Күңелдәге яра һаман һыҙлай21.06.2017
Күңелдәге яра һаман һыҙлай Ҡырҡ берҙә һәләкәтле дошман
Ҡанлы бысаҡ һуҙғас һулышҡа,
Нәфрәт уты тоҫҡап илбаҫарға,
Ғәййәр ирҙәр сыҡты алышҡа...

(Раян Вахитов).
Эйе, Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығын да бил­дәләп үтте ил. Был көн тере ҡалған күптәрҙең күңел ғазабын ҡабаттан яңырт­ты, күҙ йәштәрен түктертте. Тән яраһы уңалһа ла, йөрәктеке мәңгелек сир булып ҡала шул.


Күңелдәге яра һаман һыҙлайҺуғыш яланында ятып ҡалғандар, хә­бәрһеҙ юғалғандар, йәрәхәтләнеп ҡай­тып, оҙаҡ йәшәй алмағандар һәм бөгөн бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалған яу­гирҙәр тураһында һөйләйбеҙ, уларға әҙме-күпме ярҙам күрһәтелә, хөрмәт йөҙөнән йылына бер булһа ла гөлләмәләр бүләк ителә.
Һуғыш башланыуға ла 76 йыл булып китте. Үҙе бер кеше ғүмере. 1941 йылдың 22 июне күңелдәрҙә ҡара көн булып һаҡ­лана, онотолмай. Ваҡыт үткән һайын уның ни рәүешле ҡурҡыныс булыуына, ҙур афәт килтергәненә нығыраҡ инанып, йөрәктәр тетрәнеп ҡуя. Һуғыш башланған 22 июнь таңында бөтә ил бер булып аяғүрә баҫты.
Башҡортостан был дәһшәтле йылдарҙа Еңеүҙе яҡынайтыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Республикабыҙҙың 700 меңдән ашыу ир-аты фашизмға ҡаршы һуғыштың беренсе көнөнән үк яуға сапты, үҙ ҡарамағында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын булдырҙы һәм иң ҡыҙыу урындарҙа тап ошо дивизия алышты. Беҙҙең яугирҙәр һәр ерҙә антына тоғро ҡалып, дошманға арыҫландай ташланды, ил етәкселегенең ышанысын намыҫ менән аҡланы, халҡыбыҙ йөҙөнә тап төшөрмәне. Дивизия 78 Советтар Союзы Геройы, биш тулы Дан ордены кавалерын бирҙе. Яугир­ҙәребеҙҙең илде һаҡлауға бөтә көсөн би­ре­үе, быны үҙенең төп бурысы итеп ҡа­бул итеүе – ысын ир-атҡа хас юғары сифат.
Беҙҙең Эйек буйында урынлашҡан бә­лә­кәй генә Туйөмбәт ауылынан һуғыш баш­ланыуҙың беренсе көнөндә үк һәр өйҙән ике-өсәр кеше һуғышҡа оҙатылды. Колхоздың эшкә яраҡлы аттарына атланып киткәндәре һаман күҙ алдында. Ул ваҡытта колхоз рәйесе вазифаһын үтәгән Ғәлләм ағайҙың: “Иламағыҙ, беҙ, дошманды тар-мар итеп, тиҙҙән ҡайтырбыҙ”, – тип көн дә егеп йөрөгән ҡола айғырына шарт итеп һуғып, урамдан сабып сығып китеүе, уның артынан ҡалғандарҙың ҡул болғап ҡуҙға­лыуын оноторлоҡ түгел. “Тиҙҙән ҡайтыр­быҙ”, – тип китһә лә, Ғәлләм ағай ҡайта алманы, хәбәрһеҙ юғалды. Бөгөн ауылда уның ҡыҙы Миңниса йәшәп ята.
Бәләкәй генә ауылым фронтҡа 63 ир-еге­тен оҙатты. Улар бөтәһе лә 112-се Баш­ҡорт кавалерия дивизияһына алынып, һуғыштың иң ауыр урындарында дошманға ҡаршы батырҙарса көрәшеп, тарих бит­тә­рендә лайыҡлы урын алды. Иң аяныс­лыһы шул: 63 ир-аттың етеһе генә әйләнеп ҡайтты, тик улар ҙа оҙаҡ йәшәй алманы. Бөгөн ауылыбыҙҙа бер яугир ҙә ҡалманы, улар иҫтәлегенә ауыл урамында ҡуйылған таҡтаташ – мәңгелек хәтер маяғы. Тыл яу­гир­ҙәре лә бөгөн ауылда бишәү генә ҡалды.
Ир-егеттәрҙе оҙатҡас, ауыл бушап ҡалды, урамда тынлыҡ урынлашты. Тик ҡатын-ҡыҙҙың шым ғына илағаны ишетелеп ҡала. Беҙ, балалар, урамға сығып, ни булғанын аңларға тырышҡандай, әкрен генә һөйләшәбеҙ ҙә таралышабыҙ. Уйын ҡайғыһы китте. Һуғыш башланыу менән етди төҫ алып, ололар сафына баҫтыҡ, ҡулыбыҙҙан килгән бөтә эште – утау, бесән йыйыу, колхоз келәтенә башаҡ тапшырыу һәм башҡалар – башҡарҙыҡ. Етмәһә, 1942 йылда булһа кәрәк, колхозға Хөкүмәткә һарыҡ һөтөн тапшырыу бурыcы йөкмәтелде. Олатайҙар ҡулайлаштырып эшләп биргән ситлектәрҙә лә һауыуға өйрәтелмәгән малды тотоуы әсәйҙәргә ауыр, шуға улар беҙҙе ярҙамға саҡырыр ине. Һарыҡ һөтө фронтҡа брынза эшләп ебәреү өсөн кәрәк булған. Бының менән Ерекле ауылында шөғөлләнеп маташ­ҡандар.
Һәр өйҙә – береһенән-береһе бәләкәй итәк тулы бала. Ләкин ауылдаштарым ҡаушап ҡалманы, тыуған төйәге өсөн яуаплылыҡ тойоп, балалары, һуғыш яланында йөрөгән ирҙәре, ағалары, уландары хаҡына ныҡ булыу, һуғышты еңеү менән тамамлау өсөн арымай-талмай эшләү кәрәклеген аңлап, йоҙроҡтары нығыраҡ йомолдо. Быға тиклем ирҙәренә таянып, тыныс ҡына йәшәгән ҡатындарға, тиҙ арала улар урынына баҫып, ауыр хеҙмәткә егелеү, урындағы йәшәйешкә тулыһынса яуап биреү еңел булманы. 11–15 йәшлек үҫмерҙәр шунда уҡ колхоздың төп терәгенә әйләнде, ҙур ярҙамсы булды.
60 – 70 йәшлек Хафиз, Кинйәғол, Ҡунаҡбай, Әхмәтшәриф олатайҙар бөтә ауылға күҙ-ҡолаҡ, йәштәргә кәңәшсе генә булып ҡалманы, үҙҙәре лә эштең урта­һында ҡайнаны. Улар иңендә арба-сана йүнәтеү, кәртә-ҡура нығытыу, һалабаш һалыу, йүкә әҙерләү, аттарға йүгән, дилбегә ишеү, яҙын ер аяғы-ер башына йөрөп ҡул менән иген сәсеү һәм башҡа тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәр булды.
Оло йәштәге инәйҙәр көнөн-төнөн эштә йөрөгән әсәйҙәрҙең бәләкәй балаларын ҡарауҙы үҙ өҫтөнә алғайны. Шул арала улар колхоз эшенә лә өлгөрҙө: фронтҡа ойоҡбаш, бейәләй бәйләү өсөн ҡыҙҙарға йөн иләп бирәләр, хужалыҡҡа кәрәкле тоҡтарҙы ямайҙар ине. Киндер серетеп, уны тылҡыуыста тылҡып сүбәк алалар, шуны тарап йомшартып, бөтә ауылға тегенеү өсөн еп иләйҙәр. Вәсбиямал инәй балаларға ғына түгел, хатта ололарға ла аяҡ кейемдәрен ямап кейҙерер, быймаларын табанлар ине.
1943 йыл иң ауыр осор булып иҫтә ҡал­ған. Күрәһең, халыҡта запас бөтөп, артабан йәшәү мөмкинлеге сигенә килеп еткәндер. Тылдағылар ас-яланғас, бөтә булған аҙыҡ-түлек фронтҡа оҙатыла. Ҡа­тын-ҡыҙҙың һыйыр менән генә арлы-бирле һөрөп сәскәненән уңыш та юҡ кимәлдә. Етмәһә, халыҡҡа башаҡ йыйыу ҙа тыйыла, кире осраҡта төрмә көтә. Шулай ҙа халыҡ түҙҙе, яҡты көн киләсәгенә ышанды, өмөтөн өҙмәне.
Ҡыҫҡаһы, беҙҙең ауыл бер бөтөн ғаи­лә­гә әйләнде, һуғыштың тиҙерәк еңеү ме­нән тамамланыуын, аталарының, ирҙә­ре­нең, уландарының, йәш ҡыҙҙар егет­тә­ренең иҫән-аман ҡайтыуын теләне, шуға ышанды, шуның өсөн эшләне һәм яҡын­дарын шатланып ҡаршы алыу хыялы менән янды. Әммә...
Һуғыштың тәүге көндәрендә үк дошман Мәскәүгә тиклем килеп етте. Улар бит алдан бөтә Европаны баҫып алыуға әҙер­ләнгән булған. Һәр һалдаты автомат менән килгәндә, беҙҙекеләрҙең һыбай ҡаршы ба­рыуы үҙе үк халҡыбыҙҙың башҡа һый­маҫ­лыҡ батырлығын, иле өсөн үлемгә лә әҙер булыуын иҫбатланы, сөнки ул осорҙа бер­ҙәмлек, бер-береңә ышаныс көслө ине.
И. Сталиндың халыҡҡа 3 июлдәге мөрәжәғәтнамәһендә: “...Враг будет разбит, победа будет за нами”, – тип ил халҡына ҙур ышаныс белдереп өндәшеүе үк халыҡ менән етәкселектең бер-береһен аңлауын, фекерҙәренең тап килеүен, бер маҡсатта йәшәүен иҫбатлай. Дәһшәтле дошманға бер йоҙроҡҡа төйнәлеп ташланыу арҡаһында яуланды ла инде Еңеү. Бында тыл менән фронт берҙәмлеге ҙур роль уйнаны. Әгәр ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ҡарт-ҡоро ҡулға-ҡул тотоношоп эшләмәһә, еңеүгә өлгәшә, был көндө оло ғорурлыҡ менән байрам итә алмаҫ та инек.
Ҡот осҡос ауырлыҡтар, иҫәпһеҙ ҡорбандар, ҡанлы күҙ йәштәре аша еңеүгә өлгәште халыҡ. Хәҙер инде һуғыш тамамланыуға – 72 йыл. Тыныс тормошҡа сыҡҡас, һуғыш йылындағы михнәттәр, емерек илде аяҡҡа баҫтырыу ғазаптары тураһында күп һөйләнелә. Әммә шул осорҙағы ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәргән ҡаһармандар – тыл батырҙары, һуғыштың бөтә михнәттәрен күргән балалар – тураһында аҙ иҫкә алабыҙ кеүек. Һуғыш һәм тыл яугирҙәре бер үк хөрмәт һәм ихтирам менән баһаланырға тейеш түгелме һуң? Улар бит бөгөн илдә һанаулы ғына ҡалып бара.
Фронтты аҙыҡ-түлек, кейем, ҡорал менән тәьмин иткән тыл батырҙары һуғыш яланы яугирҙәре менән тиң баһаланырға, оло ихтирамға хаҡлы. Бөгөнгө тормошҡа нигеҙ һалыусы, яуыз дошман тырнағынан һаҡлап алып ҡалыусы бит улар.
Һуғыштан һуңғы емерек илде аяҡҡа баҫтырыу ҙа улар ҡулы, аҡылы, фиҙакәр хеҙмәте менән башҡарылды. Бөгөнгө өсөн балалыҡ наҙынан, йәшлек бәхетенән мәхрүм ителгән быуын бит ул. Бөгөн араларында аяныс хәлдә йәшәгәндәре лә осрай. Бында етәкселеккә уйланырға ваҡыт.
Ир-ат яуҙа, ҡатын-ҡыҙ
Һыйыр екте, иген икте.
Әсәйҙәрҙән ҡалманыҡ беҙ,
Иген менән бергә үҫтек, –
тине Ирек Кинйәбулатов үҙенең бер шиғырында.
Һуғыш башланыуға ла 76 йыл үтеп китте. Әммә ул йылдарҙа алған йөрәк яраһы, бигерәк тә бала күңелендәге яра һаман уңалмай. Илгә ҡабат афәт килмәһен, киләсәк быуынға беҙ күргәнде күрергә яҙмаһын.


Вернуться назад