Донъялар тыныс, күгебеҙ аяҙ торһон!21.06.2017
Донъялар тыныс, күгебеҙ аяҙ торһон!Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға – 76 йыл. 1941 йылдың 22 июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. Дүрт йылға һуҙылған яуҙа, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир – Советтар Союзы Геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ булған.
Ҡайғы һәм хәтер көнөндә Башҡортостандың төрлө төбәк­тәрендә Бөйөк Ватан һуғы­шында һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алалар. Өфөлә Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәле янында тиҫтәләгән шәм яндырыла, ветерандар йәштәргә ябай совет һал­даттарының ҡаһарманлығы, һуғыштың нисек башланып китеүе тураһында һөйләй.
Һуғыш илебеҙгә ҡот осҡос афәт алып килде. Мәхшәр үҙәгендә ҡайнаған йәш егет һәм ҡыҙҙар хәҙер – сал сәсле әбей-бабайҙар, күптәре ара­быҙҙа юҡ инде. Ил азатлығы, яҡты киләсәк өсөн уларҙың күрһәткән ҡаһарманлығы, түккән ҡаны мәңге онотолмаҫ!
Бөйөк Еңеү һулышын бөрк­кән хөрмәтле ветерандар, Һеҙҙең алда оло ихтирам менән баш эйәбеҙ! Сикһеҙ рәхмәт әйтеп, Һеҙгә тыныс таңдар, имен тормош, бәрәкәт һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Барыбыҙҙың да теләге бер: донъялар тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын, һуғыш афәтен баш­ҡаса күрергә яҙмаһын!
С. НӘЗИРОВ.

Риф ӘХМӘҘИЕВ
Июнь һәм май
Май һәм июнь. Календарҙа –
Аралары бары бер ай.
Ә тарихта – дүрт йыл буйы
Ил иңендә һуғыш тынмай:
Башы – июнь, аҙағы – май.
Июнь һәм май – яҙ менән йәй –
1418 көн һуғыш тынмай.
Халҡым менән шул айҙарҙың
Береһе – көлә, береһе – илай.
Шомло июнь. Еңеүле май.
Май һәм июнь. Июнь һәм май...
Хәҙер халҡым календарҙы
Үҙ яҙмышы һымаҡ аңлай:
Алда июнь – яу ҡуҙғалған,
Унан һуң май – еңеүле ай!


Вернуться назад