Еләктән тәмле мусс20.06.2017
Мусты – күбекләнеп торған үҙенсәлекледесертты – әҙерләүе ауыр тойолһа ла, бер нисә ҡат эшләп ҡарағандан һуң, ул яратҡан ризыҡҡа әйләнеүсән. Бигерәк тә йәй айҙарында әҙерләү уңайлы.
Бер стакан еләк, ике аш ҡалағы манный оно, дүрт аш ҡалағы шәкәр, ярты литр һыу кәрәк буласаҡ.
Еләкте бер тәүлеккә туңдырғысҡа ҡуйып торорға кәрәк. Ризыҡты әҙерләй башлар алдынан, уны ярты сәғәт иретәбеҙ (ағып сыҡҡан һутын түгергә ярамай, аҙаҡ ҡулланабыҙ). Еләкте ҡалаҡ менән иҙгәс, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утҡа ҡуябыҙ. Ипләп кенә манный оно өҫтәйбеҙ һәм ете-һигеҙ минут бешерәбеҙ.
Килеп сыҡҡан бутҡаға еләк һуты ҡоябыҙ һәм һыуытабыҙ. Масса һыуынып бөткәс, блендер менән дүрт минут буйы иҙәбеҙ. Ризығыбыҙҙың күләме ике тапҡырға артырға тейеш. Мусты стаканға тултырып, бер сәғәт һыуытҡыста тоторға кәрәк.
Баҡса еләгенән коктейль
400 мл һөт, ике аш ҡалағы туңдырма, ҡурай еләге, бер аҙ ҡыҙыл ҡарағат, тәменсә шәкәр пудраһы кәрәк буласаҡ.
Еләкте яҡшылап йыуып, бер аҙ киптереп алғас, туңдырма, һалҡын һөт ҡушып, блендер ярҙамында иҙәбеҙ. Аҡ күбек барлыҡҡа килергә тейеш. Был коктейль бигерәк тә балаларға хуш килер.