Ишембайҙа – 431, Благовещенда – берәү…23.06.2017
Ишембайҙа – 431, Благовещенда – берәү…Матбуғат йортоноң бишенсе ҡатында лифт ишеге асылыу менән “Башҡортостан” – рухи хазина” тигән йөрәккә ятышлы, күңелде әсир иткән матур һүҙҙәр ҡаршы ала. Ысынлап та, гәзит – тотош быуат буйына республикабыҙ менән бергә үҫеп, йәнәш атлаған бай тарихлы баҫма. Уның ярҙамында башҡорт халҡы туған телендә һөйләшергә, аралашырға өйрәнде, белем алды, ҙур мөмкинлектәргә эйә булды. Халыҡтың берҙәмлеге, әүҙемлеге арҡаһында заманында гәзиттең тиражы 100 мең дананан ашып китте. Милләтебеҙҙең ғорурлығы булды “Башҡортостан”.
Ул ваҡытта гәзит редакция­һына Абдулла Исмәғилев етәкселек итә ине. Ул, шулай уҡ “Кызыл таң”дың баш мөхәррире Рәмил Дашкин берәй ҡалаға йәки районға барһа, үҙҙәрен һәр ваҡыт партияның беренсе секретары ҡаршы ала торғайны. Әлбиттә, улар араһында һүҙ тираж хаҡында барманы – олпат шәхестәр менән был турала һөйләшеүҙе кәрәкле тапманылар, сөнки беренсе секретарҙар баҫмаларҙың тиражын арттырыуҙы үҙҙәренең оло бурысы итеп алғайны.
Ихлас аралашыу матур һөҙөмтә бирә. Бер йыл, мин хаҡлы ялға сыҡҡас, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире матбуғатҡа яҙылыу үткәреүҙә ярҙам итеүемде һо­раны. Сабир Шәрипов менән республиканы айҡап сыҡтыҡ. Һөҙөмтәлә “Ағи­ҙел”­дең 3500 тиражын 7300 данаға еткерҙек. Халыҡ аңлы, тик уның менән һөйләшә белергә кәрәк. Үҙем “Баш­ҡортостан уҡытыусыһы” журналында 34 йыл баш мөхәррир булып эшләнем. Баҫманың тиражын 7,5 меңдән 36 меңгә еткерҙек. Коллектив бик тырышып эш­ләне, ҡуйған маҡсаттарыбыҙға өлгәштек. Әбйәлил, Әлшәй, Асҡын, Баймаҡ, Бөрйән, Бәләбәй, Благовар, Борай, Ғафури, Дүртөйлө, Ейәнсура, Илеш, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Миәкә, Мәсетле, Тәтешле, Салауат, Туймазы, Яңауыл, Хәйбулла, Учалы райондары хаки­миәттәренең мәғариф идаралығы етәк­селәренә ҙур рәхмәт.
Әле өҫтәлемдә быйыл 12 ап­релдә донъя күргән “Башҡортос­тан” гәзите ята. Унда баҫманың ҡайҙа күпме таралыуы тура­һын­да мәғлүмәт бирелгән. Тираж – 5 262 дана. Ошо һанды күргән һайын йөрәгем әрней. Хөрмәтле милләт­тәштәрем! Туған башҡорт телендә, дәүләт телендә нәшер ителгән бай тарихлы “Башҡорт­остан” гәзитенә ниңә битараф ҡарайһығыҙ? Ул бит – беҙҙең үт­кәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм килә­сә­гебеҙ. Милләт яҙмышын хәл итеү­ҙә иң ярҙамсыл мәғлүмәт са­раһының үтә бәләкәй, бөтөп барған тиражы һеҙҙе борсомаймы?
Ҡарағыҙ әле, милләтебеҙҙең төп гәзите Архангелдә – 42, Балаҡатайҙа – 30, Бәләбәйҙә – 20, Бишбүләктә – 7, Бөрөлә – 19, Благовещенда – 1, Благоварҙа – 4, Бүздәктә – 29, Дыуанда – 33, Дәүләкәндә – 90, Ейәнсурала – 45, Йәрмәкәйҙә – 11, Йылайырҙа – 21, Ҡариҙелдә – 18, Ҡыйғыла – 49, Кушнаренкола – 16, Миәкәлә – 29, Мәсетлелә – 58, Стәрле­башта – 50, Стәрлетамаҡ райо­нында – 31, ҡалаһында – 26, Саҡмағошта – 53, Тәтешлелә – 15, Туймазыла – 67, Шаранда – 6, Учалыла – 75, Яңауылда 91 дана ғына тарала. Ошо ҡала-ра­йондарҙың хакимиәт башлыҡ­та­ры, уларҙың социаль мәсь­ә­лә­ләр буйынса урынба­ҫарҙары бар. Әллә улар ҡайҙа йәшәгәнен һәм эшләгәнен оноттомо икән? Әллә уларҙа бөйөк милләттең исемен йөрөткән рес­публикаға хеҙмәт итеүгә ғо­рурлыҡ тойғоһо бө­төнләй һүн­гәнме?
Ә бит ҡайһы бер райондарҙа сағыш­тырмаса яҡшы тарала гәзит. Мәҫәлән, Ишембайҙа – 431, Баймаҡта – 310, Бөрйәндә – 185, Илештә – 140, Ҡырмыҫ­ҡалыла – 189, Хәйбуллала – 178, Көйөргәҙелә – 162 дана.
Ошо йәһәттән Илеш райо­нында пар­тия­ның беренсе секретары Тәлғәт ағай Рахманов үткәргән бер кәңәшмә хәтергә килеп төштө. Ул етди төҫ менән: “Хөрмәтле етәкселәр, беҙҙең рухи байлығыбыҙҙың сығанағы булған, республикабыҙҙың йө­ҙөн сағылдырған “Башҡортос­тан” һәм “Кызыл таң” гәзиттәрен тара­тыуға ҙур иғтибар бирегеҙ, бер йорт та баҫмаһыҙ тороп ҡал­маһын, юғиһә беҙҙе тарих ярлы­ҡамаҫ”, – тип сығыш яһағайны. Аҡыллы кешенең аҡыллы һүҙ­ҙәрен һәр етәксе тормош ҡағи­ҙәһеләй күреп ҡабул итте. Алдан күрә белгән район етәксеһе шул ваҡытта уҡ йәш быуын хаҡында хәстәрләгән. Ошо матур йола районда бөгөн дә һаҡлана: “Баш­ҡор­тостан”, “Кызыл таң” гәзит­тәрен яратып уҡыйҙар Илеш хеҙмәт­кәрҙәре, рәхмәт!
Мин, мәҫәлән, “Башҡор­тос­тан”, “Кызыл таң” гәзиттә­ре­нең һәр һанын уҡып бармаһам, улар­ҙың буяу еҫен тоймаһам, үҙемде тормоштан артта ҡалған бәндә итеп һанайым. Ҡатыным (уҡы­тыусы) ошо ике гәзитте башынан һуңғы нөктәһенә тиклем уҡып, ҡайһы бер һөйләмдәрҙең, фе­кер­ҙәрҙең аҫтына ҡыҙыл ҡәләм менән һыҙып ҡуя. Әйт­кәндәй, татар милләте лә бөгөн “Кызыл таң”ға аҙ яҙыла, шуға уның да, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тиражы кәме­гән. Нисәмә тиҫтә йылдар журналистика өлкәһендә эшләп, ошондай хәлде күрмә­нем, хатта күҙ алдына ла килтермәнем.
Әле редакцияларҙа йыш бу­лам, журналистар менән һөйлә­шәм, фекер алышам, тәжрибә уртаҡлашам. Хеҙмәт­кәрҙәр айы­на 12-13 мең һум эш хаҡы ала. Был бигерәк аҙ, ә ысын журналист булыу ифрат ауыр, һәр кеше эшләй алмай. Редак­цияларҙа ошондай хаҡҡа бел­гес­тәрҙе һаҡлап ҡалыу – шулай уҡ мөһим мәсьәлә.
Белеүебеҙсә, һәр баҫманың абруйы уның тиражы менән иҫәп­ләнә. Был йәһәттән “Баш­ҡор­тостан” гәзитенә яҙылыу­ҙы арттырыу өсөн бағыусылар эҙ­ләргә кәрәк. Арабыҙҙа хәллеләр байтаҡ хәҙер, улар ярҙамдан баш тартмаҫ ине, моғайын.
“Башҡортостан” – башҡортса, үҙебеҙ­ҙең дәүләтебеҙ телендә, нәшер ителгән бай тарихлы гәзит. Милләтен, илен, телен яратҡан башҡорт уға яҙылмай ҡалмаҫ, тип ышанғы килә. Кү­мәкләп “Башҡортостан” гәзи­те­нең тиражын 50 меңгә ет­ке­реүҙе төп бурысыбыҙ итеп алайыҡ. Милли баҫмабыҙ рес­пуб­лика­ның үткән тарихи юлын данлап, хәҙерге йәшәйешен халыҡҡа еткереп бара. Дәү­ләттән ярҙам һорарға ла хаҡлы, тип уйлайым.
Шул уҡ ваҡытта редакция хеҙ­мәткәрҙәренә ҡайһы бер фекер­ҙәремде әйтер инем. Мәҫәлән, нисәмә йылдар буйы “Башҡорт­остан”ды аҙнаның биш көнөндә уҡырға ғәҙәтләнгәйнек. Әле аҙ­наға өс тапҡыр ғына сыға. Гәзиттә был хаҡта уҡыусылар менән фекерләшеү, уларҙан ризалыҡ алыу булманы. Кемдең идеяһылыр – аңлашылмай.
Шул уҡ ваҡытта гәзитте ҡу­лыма алған һайын “Башҡор­тос­тан” һүҙен күреп уйланам. Һәр исемдең мәғәнәһе бар. Баш­ҡортcтан булһа “баш­ҡорт­тар төйәге”, “башҡорт иле” мәғә­нә­һен бирер ине. Ә Баш­ҡортостан икән, урыҫҡа тура тәржемәһе “башҡорт (башкир) с конца” ки­леп сыға. Әле рес­публиканың 100 йыллығына әҙер­лек бара, бәлки, ошо уңай менән төбәге­беҙҙең исемен дө­рөҫ­ләп яҙыу, әйтеү мәсьә­ләһен дә хәл итергә кәрәктер. Та­тар+стан, Ҡаҙаҡ+стан, Үз­бәк+стан тибеҙ бит.
Бер бәхәс барғанда бәғзе ғалим: “Был бит исем генә, уның бер мәғәнәһе лә юҡ”, – тине. Мин унан: “Ни өсөн һиңә атай-әсәйең Тимерйән тип исем ҡушҡан? Тимәк, тимерҙәй ныҡ булыуың­ды теләгәндәр. Ни өсөн, әйтәйек, Ҡыуыҡбай тип атамағандар?” – тип һораным. “Улай булһа, исемемде алмаштырған булыр инем”, – тине ул. Исем есеменә тап килергә тейеш, тип уйлайым мин.
Һәр кеше үҙ милләте менән ғорурлана, туған телендә уҡырға теләй. Хөрмәтле милләттәштәр, әйҙәгеҙ, яратҡан “Башҡортостан” гәзитенең тиражын арттырыу хәстәрлеген күрәйек.


Вернуться назад