Бөтә көс – фашизмды тар-мар итеүгә21.06.2017
Бөтә көс – фашизмды тар-мар итеүгәӨфө паровоздар депоһы эшселәре, инженер һәм техник работниктары коллективының СССР Государство Оборона Комитетының председателе иптәш Иосиф Виссарионович Сталиндың радио аша һөйләгән һүҙенә арналған митинг булды. Унда учителебеҙ иптәш Сталиндың һүҙҙәре яҙылған тексты тимер юл политбүлеге начальнигы иптәш Иванов уҡыны.
Митингыла ҡатнашыусылар иптәш Сталиндың һәр бер һүҙен ҡайнар хистәр менән, бөйөк халҡыбыҙ эшенә, Ленин-Сталин партияһы эшенә һәм һөйөклө даһи Сталин эшенә ысын күңелдән бирелеү тойғолары менән тыңланы.
Элекке йорт хозяйкаһы, хәҙер электросварка эшендә ученица булып эшләүсе Нина Винокурова беренсе булып һүҙ алды. Ул: “Мин беҙҙең данлыҡлы илебеҙгә фашистик вар­варҙарҙың һөжүм итеүҙәре тураһында иптәш Молотовтың белдереүен радио аша ишетеү менән депоға килеп эшкә башланым. Хәҙер эшкә яҡшы ғына өйрәнеп киләм. Данлыҡлы Ҡыҙыл Армиябыҙҙың кәрәктәре өсөн, фашизм бандаларын тулы еңеү өсөн бөтә көсөмдө йәлләмәйенсә эшләйәсәкмен. Шуның менән бергә бөтә йорт хозяйкаларын фронтҡа киткән ирҙәрен, туғандарын алмаштырырға, илебеҙ өсөн бөтә көстәрен йәлләмәй эшләүҙәрен, Ҡыҙыл Армиябыҙҙың бөтә кәрәктәрен тәьмин итеүгә бирелеп эшләү өсөн көрәшергә саҡырам”, – тине.
Унан һуң сығып, граждандар һуғы­шында ҡатнашыусы Рәхимйән Хөс­нуритйәнов иптәш һөйләне. Ул: “Минең ике туғаным хәҙер фронтта фашистик бандаларға ҡаршы көрәшә. Үҙемә тапшырылған эштә күпме көсөм етә, илебеҙҙең оборонаһы өсөн күпме кәрәк, шул тиклем эшләйәсәкмен. Әгәр кәрәк булһа, бөгөндән фронтҡа китергә әҙермен. Беҙҙең эш ғәҙел, беҙ еңер­беҙ, гитлеризм юҡҡа сығарылыр. Фашизмды, гитлеризмды тар-мар итергә бөтә көсөбөҙҙө бирербеҙ”, – тине.
Депоның коллективы, фашистик каннибалдарҙың йыртҡыс ынтылыштарына ҡаршы яуап итеп, депола паровоздарҙың бер генә простойын да булдырмаҫҡа, ремонттан буш ваҡытты станоктар һәм оборудованиелар ремонтлау эшенә бирергә, шуның менән бергә депоның ҡышҡа әҙерлек эшен 1 авгусҡа тиклем яҡшы сифатлы итеп тамамларға, июль айында пландан тыш продукция бирергә, тигән конкрет йөкләмәләр алды.
Ғ. ҒАФФАН.
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”. –
1941. – 5 июль, № 157).


Вернуться назад