Бирнәһенә ҡарап, ҡыҙҙың оҫталығын күҙалла10.04.2012
Әлшәй районы.[/b][/right]Бирнәһенә ҡарап, ҡыҙҙың оҫталығын күҙаллаЕйәнсуралар – шәл бәйләү, әбйәлилдәр кейеҙ баҫыу менән дан тотҡан шикелле, әлшәйҙәр, дәүләкәндәр, ғөмүмән, Дим һәм Өршәк буйында төйәкләнгән башҡорттар балаҫ һуғыу буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Уның дөрөҫлөгөнә Раевка ҡасабаһында уҙған “Быуаттарҙы быуаттарға бәйләп...” республика башҡорт балаҫы фестивалендә инандыҡ.
Балаҫыбыҙ менән донъя кимәленә сыға алырбыҙмы, йәш быуын был шөғөлдө үҙ итәме, уның менән кәсеп итеү мөмкинме? Ул көндә ошо турала бер мин генә уйланмағанмындыр.
...Сара ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итеүен сағылдырыу күренеше менән асылды. Әлбиттә, был осраҡлы түгел. Борон башҡорттар ҡара ергә аяҡ баҫҡас та йәйләүгә ашыҡҡан. Бында халҡыбыҙҙың көнкүрешен тулыһынса тиерлек күҙ алдына килтерергә мөмкин ине. Башҡорт тирмәһендә тормош гөрләй. Урындыҡҡа төрлө балаҫ түшәлгән, шәл бәйләгән ҡыҙҙарҙың ҡулына күҙ эйәрмәй, ә тышта балаҫ һуғалар, бер апай ең һыҙғанып ҡымыҙ бешә, умартасы бал һурҙыра. Ситәнгә күнәк, көршәк, башҡа һауыт-һаба эленгән.
Башҡортостан Президенты Хакимиәте вәкиле Айгөл Әхмәҙиева балаҫтарыбыҙ һәр беребеҙҙең ғорурлығы булһын тигән теләген еткерҙе.
Бирнәһенә ҡарап, ҡыҙҙың оҫталығын күҙаллаӘлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин билдәләүенсә, республикабыҙҙа халыҡ кәсептәренең тергеҙелеүе, һүҙ ҙә юҡ, һөйөндөрә. Был тәңгәлдә эште киләсәктә лә мотлаҡ дауам итергә кәрәк. Рухи хазиналарыбыҙ юғалып ҡалырға тейеш түгел, киреһенсә, уны быуындан быуынға тапшырыу – төп маҡсат.
– Беҙҙә һәр райондың үҙенә генә хас үҙенсәлеге бар, – тип һөйләй Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин. – Әлшәй уңғандарын балаҫтан айырып ҡарап булмай. Бының менән улар йолаларыбыҙҙы тергеҙә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлай.
Раевка ҡасабаһының район мәҙәниәт йортонда бай күргәҙмә ойошторолған – балаҫтарҙың ниндәйе генә юҡ! Уң яҡта аҫалы балаҫтары янында бөтөрөлгән инәй янына килеп, уға һүҙ ҡушам. Үҙен Сәймә Камалова тип таныштырҙы, Миәкә районының Бәләкәй Кәркәле ауылынан килгән. 70-те ҡыуыуына ҡарамаҫтан, инәй яратҡан һөнәрен ташламаған. Был шөғөлгә иренән өйрәнгән. Башҡорттар, бирнәһенә ҡарап, ҡыҙҙың оҫталығы тураһында фекер йөрөтә. Сәймә инәй күҙ нурҙарын түгеп һуҡҡан балаҫтарын ҡыҙҙарын кейәүгә оҙатҡанда дүртәүһенә лә бүләк иткән.
Береһенән-береһе сағыу балаҫтарҙы ҡайҙа етештерәләр? Оҫталар туҡыу станогын да үҙҙәре менән алып килгән, мөғжизә тыуҙырған үҙенсәлекле ҡоролмалар янына кеше күп йыйылған. 1960 йылда эшләнгәне – иң боронғоһо. Күшә, ҡылыс, көре, төбәлдерек, бауыр ағасы һәм башҡалар туҡыу станогын тәшкил итә.
Шуға иғтибар иттем: сарала Әлшәй районы йүнселдәре күп ҡатнашты. Хәйер, уға аптырайһы түгел инде. “Балаҫтарымды өйөмдән килеп ала торғайнылар, булған бит заманалар, – тип һөйләй 92 йәшлек Нәсихә Сиражетдинова. – Бер нисәүһен Ленинградҡа оҙаттым, Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә һораттылар. Иҫке Аҡҡолай халҡы элек-электән балаҫ һуҡҡан, ҡул эштәре хәҙер ҙә һаҡланған. Ә уның өсөн хәстәрлек һәм эшһөйәрлек сифаттарына эйә булырға, күп итеп һарыҡ аҫрарға кәрәк. Йәш быуындың һөнәрле үҫеүен теләйем, ҡыҙым хәҙер минең юлдан китте – ҡыуанысым сикһеҙ”.
Күргәҙмәлә башлыса оло йәштәгеләрҙең күп ҡатнашыуы күҙгә ташланды. Етмәһә, балаҫ һуғыусылар ҙа — өлкән быуын. Ҡайҙа йәштәребеҙ? Әйткәндәй, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы мәктәбенең VI класс уҡыусылары Эльвира Хәлитова менән Әҙилә Ибраһимова бәләкәй туҡыу станогында сигеү сигә ине. Кем белә, бәлки, ҡыҙҙар киләсәктә балаҫ һуғыу серҙәренә лә төшөнөр?
80-де түңәрәкләгән Гөлзәйнәб Кирәева менән әңгәмә ҡороу форсаты тейҙе. Ул төрлө төҫлө балаҫтарының ҡайһы берҙәрен заказ буйынса һуҡҡан, бүләк иткәндәре лә күп кенә. Бер балаҫ, уртаса алғанда, 15 көндә әҙер була, ти.
Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан килеп еткән Рабиға Йәрмәеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, балаҫ һуғыу – донъя мәшәҡәтенән, ығы-зығынан ҡотолдора, станок артында ҡул эштәре менән булышҡанда, үҙен сәскә баҡсаһында йөрөгәндәй хис итә. Ул, һауынсы булып эшләгәндә, ошо файҙалы кәсепкә сараһыҙ көндән – хужалыҡта эш хаҡы түләнмәй башлағас тотонған.
Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы, Бишбүләк, Архангел райондары егәрлеләре алып килгән асыҡ баҙыян, ҡарайерек, ябыҡ баҙыян төҫөндәге, йәнә сәскәләрҙән генә торған күл барсаһы, ҡаҙ тешләтеү, батмус аса, бөтөй кеүек биҙәкле балаҫтарҙы ла күрҙек. Сарала бөтәһе алтмыштан ашыу гүзәл зат ҡатнашты, йөҙләгән балаҫ мәҙәниәт йортоноң стеналарын биҙәне.
Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылынан Нәзиә Әхмәтвәлиева фестивалдең еңеүсеһе тип табылды. Әйткәндәй, балаҫ һуғыу оҫтаһы был эшкә бәләкәйҙән өйрәнгән һәм яратҡан шөғөлөнә тоғро ҡалған.
Был эштең онотолоуына юл ҡуйырға ярамай. Беренсенән, минеңсә, балаҫтар менән донъя баҙарына үтеп инеү – ҡулдан килерлек эш. Бының өсөн көслө реклама кәрәк. Һарыҡ йөнөнән һуғылған балаҫтарҙың шифаһы тураһында аҙ беләбеҙ. Ә ул һаулыҡ өсөн ифрат файҙалы. Әйтәйек, автомобиль салонына синтетик япма урынына ошо балаҫтарҙы түшәһәң, күпкә отошло буласаҡ. Икенсенән, күҙҙең яуын алырҙай балҡыған балаҫтарҙы төрлө күргәҙмәләргә йышыраҡ алып сығырға кәрәк. “Балаҫым – өй биҙәге”, – тине берәү. Балаҫ һуғыуҙы кәсеп иткән эшҡыуарҙарыбыҙ ҡайҙа?
[b]Илдар АҠЪЮЛОВ[/b]


Вернуться назад