Ҡасандыр Баймаҡта китап магазинының гөрләп торған сағы бар ине. Ул ябылғандан һуң рухи көрсөк кисерҙек. Белем шишмәһе булған китапһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Юғары мәҙәниәтле халыҡ ҡына илен күтәрә, үҫтерә ала. Ә был сифаттың нигеҙе, рухиәттең ҡалҡаны – китап. Район башҡорттары ҡоролтайының ҡарарына нигеҙләнеп, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ярҙамы менән күптән түгел “Баймаҡ” сауҙа комплексында “Башҡорт китабы” тигән һатыу урыны асылды.Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ришат Ишембәтов: “Туған телдә сыҡҡан баҫмалар һатыуҙы тергеҙергә кәрәклеге тураһында һөйләшкәйнек. Яңылбикә Мөхәмәтйәнованың тәҡдиме менән З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә бәйләнешкә сыҡтыҡ, директоры Илһам Йәндәүләтов ярҙам итергә һүҙ бирҙе. “Баймаҡ” сауҙа комплексы етәксеһе Әҙһәм Ҡотоевҡа рәхмәт – ошонан урын бүлде”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Артабан яҡташыбыҙ, “Китап” нәшриәте директоры Илһам Миңлеғәле улы был мәсьәләнең күптән өлгөрөп еткәнен билдәләне.
– Рамаҙан айында матур ваҡиғаның шаһиты булдыҡ,– тине ул. – Республикала сыҡҡан китаптарҙың 70 проценты беҙҙә баҫыла. Хөкүмәт махсус субсидия бүлә, шуға күрә баҫмаларҙың хаҡы арзан. Беҙ нәшриәттә сыҡҡан һәр яңы китапты ебәреп торорға вәғәҙә бирәбеҙ. Магазиндарҙың яҙмышы һатып алыусынан тора, шуға күрә бында йышыраҡ килегеҙ, таныштарығыҙға, туғандарығыҙға мәғлүмәт еткерегеҙ.
Артабан район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина сауҙа урынын “Китап” нәшриәтенең филиалы” тип нарыҡланы, уға оҙон ғүмер, уңыштар теләне.
Китапты ике кеше тыуҙыра – ижадсы һәм уҡыусы. Беҙҙең район ижадсылары “Йәнгүҙәй” исемле әҙәби берекмәгә тупланған. Уның эшмәкәрлегенә киләһе йыл 20 йыл тула. Улар үҙҙәренең тәүге ижадын “Ирәндек гәүһәрҙәре” исемле йыйынтыҡта сығарҙы. Шунан рухланған байтаҡ ижадсылар – тарихсы Борис Хәйретдинов, шағирә, тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәйсә Иҫәнбаева, әсе телле Әлфиә Юлыҡ, нескә хисле Әлфиә Бикташева, шулай уҡ республиканың почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе Әмир Сәйғәфәров, журналистар Салауат Мөхәмәтшин, Рәшит Үтәев һәм башҡалар үҙ йыйынтыҡтарын даими сығарыуға өлгәште. Тимәк, Баймаҡ ижадсылары ла халҡы күңеленә юлды китап аша һала.
Башҡорт баҫмалары, бигерәк тә нәфис әҙәбиәткә сарсаған халыҡ өсөн, Урал батыр бөрккән һыуһын ҡандырғыс тере һыуға тиң. Киләсәктә милли китаптарҙы һатыу эше тағы ла киңәйер, ҡала һәм район халҡының яратҡан урынына әүерелер, тип ысын күңелдән ышанабыҙ.