“Ҡәнәғәт йөҙҙәрҙе күреп ҡыуанам”20.06.2017
“Ҡәнәғәт йөҙҙәрҙе күреп ҡыуанам” Ҡарап тороуға сәс ҡырҡыу ябай ғына һөнәр күренһә лә, уның да үҙ нескәлектәре, үҙенсәлектәре бар. Прическа яһау ижади ҡараш талап итә, оҫтаның фантазияһына күп нәмә бәйле.
Үрге Тәтешле ауылынан матурлыҡ салоны хужаһы Миләүшә Насибуллина ошо һөнәрҙе һайлап яңылышмауына күптән төшөнгән.

– Прическа кәйефкә ҙур йоғонто яһай. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: сәсен ҡырҡтырһа, кеше үҙгәреп киткәндәй була. Эш башлауыбыҙға саҡ бер йыл, шуға ҡарамаҫтан үҙ клиенттарыбыҙ барлыҡҡа килде. Беҙгә күрше ауылдарҙа йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа мөрәжәғәт итә. Бер килеп сәс ҡырҡтырған кеше салоныбыҙҙы урап үтмәй, – ти ул.
Юрист һөнәренә эйә Миләүшә Мәжит ҡыҙы электән үҙ эшен асырға хыяллана. Ниндәй йүнәлеште һайларға тип баш ватмай ул: матурлыҡ салонына туҡтала. Әммә эште башлап китеүгә күп кенә сығым талап ителә. Йәш йүнсел бында ла юғалып ҡалмай. Ярҙам һорап район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. “Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ ҡылыу” муниципаль программаһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә була һәм, күп тә үтмәй, субсидия алыуға өлгәшә. Аҡсаға ҡуртымға бина юллай, бөҙрәхана, косметология кәрәк-яраҡтары һатып ала.
“Ҡәнәғәт йөҙҙәрҙе күреп ҡыуанам”Бөгөн матурлыҡ салонында ҡатын-ҡыҙ, ир-ат прическаларын эшләү, маникюр, педикюр, керпектәрҙе үҫтереү, ультратауыш ярҙамында битте таҙартыу хеҙмәттәре күрһәтелә. Йүнселдең киләсәккә пландары ҙур: артабан да гүзәл заттарға матурлыҡ, күтәренке кәйеф бүләк итеү өсөн солярий булдырып, башҡа заманса хеҙмәттәр күрһәтеү юлдарын эҙләй. Биш кешегә эш урыны булдырған. Тәтешленең гүзәл ҡыҙҙарын тағы ла сибәр, матур итеү тураһында хыяллана ул.
– Мин, ғөмүмән, сәс менән булышырға яратам. Тырышлығыңдың һөҙөмтәһенә үҙең дә һөйөнәһең. Ҡәнәғәт йөҙҙәрҙе күреү – икеләтә ҡыуаныс. Теләгем шул: үҙебеҙҙе матурларға ваҡыт таба белергә кәрәк, үҙебеҙҙән һис ҡасан иғтибарҙы йәлләмәйек, – ти Миләүшә Мәжит ҡыҙы.



Вернуться назад