Ҡыуайырға – ҡобайыр23.06.2017
Ҡыуайырға – ҡобайырҺүҙемде элекке бер шиғырымдан башлағым килә:

Тәбиғәттең теле асылған саҡ,
Шыйыҡ ҡына йәшкелт буяҡта
Өйрәнәләр тәүге һүҙ әйтергә
Тәүге япраҡ, тәүге ҡыяҡтар.

Ҡолағыма һарылып, сабый япраҡ
Әллә ниҙәр ярһып шыбырлай.
Илгәҙәккәй генә шул шыбырлау
Таштарыңдың йәшен һығырҙай.

Нимә булған бөгөн ер-һыуҙарға,
Бер талпынып ала, бер тынып?
Донъя ишетмәгән өр-яңы өн
Тел осомда тора талпынып.

Намыҫым хәҙер тик һаҡ һөйләр кеүек,
Юлыҡмамдай ялған, асыуға.
Эй, кешеләр! Һаҡ булайыҡ, зинһар,
Тәбиғәттең теле асыла!


Ҡыуайырға – ҡобайырАлыҫ сәфәребеҙ тәбиғәттең теле асылған ошондай йәмле ваҡытта башланды. Юлдаштарым – халҡыбыҙға билдәле шәхестәр: Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарихсы Нурислам Ҡалмантаев, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Зәки Әлибаев, танылған әҙибә, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова, Китап палатаһы етәксеһе, тарихсы Азат Ярмуллин. Бараһы еребеҙ – Туҡсоран яҡтары, борон-борондан милләт­тәштәребеҙ йәшәгән был төйәктең иң ситтәге, көньяҡтағы ауылы Мерәҫ. Халыҡ уны Ҡыуайыр тип йөрөтә.
Тыуған төйәгемә – Туҡсоран яҡтарына – Мостай Кәрим, Ғайса Хөсәйенов, Кәтибә Кинйәбулатова, Тимер Йосопов, Марат Кәримов, Ирек Кинйәбулатовтарҙы алып күпме ҡайтҡаным, сәнғәтебеҙҙең мәшһүр оҫталары менән яҡташтарымды нисәмә тапҡыр осраштырғаным булды, ә бына Туҡ, Соран йылғаларынан алыҫта ятҡан Мерәҫ-Ҡыуайыр гел ситтә ҡалды. Был юлы нәҡ ошо ауылға төбәп юлға сыҡтыҡ.
Уның тарихы бик бай. Башҡортостанды ғына түгел, бөтә Рәсәйҙе тетрәндергән Крәҫтиәндәр һуғышы – Бүгәсәү яуынан һуң шул ваҡиғаларҙың иң күренекле етәксе­ләренең береһе Кинйә Арыҫлановтың улы Һеләүһен нәҡ ошо Ҡыуайыр-Мерәҫтә йәшәй башлай. Әле ундағы Һеләүһенов­тарҙың шәжәрәһе тап шул тарихи шәхескә барып тоташа.
Мерәҫ – 1917 йылдарҙағы башҡорт хәрәкәте юлбашсыларының береһе, “Башҡорт” гәзитенең тәүге баш мөхәррире, Башҡорт Хөкүмәтенең етәксеһе булған Сәғит Мерәҫовтың тыуған ауылы. Шуны ла әйтергә теләйем: ул миңә лә күңелдәш, әсәйем яғынан Хөсниямал өләсәйемдең кесе туған ағаһы. Заманында “Башҡорт” гәзитенең баш мөхәррире булған күренекле дәүләт эшмәкәре, башҡорт хәрәкәте буйынса хеҙмәт яҙған Кәрим Иҙелғужин да ошо ауылдан.
Тәбиғәттең теле асылған йәмле саҡта, салт аяҙ көндә беҙ ошо ергә – Сәғит Мерәҫов менән Кәрим Иҙелғужиндың теле асылған ауылға юлландыҡ. Маҡсатыбыҙ – һанап үтелгән өс тарихи шәхескә таҡтаташ асыу. Уларҙы әҙерләүҙә эшҡыуар Марс Хәбибулла улы Юлбарисов ярҙам итте. Ошо Мерәҫтә тыуып үҫкән Эльза Зауыр ҡыҙы Ҡотлобаева ла – Өфөләге художество студия етәксеһе – изге эштә ихлас ҡатнаш­ты. Беҙҙең делегацияла ул да булды. Таҡтаташтарҙы асыу тантанаһында Каруан­һарайҙа бик күп эш алып барған Гөлимә Жангабилова, Туҡ буйы йүнселе Рафиҡ Кучаев та ҡатнашты. 10 июндә таң менән юлға сығып, шул уҡ көндә мең саҡрым юл үтеп, Өфөгә әйләнеп тә ҡайттыҡ.
Ә хәҙер мин шиғыр теленә күсәм, уҡыусылар иғтибарына “Ҡыуайырға – ҡобайыр” тигән шиғырымды тәҡдим итәм.

Ҡағыҙҙа һин – Мерәҫ ауылы,
Эй, Ҡыуайыр, Ҡыуайыр!
Күңелемдә тыуа йыр.
Биш йөҙ саҡрым буйы, Филүс,
Машинаны ҡыуа тор.
Ниндәй бөйөк яҡташтарым,
Һәр береһе – ҡобайыр!

Ир-азамат Сәғит Мерәҫ,
Яҡташ Кәрим Иҙелғужин
Тыуған ауылына ҡайта.
Шатлан, шатлан, Ҡыуайыр!
Күңелемдә тыуа йыр.

Кинйә Арыҫландың улы
Һеләүһен дә был ауылды
Төйәк иткән. Шунан килә
Бындағы һеләүһендәр
Иҫән-һау йәшәһендәр!
Йәшәһендәр Мерәҫовтар,
Үҫһен Иҙелғужиндар.
Нисә быуын тамырҙары
Ошонда бит, ошонда.
Байрам бөгөн, байрам бөгөн,
Йыйылған яҡташтарым.
Һеҙҙең изге исемегеҙ
Балҡый таҡтаташтарҙа.

Урманың да бар, Ҡыуайыр,
Уратҡан емеш-еләк.
Һеҙҙең менән беҙ осрашҡан
Көн дә матур бигерәк.

Йәш егет Айрат ҡурайын
Тыңлайҙар бит таң ҡалып.
Ярһып-ярһып бейей башлай
Түҙмәйенсә бар халыҡ.

Мәсет урынында клуб,
Таҡтаташтар – түшендә.
Сәғит Мерәҫовтың эше
Башланған бит ошонда.

“Башҡортостан” гәзитенең
Тәүге мөхәррире булыу
Һинең яҙмышҡа төштө.
Кәрим Иҙелғужин аҙаҡ
Дауам итте шул эште.

Баш мөхәррир Дауыт Юлтый,
Аҙнабаев Ҡасим да –
Туҡсоран егеттәренең
Һәләттәре асылған!

Исемегеҙ – йөрәктәрҙә,
Был ерҙең хәтерендә.
Аҫыл ирҙәрен тыуған ер
Онотмай береһен дә.

Сәғит Мерәҫов – афарин!
Кәрим Иҙелғужинға – дан!
Һеләүһен ил иҫендә.
Ҡыуайырға тамырланған
Ошо изге исемдәр.

Башҡорт иленең сигендә
Эй, Ҡыуайыр, Ҡыуайыр.
Ҡыуайырға бер дан булып
Ҡалһын ошо ҡобайыр.



Вернуться назад