Бурысың булһа – табырҙар, түләтерҙәр...21.06.2017
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Илнур Мәхмүтов үткәргән матбуғат конференцияһы ойошманың эш һөҙөмтәләренә арналды.
“Судта еңеүе ҡыйын булманы, ә бына уның ҡарарының үтәлеүенә өлгәшеү, ай-һай, ауырға төштө”. Шулай тип әйткәндәрен ара-тирә булһа ла ишетергә тура килгеләй. Ауыр хеҙмәт ул. Суд, дәлилдәр етерлек һәм ышандырырлыҡ булһа, ҡарар сығара ла шуның менән бөтә. Ә ғәйепле яҡ, тәбиғи, был ҡарарҙы үтәргә бик ашҡынып тормай. Уныһы бер хәл, яуаплылыҡтан ҡасып йөрөгәндәр ҙә аҙым һайын осрай. Мөлкәт өсөн һәм башҡа тейешле һалымын түләүҙе кисек­тергәндәр һаны арта бара. Бурыслыларҙы асыҡлау маҡсатында приставтар һалым инспекцияһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, йыш ҡына дәүләт автоинспек­цияһынан да ярҙам һорай. Һуңғылары, белеүебеҙсә, юлда яҡынлашып килгән автомобилдең теркәү номерына ҡарап, рулдә ултырған кешенең бурыслымы, түгелме икәнлеген күҙ асып йомғансы асыҡларға һәләтле.
Шулай ҙа суд приставтары идаралы­ғының эш йомғаҡтары һәр кемдә тәьҫир ҡалдырырлыҡ: былтыр улар ике миллиондан ашыу суд ҡарарының үтәлешен тәьмин иткән! Бер пристав айына уртаса 308 суд ҡарарын үтәгән! Был 2015 йыл менән сағыштырғанда 38 ҡарарға күберәк.
Кисектерелгән һалым бурысын ҡайтартыу ҙа бик мәшәҡәтле эш. Быйылғы биш айҙа ғына ла, мәҫәлән, суд пристав­тарының Башҡортостан буйынса идаралы­ғы кисектерелгән һалым бурысын ҡаҙнаға былтырғы шул уҡ осор менән сағыштыр­ғанда 38 миллион һумға күберәк ҡайтарта алған. Уның күләмендә шәхси бурыстар өлөшө артҡан, ә бурыслы ойошмалар һаны, киреһенсә, кәмегән. Ә былтырғы эшмәкәрлек йомғаҡтарына ҡараһаҡ, суд приставтарының республика ҡаҙнаһына барлығы дүрт миллиард һумдан ашыу аҡсаны ҡайтартыуын күрербеҙ. Был 2015 йыл менән сағыштырғанда 800 миллион һумға күберәк.
– Кисектерелгән бурыстың иң ҙур өлөшө Өфөнөң Октябрь районына тура килә. Ә бына Дыуан, Мишкә, Бөрйән һәм Илеш райондарында ундай бурыс – иң аҙы. Тимәк, уларҙа һалым һәм түләүҙәрен ваҡытында ҡайтара белгән тәртипле халыҡ йәшәй, – ти Илнур Әнүәр улы.
Социаль әһәмиәтле бурыстарға айырым иғтибар бирелә. Билдәле булыуынса, эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурысты ҡайтартыу хәҙер көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнде. Үткән йыл идаралыҡҡа ошо бурысты түләтеү буйынса 22 мең башҡарыу ҡағыҙы килгән, шуларҙың 14 меңе үтәлгән, ҡалғаны үтәлеү өҫтөндә. Быйыл 1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, суд приставтары алимент түләмәгән йәки һуңлатҡан ике меңдән ашыу кешене иҫкәртеп сығырға өлгөргән.
Илнур Мәхмүтов балаларына алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән ата-әсәләрҙең бурысын түләтеү проблемаһына айырым туҡталып үтте. Улар буйынса бер йылда ғына ла 49 меңдән ашыу суд ҡарары килгән.
Идаралыҡ хоҡуҡи кимәлде күтәреү маҡсатында халыҡ менән осрашыуҙар ҙа үткәрә, былтыр ғына ла йөҙҙән ашыу шундай әңгәмә ойошторолған, аҡсалата бурысты ваҡытында түләүҙең отошло булыуы тураһында аңлатылған, уларҙа һигеҙ мең самаһы кеше ҡатнашҡан.
Ҡоролошо буйынса ла заманға яраҡлашырға тырыша ида­ралыҡ. Быйыл 1 августан, мәҫәлән, коллективҡа 14 яңы пристав урыны өҫтәлә, был эште әүҙе­мерәк алып барырға ярҙам итәсәк. Яңы хеҙмәткәрҙәрҙе суд ҡарарҙарын башҡарыу буйынса ҡарарҙар күп йыйылған, йәғни эш күләме ҙур булған урындарға ебәрергә уйлайҙар. Көйөргәҙе районы менән Кү­мертау ҡалаһындағы йәмғеһе 39 белгестән торған бүлексәләр бергә ҡушылған. Икеһенең дә бер-береһенә яҡын урынлашыуын иҫәпкә алһаҡ, был үҙгәрештең халыҡҡа уңай­һыҙлыҡ тыуҙырмаясағына ышаныс бар. Идаралыҡта географик яҡтан шулай яҡын булған башҡа ҡайһы бер бүлексәләрҙе лә киләсәктә бергә ҡушыу тормошҡа ашырылырға тейеш.
Яңы кадрҙар ҙа өҫтәлгәс, идаралыҡ коллективы 1 688 ке­ше­гә етәсәк. Шуның 442-һе судьяларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән төркөмгә инә, 582 хеҙмәткәр суд ҡарарҙарын үтәү өҫтөндә эшләй.


Вернуться назад