“Һыңар ҡолаҡ Хисами” ҡайҙан?21.06.2017
“Һыңар ҡолаҡ Хисами” ҡайҙан?Бындағы тәбиғәттең иҫ киткес матурлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Йырлай-йырлай Еҙем аға. Мағаш тауы күкрәк киреп тора. Был – Ибраһим, беҙ бала саҡта “Серле ҡая” (Уҡлыҡая), “Һыңар ҡолаҡ Хисами” кеүек хикәйәләрен мауығып уҡыған талантлы яҙыусы Шакир Насировты донъяға бүләк иткән изге ер.
Ауыл төҙөк күренә. Иркен, матур йорттар халыҡтың эш һөйөүе хаҡында һөйләй. Ҡыҙыл кирбестән һалынған ике ҡатлыһы әллә ҡайҙан күҙгә ташлана.
– Унда кем йәшәй? Берәй олигархмы әллә? – тип ҡыҙыҡһынам ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Фирүзә Әбделмәнованан.
– Зиннур Төхвәтуллиндыҡы, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, – тип һүҙ башланы ул. – Уңғандар ҡайҙа ла етеш йәшәй, эш юҡ тип зарланмай. Шуныһы ҡыуаныслы: уңған уҙаман ауылды төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерә. Әле иман йорто төҙөтә. Әлбиттә, башлап, әйҙүкләп йөрөүсеһе булғас, бүтәндәр ҙә изге эшкә ихлас ҡушылды.
Ибраһимда йөҙҙән ашыу хужалыҡ иҫәпләнә. Халыҡ башлыса мал-тыуар, ҡортсолоҡ менән мәшғүл, башҡа төбәк­тәргә йөрөп эшләгәндәр ҙә бар. Бөтмөр кешеләр йәшәй бында. Ауылды йәмләп яңы йорттар ҡалҡа, йәштәр йорт туйлай. Староста Фәйез Садиҡов та тыуған төйәгенең киләсәге өсөн тырышып йөрөй. Зарланыу, кемдәндер өмөт итеү ят уларға. Рәшит Әбделмәнов кеүек фекерҙәштәре менән ауылдағы проблемаларҙы бергәләп хәл итергә тырышалар. Мәҫәлән, ауылдың пай ерҙәрен законлаштырыу йәһәтенән ҙур эш атҡарғандар.
Былтыр Ибраһим халҡы ҡыуаныслы ваҡиға кисергән: 2007 йылда янғындан ҙур зыян күргән клуб республиканың Мәҙәниәт министрлығы, район хакимиәте етәкселегенең тос ярҙамы менән танымаҫ­лыҡ итеп төҙөкләндерелгән. Яңы ҡорамал­дар, йыһаз килтерелгән, йомшаҡ ултыр­ғыстар ҡуйылған. Ибраһимдарҙың ҡыуа­нысын уртаҡлашырға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Әмир Ишемғолов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев кил­гән. Шул уҡ көндә ауыл халҡы һуғышта һәләк булғандар иҫтәлегенә үҙ иҫәбенә обелиск ҡуйған.
– Мәҙәниәт усағы асылғас, ауылыбыҙ йән­ләнеп китте, – ти Фирүзә ханым. – Артистар килеп концерт ҡуя. Халыҡта дәрт уян­ды. Үҙебеҙ ҙә ҡул ҡаушырып ултыр­май­быҙ. Йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә дәртле, ихлас. Гармунсылар, оҫта йырсылар күп, төрлө мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнашалар.
Бығаса башланғыс кластарҙа белем биргән Фирүзәгә ауыл тормошон йәнлән­дереү, байрамдар, ярыштар ойоштороу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡта әллә күпме тамаша үткәреп өлгөргән.
Ҙур хыялдар менән йәшәй ул. Мәҙәниәт усағының бер бүлмәһендә китапхана булдырыу ниәте менән яна, ауылдашы Шакир Насиров иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе, музей ойоштороуҙы үҙенең бурысы тип һанай.
– Балалар, йәштәр үҙебеҙҙең шәхес­тәрҙе белеп, яҙыусы тыуған ауылда йәшә­үенә ғорурланып үҫһен, – ти хәстәрлекле ханым.


Вернуться назад