Йәшә әле, ағай!21.06.2017
Имаметдин Сәлимгәрәй улы Әбүзәров оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһында йәшәй. Ул Ғафури районының Ташаҫты ауылында тыуған. Ветеранға, Аллаһ бирһә, быйыл 92 йәш тула.
Хөрмәтле, тырыш, бөйөк рухлы, дәрт-дарманлы Имаметдин Сәлимгәрәй улының ил алдындағы бөйөк хеҙмәттәренең билдәһе – иҫәпһеҙ-һанһыҙ орден-миҙал, дәү­ләт тарафынан ҡотлауҙар, бүләктәр. Уларҙың күплегенә аптырарһың!

Ветеранға арнап яҙылған шиғы­рымды гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәм:

Имам ағай, һин бит –
Әбүзәровтарҙың ғорурлығы
Һәм дә шатлығы!
Күңел менән йөрәк һис ҡартаймай,
Күңелдәрҙә юҡ ул ҡартлығы!

Вертолетың менән осоп
һауаларҙа,
Ҡайтып төшә инек ауылға.
Һинән үрнәк алып –
Дәрт-дарманға манып,
Бирешмәй ҙә инек дауылға!

Вертолетыңа ултыртып,
күккә менеп,
Йөрөтөп ала инең һин беҙҙе.
Аллаһыға рәхмәт, төпкөл
балаһына,
Шундай һөнәр, ҡыйыулыҡ бирҙе!

Йәшә әле, ағай, оҙаҡ-оҙаҡ,
Алла бирһен һиңә иҫәнлек!
Беҙ бик шатбыҙ һинең барлығыңа,
Һинән беҙгә килеп тора
Һаман күркәмлек,
Беҙ теләйбеҙ һиңә
иҫәнлек!!!




Вернуться назад