Һуңғы арала 1917 – 1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәрҙең тормош юлы өйрәнелә, яңы биттәр асыла, тулыландырыла. Иң мөһиме — уларҙың иҫтәлеген һаҡлар, килер быуындарға еткерер өсөн ошо аҙаҡҡы егерме йыл эсендә шаҡтай эш башҡарылды. Шулай ҙа тарихи хәтеребеҙҙе тергеҙеү өсөн бик ныҡ ижтиһатлыҡ итәһе бар. Бындай изге бурысты атҡарыуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған сараларҙың да һөҙөмтәһе булыр, тип өмөтләнәйек. Ә июнь айындағы иң берәгәйле эштәрҙең береһе — Ырымбур өлкәһе Яңы Сергиевка районы Мерәҫ (Ҡыуайыр) ауылында арҙаҡлы шәхестәребеҙ Һеләүһен Кинйә улына, шулай уҡ Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәре Сәғит Мерәҫовҡа һәм Кәрим Иҙелғужинға таҡтаташ ҡуйылыуы. Хәтер йәшәгән, халыҡ азатлыҡ тип йән атҡан. Ошо изге ынтылыш быуындан быуынға тапшырыла килгән. Кинйә Арыҫлановтың улы Туҡ-Соран буйҙарында һыйыныу тапҡан икән, тимәк, был ерҙең кешеләре ышаныслы булған. 1917 йылдағы хәл-ваҡиғалар ошо рухты тағы алға әйҙәне.
Юғарыла телгә алынған Мерәҫ улдары — Башҡортостандың яҙмышын үҙ яҙмышынан өҫтөн күргән, мөхтәриәт өсөн йәнен аямаған фиҙакәр шәхестәр. Ырымбур хәрби бүлегенең матбуғат органы – “Башҡорт тауышы” гәзитен сығарышыуҙа әүҙем ҡатнашыуҙарын телгә алырға кәрәк. С. Мерәҫев – уның тәүге мөхәррире. Милләтем йәшәһен тип йән аямаған ҡаһармандарға таҡтаташ ҡуйыу улар алдындағы бурысыбыҙҙы бер ни тиклем ҡайтарыуҙыр. Киләсәктә һәйкәлдәрен дә күрергә насип итһен.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, БДУ доценты Нурислам Ҡалмантаев етәкләгән делегация ошондайыраҡ изге уй-ниәттәр менән сыҡты оло юлға.
Был мөһим сараға арналған митингта Рауил Бикбаевтың сығышы әллә күпме дәүерҙәрҙе, быуын-быуын алмашынып килгән шәхестәрҙе күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итте. Баҡтиһәң, Туҡ-Соран яҡтары Ибн Фаҙландың яҙмаларында ла телгә алына икән. Ошо айырым бер төбәк кенә лә мең йыллыҡ тарихҡа эйә. Күпме заман ҡатламын һаҡлай ул үҙендә!
Ауыл халҡы данлыҡлы ир-уҙамандары тураһында аҙмы-күпме хәбәрҙар, нәҫел-нәсәптәре, шөкөр, бына тигән итеп донъя көтә. Батырҙарҙың исемдәрен яңғыратҡан сараға Ырымбур ҡалаһынан, яҡын-тирәләге ауылдарҙан да килеп еткәндәр. Данлы өс ирҙең исем-шәрифе теркәлгән яҙманан аҡ япманың алыныуы тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе булғандыр. Иҫтәлекте мәңгеләштергән таҡтаташтар тирә-яҡты балҡытып ебәргәндәй булды. Тарих, гүйә, бөгөнгөгә ышаныс күҙҙәре менән баҡты. Һағышлы ла, тантаналы ла кисерештәр бүләк итте ул.
Рухи бәйләнештәрҙе үҫтереүҙә әҙәбиәт һәр саҡ ҙур роль уйнаған. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев башҡорт әҙиптәренең сәләмен еткерҙе, китаптар тапшырҙы. Классигыбыҙ, Ырымбур далаһы улы Дауыт Юлтыйҙың әҫәрҙәре айырыуса ҡиммәтле бүләк булғандыр.
Мерәҫтәр үҙҙәре лә матур концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы. Ауыл клубында оҫталарҙың ҡул эштәре ҡуйылған, самауыры ла ҡайнап ултыра. Бына шундай йылылыҡ, ихласлыҡ хөкөм һөрҙө осрашыуҙа. Иң ҡыуандырғаны — Мерәҫ һәм Кәримдәрҙең быуындары бында йәшәй. Ырымбур шағирәһе Нәфисә Смаҡова үҙ шәжәрәһен яҡшы белеп үҫкән.
— Мине бәпләп, яратып үҫтергән өләсәйемдең бер туған ағаһы бит ул Сәғит Мерәҫев. Уның тураһында бәләкәйҙән ишетеп үҫтек. Тик бала саҡта бик күп һөйләмәй торғайнылар. Барыбер шәхес культынан һуң ҡурҡыу ҡалған ине, ләкин ошо мыҫҡаллап ҡына бирелгән мәғлүмәт тә беҙгә рухлы, илһөйәр булып үҫергә ярҙам итте. Сәғит олатайым һәр саҡ минең хәтерҙә булды, — тине ул.
Ошо рух Нәфисәнең үҙенсәлекле ижадында ла сағыла, Туҡ-Соран буйының ҡабатланмаҫ биҙәктәре менән таныштыра, тип әйтер инем мин. Ауылдаштары уны “Беҙҙең шағирәбеҙ” тип ғорурланып әйтә.
Был көндә һәр кем күңел бөтөнлөгөн тойғандыр. Рухи-мәҙәни бәйләнештәрҙе артабан нығытыу тураһында һүҙ булды. Бөйөк шәхестәр исеме Ырымбур өлкәһе менән араны тағы ла яҡынайтыр. Хәйер, мерәҫтәр үҙҙәрен Өфөнән алыҫта тоймай. Күңел яҡынлығы, дөйөм эштәр берләштерә. Урындағы сәнғәт оҫталарына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттары тапшырылды. “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән тыуған яҡ тарихын өйрәнгән Гөлниса Сатучина бүләкләнде.
Илһөйәрлек рухы һүнмәгән. Әхмәр ауылынан әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәрҙең береһе Филүзә Хәлитова, Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуған ауылы Тәңистән килгән Рафиҡ Кучаев менән танышып, үҙем өсөн күп нәмә астым, тиергә була. Р. Кучаев ябылған мәктәпте ҡайтанан астырыу өсөн тырышып йөрөй. Мәктәптә әлеге мәлдә ремонт яһатыу менән мәшғүл. М. Буранғоловҡа һәйкәл ҡуйҙыртыу тураһында хыяллана. Тик финанс яҡтан ауырлыҡтар кисерә, шул арҡала изге эштәр ҙә тотҡарлана…
Өфөнән килгән тарихсыларҙың, һүҙ сәнғәте оҫталарының сығыштары зиһенле әҙәмдәрҙә милләтебеҙ, уның үткәне өсөн ғорурланыу тойғоһо уятҡандыр. Күп кенә файҙалы мәғлүмәт алыуҙарын үҙҙәре лә әйтте. Шәхестәр һәм тарих беҙҙе рухлы, берҙәм һәм көслө итә.
Яңы Сергиевка районының Мерәҫ ауылына батыр улдарының исеме ҡайтты. Бөтәһе лә ал да гөл тип раҫларға йыйынмайбыҙ. Уйланаһы урын, эшләнәһе эштәр етерлек. Беҙ телгә алған өс шәхес вариҫтарының да тауыштарын ишетергә насип булһын, тибеҙ.
Өс исем, өс таған килер быуындар өсөн бейеклек, фиҙакәрлек өлгөһө булыр, тарих менән бөгөнгөнө бергә бәйләгән яҙмыштар халыҡ, ил тураһында уйланырға мәжбүр итер. Беҙҙе бергә бәйләгән, киләсәккә өмөт менән бағырға ярҙам иткән шәхестәребеҙ булған, бар һәм булыр, тигән уй менән ҡайттыҡ Ырымбур яҡтарынан.