеҙ ташы! – тип әйтә икән, бында эпик фекерҙең кимәле лә, сиктәре лә һоҡландыра ғына. Ситтәгенә ҡарап ҡыҙыҡһыныу түгел, ә үҙеңдекен символ юғарылығына күтәреү маҡтауға лайыҡ. Ошондай гражданлыҡ лирикаһын уҡып үҫкән бала үҙ ерендә үҙен хужа, дөрөҫөрәге, төп хужа итеп тойор. Әле беҙгә тап ошо тойғолар етешмәй ҙә шикелле.
...Затлы дуға-йәйғор ятты!
Эх!
Егеп тә ошо дуғаға
Сапсып торған хыял-атты,
Сабырға ла сабырға ине,
Нурға күмеп тирә-яҡты!

Ләкин романтик күңел күктәргә олғашһа ла, аҙымдары ерҙе тоя.
Үрҙә – ҡояш,
Ерҙә – тормош,
Йәшәү – бәхет, йән тетрәткес...
Аҡһаҡалдың һәр бер һүҙе –
Йәш егеткә бөйөк дәрес!

Башҡорт шиғриәтендә заман менән бәхәскә кереү, дәүергә тура бағыу күп шағирҙарҙың ижадында осрай. Ләкин һәр береһенең үҙ ҡарашы, дәғүәһе поэтик образдарҙа ярылып ята. Әсхәл Әхмәт-Хужаның да шиғриәтендә был тематика бер ҡалыпҡа һалынмаған.
Бөгөн бына заман һандалына
Йөрәгемде һалам баҙлатып! — тип өндәшкән лирик геройҙың кисерештәре үтә ярһыу, юғары тиҙлеккә көйләнгән. Ғаләмдең мәңгелеген аңлаһа ла, ғүмерҙең фанилығы уның өсөн хәсрәт тоҡсайы түгел. Шуға ла:
Замандың толпары бик етеҙ,
Йылдарҙы ул үтә көндән тиҙ...
...Йөрәгем!
Ярһы!
Өн!
Сәс осҡон –
Уй-хистән бөркөлөп нур осһон!
– тип сәмләнә генә. Был шиғри юлдарҙа йәшлек дәрте, моңо дәүер йырына ҡушылып, ҡабатланмаҫ симфония барлыҡҡа килтерә.
Ваҡыт та бит һөҙөлөп минән үтә...
Күҙ ташлаһам ғүмерем йәшмәһенә.

Шағир “ваҡыт йылымы”нан алтын балыҡтарын һанай. Саф ынйыларҙы хәтер сылбырына теҙеп, һығымта яһай. Улар йәшәлгән көндәрҙең һаны түгел, эшләнгән изгелек, ижад һулышы менән үлсәнә, тип фекер йөрөтә шағир.
Автор үҙ булмышын тәбиғәттең бер өлөшөндә, ҡабатланмаҫ бер мәлендә күрә. Шуға ла шиғриәтендә тау образы айырым урынды биләй. “Мин тауҙарҙа үҫтем” тигән шиғырҙа лирик геройҙың фәлсәфәһе ярылып ята. Бейеклек һәр саҡ юғарылыҡты ғына тиң күрә:
Түбәндән, юҡ, ҡарап белеп булмай
Бейек рухта ниҙәр күкрәүен, — тип уйҙарын һүтә “Бейек тауҙың” шиғырында. Шулай уҡ шағир түбәнлекте лә яҡшы тойомлай, образлы итеп тасуирлай. “Упҡын” шиғырында хәтәр күренеш күҙ алдына баҫа:
Көтә упҡын –
Үҙ күңелең,
Меҫкенлегең бушлығы,
Ул бушлыҡтан ялтанырға,
Юҡ, етмәҫ тырышлығың!

Тәбиғәттәге упҡын менән күңел упҡыны. Шәп йәнәшәлек йән әрнеткес уйҙарға сумдыра. Сөнки, заманға ғына һылтанып, күпме замандашыбыҙ, милләттәшебеҙ упҡынға тәгәрәй бара. Ҡотолоу сараһын, афәтте туҡтатыу ғәмәлдәрен табыуы ауыр. Шуға ла шағирҙың йөрәге һыҡрай, ул үҙ-үҙенә урын таба алмай. Шуға ла шиғриәтенә тарихи үткәндәр, ата-бабаларҙың йәшәйеше аң ағымы булып килеп инә.
“Буй балаҫтар көлөп тора” шиғыры тап ошо юҫыҡта. Ләкин, тарих шаңдауын ишетеп, лирик герой һағыштарға суммай, ә халҡыбыҙҙың данлы үткәнен барлай. Күҙҙең яуын алырлыҡ башҡорт балаҫтары матди байлыҡ ҡына түгел, ә халҡыбыҙҙың юғары зауығын да күрһәтә. Шуға ла автор шиғырҙы юғары пафоста:
Был тиңһеҙ боронғолоҡто,
Гүзәллеккә тоғролоҡто –
Нәҡ оран-яңрау –
Бүләк иткән,
Мираҫ иткән
Мәңге-мәңгегә
Милләтебеҙгә
Урал батыр,
Һомай матур,
Илаһи инәбеҙ Ҡояш,
Күктәр һәм ҡоштар батшаһы
Бабабыҙ Самрау,
— тип тамамлай.
Артабан гражданлыҡ лирикаһы “Изге төйәк”, “Тере тамсы” шиғырҙарында тағы ла тәрәнәйә төшә. Тәүгеһендә лирик герой тарих төпкөлөнә, Арҡайым ҡаласығына сәфәр ҡылып, бихисап һорауҙарына яуап эҙләй. Шиғырҙың төҙөлөшө лә иҫке төрки шиғриәтенә яҡын: ун икешәр ижекле бәйеттәр йәнәш рифмаға ҡоролған. Ауаз булып яңғыраған юлдарҙа уйланырға урын бар:
Тик рух ҡала тауҙарҙа һәм далаларҙа!
Тик тел ҡала яңы тыуған балаларҙа!
Башҡорт заты, шөкөр,
тотош бөлмәне ул,
Башҡорт теле, шөкөр, иҫән –
үлмәне ул,
Дәрт-сәмегеҙ ҡабаттан
балҡып осҡонда
Тупланығыҙ берегеп Башҡортостанда!

“Тере тамсы” шиғырында бай һүрәтләү саралары поэтик фекерҙе ҡоласлы итә, фәлсәфәгә тиңләй. Автор литота менән гиперболаны бик йәтеш ҡуллана. Башҡортто ул “тере тамсы” тип атай ҙа:
Башҡорт – минең өсөн – ай-ҡояштан,
Йондоҙҙарҙан, асмандарҙан ҙур ул,
— тип үҙ ҡарашын раҫлай. Башҡортто ер, тел, ҡабатланмаҫ моң башҡорт иткән. Тап ошо тәғлимәттәр тирәләй ойоша ла шиғыр. Автор ғәҙәттәге унар ижекле йәнәш рифмаға ҡоролған ҡушарлы строфа аша поэтик фекерҙең динамикаһына өлгәшә:
Тамсы – кескәй генә (яҡшы беләм),
Тамсыла мәгәр сағыла ғаләм:
Башҡорт булып һәр саҡ йырлап көлһәм,
Башҡорт булып һөйһәм һәм һөйөлһәм
(Ялбарамын һинән, Хаҡ Тәғәләм!),
Мин бит ерҙә иң бәхетле әҙәм.

Ошо тематика Әсхәл Әхмәт-Хужаның байтаҡ шиғырында үҫтерелә. Бигерәк тә “Әсәм теле” тигәне иғтибарға лайыҡ. Эпик ҡоласлы шиғырҙың эпиграфы итеп данлыҡлы эпостар телгә алына. Башҡорт теленең моңло һәр өнө, ҡабатланмаҫ һүҙ байлығы, мәҡәл-әйтемдәре – барыһы ла шағир өсөн бөйөк батшалыҡ. Ә батшалыҡтың һәр хазинаһы мең төрлө төҫтә балҡый, тәбиғилеге һәм илаһи моңо менән быуаттар буйы күптәрҙе әсир итә. Ҡобайырымы, халыҡ йырымы, әкиәт-риүәйәтеме, мәҡәл-әйтемдәреме – барыһы ла гәрәбәнең алтын бөртөгөнә бәрәбәр. Шиғыр юлдарындағы ошондай фекер үҫешен бер тынала уҡып алаһың да уның тап шулай булыуына тағы ла ҡыуаныс кисерәһең. Ә шағир ҡайһылай матур, поэтик образдар аша тулайым фекерҙе сағылдыра:
Һыуҙан ерҙең яралғанын һөйләй,
Тәү кешегә мәҙхиәләр һөйләй,
Изгелеккә генә тик өгөтләй.
Йәки:
Әсәм теле,
Шиңмәҫ йәншишмә һин,
Һин тереһыу сарсау күңелгә,
Балаларым балалары алһын
Мираҫ итеп һине ғүмергә
, – тип теләй лирик герой. “Әсәм теле” шиғырында рефрен булып килгән
Эй туған тел.
Һиңә, телкәйем,
Яңы мең йыллыҡтар теләйем! –

тигән юлдарҙа башҡорттоң оранын да, уй-зарын да, мәңгелек һағышын да ишетергә мөмкин. Ысынлап та, тел яҙмышы халыҡ йәшәйешенә бәрәбәр. Бигерәк та башҡорт теле яҙмышында һәр осорҙа үтә аяныслы мәлдәр күп. Әле лә ал да гөл тип әйтә алмайбыҙ. Шуға ла шағир йөрәген ябай һорау түгел, тап ошо мәсьәлә ярып үтә лә.
Әсхәл Әхмәт-Хужа – лирик шағир. Уның гражданлыҡ лирикаһында тыуған ер, Әбйәлил, Урал, Ҡырҡтытау һәм башҡа бихисап поэтик образ бәллүр сыңдары менән сыңлап, үҙенә ылыҡтырып тора. Шағир атҡан һәр таңға, һайрар ҡошҡа, талғын иҫкән елгә, шишмә сылтырауына, кешеләргә ғашиҡ. Уның мөхәббәтле ҡарашында кинәйәле поэтик образ күҙҙең яуын алырлыҡ төҫкә керә, тик үҙенә генә хас моңдо хасил итә. Шуға ла һәр строфа йә йырлай, йә бейей.
“Әбйәлил йондоҙҙары” тигән шиғыры республикабыҙҙа танылыу алыу ғына түгел, Европа сәхнәләрен бер итеп сығыш яһаған “Әхирәттәр” халыҡ фольклоры ансамбле солистарына арналған. Бында дәртле көй ҙә, ихлас моң да яңғырап тора.
Шағирҙың гражданлыҡ лирикаһында Ватаныбыҙҙың аҫыл ул-ҡыҙҙары Марат Илһамов, Заһир Ғәлин, Ишмырҙа Һиҙиәтов, Мостай Кәрим, Муса Ғәли һәм башҡа шәхестәр ҙә бар. Шуныһы ҡыҙыҡ: был йүнәлештәге шиғырҙар ғәҙәти тыуған яҡтың кескенә образынан башлана ла артабан киңлеккә лә, юғарыға ла үҫә бара. Ошондай бейеклекте “Башҡортостанға гимн”, “Башҡортостан һүҙе”, “Толпарым” шиғырҙарында күрәбеҙ.
Ә. Әхмәт-Хужаның лирикаһында мөхәббәт лирикаһы сөсөләнеүҙән алыҫ, үҙенсә бер ҡая таш һымаҡ ғорур ҙа, көслө лә, сағыу ҙа образды күҙ алдына баҫтыра.
Бөгөн килеп йәнә ҡабатлайым:
Һөйөү — алмағас ул,
Шат алмағас, —
Күкрәп сәскә ата,
Гел сафлыҡтан
Ышаныстан ғына яралғас!
– тип өндәшә икән, лирик герой донъяһында мөхәббәткә урын етерлек. Шуға ла ҡайһы саҡ ирәйеп тә киткән төҫлө:
Һин – минең һыңар ҡанатым:
Мин йырлайым – һин булғанға,
Мин саңҡыйым – һин булғанға,
Ҡосағым наҙға тулғанға!

Әсхәл Әхмәт-Хужаның “Ергә баҫтым, күккә баҡтым” тигән шиғырында лирик геройының ҡарашы киңлектәрҙе байҡай, күктәрҙе яулай, бар донъяны мөхәббәт хистәренә сорнай.
Ергә баҫтым, күккә баҡтым...
Күңелем ҡоштай ҡанатлы!
Һөйөүем ҡояштай яҡты!
Ерҙә йәшәү ниндәй татлы!

Ысынлап та, лирик геройҙың бындай күңел кисерештәре бар ғаләмде яуларлыҡ шул. Тик шундай шәхестәр генә бар донъяға мөхәббәт менән бағып:
Сая ирҙәр барҙа
Башҡорт рухы,
Юҡ, тапталмаҫ һис тә сит-яттан!
– тип өндәшер юғарылыҡҡа күтәрелә.
Шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның ижади донъяһы лирик әҫәрҙәр менән генә сикләнмәй. Уның әҙәби багажында бихисап тәржемәләр ҙә бар. Грузин шағиры Шота Руставелиҙың эпик ҡоласлы “Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр” дастанының тәржемәһе — үҙе бер күренеш, сөнки уның йөкмәткеһенә генә түгел, ә структур үҙенсәлектәренә лә иғтибар итеп, ювелир ҡулы тейгәне тойола. Шулай Александр Пушкиндың байтаҡ ҡына поэтик әҫәренең тәржемәләре башҡорт теленең бай мөмкинлектәрен күҙ алдына баҫтыра. И. Гете, Ф. Тютчев, М. Лермонтов, У. Уитмен, Ян Райнис, О. Туманян, С. Стальский, М. Сеспель, П. Бровка, В. Вальсюнеке, П. Хузангай, А. Твардовский, Я. Ухсай, М. Геттуев, Ҡ. Кулиев, В. Трубицын, Б. Шинкуба, И. Нонешвели, Э. Межелайтис, А. Мохтар, Р. Ғамзатов, Д. Кугультинов, С. Орлов, И. Тарба, С. Руфов һәм башҡа күп милләтле Рәсәй әҙәбиәте шағирҙарының поэтик ынйы­ларын башҡорт теленең моңло саздарына көйләгән. Уйлап ҡараһаң, күпме көс, ныҡышмалылыҡ һәм күңел киңлеге, ихласлыҡ талап ителә был эшкә! Ә был һыҙаттар Әсхәл Әхмәт-Хужала етерлек.
Шағирҙың ижадына сәйәхәт ҡылһаң, оло бер донъя асаһың. Өлкән быуын шағиры Әсхәл Әхмәт-Хужа шиғриәте минең күңел торошомдо ла үҙенең балҡышы, моңо һәм төҫтәре менән өр-яңынан яҡтыртты. Уның шиғриәте, Ҡырҡтытау йәшмәләре кеүек, бөйөк Уралыбыҙҙың күркәмлеген, мөһабәтлеген, мәңгелеген күҙ алдына баҫтырҙы. Ә уҡыусы күңеленә йәшәргә, йәшнәргә һалған сәм дә уның шиғриәтенең поэтик көсө тураһында һөйләй.




Вернуться назад