“Беҙҙең төп маҡсат — файҙа килтереү”23.06.2017
“Беҙҙең төп маҡсат — файҙа килтереү”“Сельские узоры” журналына – 25 йыл. Сирек быуат. Шулай тиһәң, бик күп һымаҡ. Ә егерме биш йыл ғүмер кеше өсөн – йәшлек: ғашиҡ булыу, дәрт-дарман ташып тороу, үҙаллы донъя ҡороу. Баҫмаға күсерһәң, уҡыусыларын табыу, ижади ҡомар, үҙ юлынан тайпылмайынса даръя киңлегенә сығыуҙы аңлата. Ерҙә, ауыл хужалығының барлыҡ тармаҡтарында эшләгән кешеләрҙең күңелен арбаған, уларҙың хәлен яҡтыртып, киң ҡатлам уҡыусыларына еткергән “Сельские узоры” журналының юбилейы айҡанлы баҫманың үткән юлы, бөгөнгөһө, киләсәге тураһында уның баш мөхәррире Ғималетдин ЯРУЛЛИН менән әңгәмәләшәбеҙ.
– Ғималетдин Минһажетдин улы, иң тәүҙә барлыҡ коллегаларыбыҙҙы – журналды сығарыуға күп көс һалған хәбәр­селәрҙе – “Башҡортостан” гәзите коллективы, уҡыусыларыбыҙ исеменән ҡотлап, иң-иң изге теләктәр юллайбыҙ.
– Рәхмәт.
– Хәҙер инде эшкә күсеп, баҫма­ғыҙҙың башланғысына күҙ һалайыҡ, уҙған сирек быуат ғүмерҙе барлайыҡ.
– Журнал 1992 йылдан башлап сыға. Был ҡатмарлы осор була, сөнки өҫтәге күрһәтмә буйынса Рәсәйҙә колхоздар тарҡатыла, бар тармаҡ хосусилаштырыуға юл ала. Алмашҡа фермерҙар килергә тейеш була. Һис йәшерене юҡ: тәүге фермерҙарҙың күпселеге ауыл хужалығы белгесе түгел ине, йә бер яҡлы ғына белем алғандар, тәжрибә етмәй. Шул арҡалалыр инде, тәүҙән үк журнал фәнни асыштарҙы, яңы технологияларҙы пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуя. Белгестәрҙең кәңәштәре, ғалимдарҙың хеҙмәттәре баҫыла.
Тәүге мөхиррир – яҙыусы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Наил Ҡотдосов. Ул эште ике юҫыҡта ла алып барырға тырышҡан. Әйтәйек, журналдың яртыһынан күберәгендә – 60 процентында ауыл хужалығы тураһында мәғлүмәт баҫылһа, ҡалғанын әҙәби әҫәрҙәр тәшкил иткән. Наил Ҡотдосов вафат булғас, был вазифаны оҙаҡ йылдар Рауил Карамов башҡара. Ул фәнни мәҡәләләргә өҫтөнлөк бирергә тырыша. Хәҙер беҙ йүнәлеште үҙгәрттек: фәнни-әҙәби журналдан ерлекле итергә тырышабыҙ, йәғни урындарға сығып, өлгө алырлыҡ хужалыҡтарҙың эшен, тәжрибәһен башҡалар өйрәнерлек итеп яҡтыртырға, ғәмәли яҡтан әһәмиәтле мәҡәләләр бирергә тырышабыҙ.
– Һәр башланғыстың юл ярыусыһы, һуңынан элеп алып, ярҙам итеүсеһе була. Был йәһәттән “Сельские узоры” кемгә бурыслы?
– Башта журнал бөтөнләй коммерция баҫмаһы булып сыҡҡан, йәғни Хөкүмәттән аҡса бүленмәгән. Наил Ҡотдосов, Рауил Карамовтар үҙҙәренең теләге буйынса йөрөгән. Ул саҡтағы Башҡортостан ауыл хужалығы институты (Радик Бәширов), Ауыл хужалығы министрлығы (Исмәғил Ғәбитов), “Башпромбанк” (Фәнил Мир­ғәсимов), ҡошсолоҡ буйынса “Башҡор­т­остан” производство берекмәһе (Рим Баҡыев) ойоштороусы булған. Ләкин тора-бара финанс хәлдәре ҡатмарлашҡан, журналды даими рәүештә сығара алмағандар. Һуңынан инде Рауил Карамов шәхсән республика етәкселегенә инеп, бюджеттан финанслауҙы һораған. Бер йыл сыҡмай торғандан һуң журнал ҡабат донъя күрә башлаған. Бөгөн Ауыл хужалығы министр­лығы баҫманың бағыусыһы булып тора, ә предприятиеныҡы – Башҡортос­тандың Мат­буғат һәм киң мәғлүмәт саралары агент­лығы менән “Башҡортостан Респуб­ликаһы” дәүләт унитар пред­приятиеһы нәшриәт йорто.
Коллектив бәләкәй булһа ла, ҙур эш ат­ҡа­ра. Алты кеше хеҙмәт итәбеҙ. Ләкин беҙҙең даими авторҙарыбыҙ күп. Улар араһында ауыл хужалығы, башҡа тармаҡ белгестәре лә, ғалимдар, урындағы дуҫтарыбыҙ ҙа бар.
– Коллектив татыу, бер ғаиләләй йә­шәп, эшкә ижади ҡараһа ғына уңышҡа өлгәшеп булғанлығын “Сельские узоры” йылдың-йылы иҫбатлап тора ла инде...
– Эйе, күпмелер ҡаҙанышҡа өлгәшә алдыҡ тип әйтә алабыҙ инде. Мәҫәлән, 2005 йылда “Агро-СМИ-2005” Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеүсе булып, еңел автомобиль менән бүләкләндек. Йыл һайын Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ” ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашабыҙ. 2008 йылда бронза миҙалға лайыҡ булдыҡ. Башҡа йылдарҙа ла һынатҡан юҡ. Беҙҙең өсөн иң мөһим һәм ҙур бүләк – журналды үҙ иткән уҡыусыларыбыҙ.
– “Үҙ иткән” тигәндән, һеҙҙең яҙмалар ҙа бит ерҙә эшләгән, мал, ҡош-ҡорт тотҡан һәр кешегә тәғәйенләнгән. Ысын мәғә­нәһендә “ғаилә баҫмаһы” тип әйтеп була.
– Хәҙер “заманса формат” тигән төшөнсә барлыҡҡа килде. Имеш, кеше ҙур мәҡәләләрҙе уҡымай, мәғлүмәт биреү ҙә етә: ошонда булған, бөткән, фәлән-фәсмәтән... Бының менән килешеп етә алмайбыҙ. Беҙ классик ысулдан, йәғни анализдан бөтөнләй баш тартырға тейеш түгелбеҙ тип иҫәпләйем. Теманы төбөнә төшөп өйрәнеп, тикшереп, фекерҙе көсләп таҡмайынса, үҙе уйланырлыҡ итеп яҡтыртҡанда ғына ул мәғлүмәт уҡыусыға файҙа килтерә. Һәр дәлилдең ниндәйҙер йөкмәткеһе, мәсьәләһе булырға тейеш. Мәҡәлә ҙурға китә тип ҡурҡырға ярамай. Был йәһәттән миңә “Башҡортостан” гәзитендәге яҙмаларҙың төплө булыуы оҡшай.
Алда әйткәнемсә, беҙҙең төп маҡсат – һәр мәҡәлә, һүрәтләмә, репортаж, кәңәш уҡыусыға файҙалы булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына, хатта бер генә мәғлүмәттең файҙаһын күрһә лә, уға журналға яҙылыу сығымы кире ҡайтасаҡ. Теләйбеҙме-юҡмы, баҙар шуны ҡуша, талап итә. Беҙ ҙә ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһынған, шәхси ярҙамсыл хужалығын алып барған һәр кем алдында үҙебеҙҙе бурыслы итеп тоябыҙ.


...Һеҙҙең махсуслаштырылған баҫма сағыу аграр йүнәлешле булып тора. Унда күтәрелгән темалар һәр ауыл кешеһенә ҡағыла, ауылдың киҫкен проблемаларына, ауыл биләмәләренең социаль-мәҙәни үҫешенә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп иттерә.
Һеҙҙең редакция республика аграр сәнәғәт комплексының үҫешен, барлыҡ төр хужалыҡ итеүҙе һәм ауыл хужалығы предприятиеларының эшен, бөгөнгө шарттарҙа агробизнес торошон яҡтыртыуға тос өлөш индерә.
Бөгөн журнал киң ҡатлам авторҙарын һәм уҡыусыларын — ғалимдарҙы, эксперттарҙы, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларын, практик-агрономдарҙы, сәнәғәтселәрҙе, район хакимиәте белгестәрен, ауыл эшсәндәрен — берләштереп, танылыу алды...

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауынан.


Вернуться назад