Көндәр йылына башлау менән балаларҙың тәҙрәнән ҡолауына бәйле күңелһеҙ осраҡтар арта. Был хаҡта хәбәрҙәр республикабыҙҙың әле бер, әле икенсе төбәгендә ишетелеп ҡала.Өйҙә ике бер туған ғына ҡала. Ата-әсәләре эштә. Олорағы иғтибарын башҡа нәмәгә йүнәлтеүе була, кесеһе тәҙрә төбөнә менеп, себен-серәкәй инмәһен өсөн ҡуйылған сеткаға таяна. Тик үҙе бәләкәй ағай өс йәшлек баланы нисек тота алһын инде... Һөҙөмтәлә өсөнсө ҡаттан ҡолаған бала ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Икенсе бер осраҡта ҡурҡыныс фажиғәнән ҡотолоп ҡалалар. Үтеп барған кешеләр һигеҙенсе ҡаттағы тәҙрә төбөндә торған баланы күреп ҡала. Ә ул тәҙрәне берсә асып, берсә ябып, үҙенсә уйнаған була. Иҫәптә секундтар икәнен ҡайҙан аңлаһын инде ул. Шаһиттар йәһәтләп ҡотҡарыусыларҙы саҡыра. Асыҡланыуынса, атаһы баланың үҙен генә ҡалдырып эшкә сыҡҡан да киткән. Күршеләре бындай осраҡтың тәүгә түгеллеген дә белдерә.
Үкенескә ҡаршы, балаларҙың тәҙрә менән “танышҡан” осраҡтары гел уңышлы тамамланмай. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә йыл һайын биш йөҙләп сабый өсөн ул теге донъяға “асыла”... Балалар араһындағы йәрәхәт алыуҙарҙа был, юл фажиғәләренән һуң, икенсе урында тора.
Америка Ҡушма Штаттарында ла ошо йәһәттән тикшереү үткәргәндәр. Унан күренеүенсә, һигеҙ йыл эсендә 98 415 бала тәҙрәнән ҡолап төшөп, дауаханаға эләккән. Бәләгә тарығандарҙың өстән ике өлөшө – йәп-йәш сабыйҙар. Беҙҙә лә был йәһәттән хәл шәптән түгел. Бигерәк тә үткән йәйҙең ҡыҙыуында күңелһеҙ ваҡиғалар бермә-бер күбәйгән.
Ни эшләйһең, эҫе көндәрҙә тәҙрәне шар асып ҡуйыу ғәҙәти күренеш бит. Ләкин эш һәр ваҡыт унда ла түгел. Ҡайһы саҡта ябыҡ тәҙрә лә ҡарауһыҙ ҡалған балаға уны асып ҡарарға ҡамасауламай. Быяла артындағы сағыу донъяны, үтеп-һүтеп йөрөгән кешеләрҙе кемдең күргеһе килмәҫ?..
Күптәр себен-серәкәй инмәһен өсөн ҡуйылған сетканы хәүефһеҙ тип тә хаталана. Ләкин ул күҙгә генә ныҡлы кеүек күренә. Бала бары терәлһен генә үҙенә, тәҙрә артындағы сағыу донъя шунда уҡ башҡа төҫкә инә лә ҡуя...
Хәҙер ауылдарҙа ла пластик тәҙрә ҡуйыу киң таралды. Яҡшы бит. Кәрәк икән, тулыһынса асып була үҙен, кәрәк икән, бер ситен генә. Ҡышҡыһын да ҡатлап тораһы түгел. Сеткаһы ла бар үҙенең. Тик шунда ла өй тәпәш әле тип, йәки башҡа сәбәптәрен уйлап сығарып, ғәмһеҙ ҡалырға ярамай. Бер-ике метр ҙа – сабый өсөн бейек ара. Бәғеркәйеңдең имен-һау үҫеүенә ни етә һуң?!
Ауыл ере булһынмы, ҡаламы – ҡайҙа ла ошоға бәйле күңелһеҙ осраҡтар күп. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты даими киҫәтеү яһай, һаҡланыу ысулдарын өйрәтә. Дөйөм ҡағиҙәләрҙе иҫтән сығармаҫҡа саҡыра улар.
* Тәҙрәне бүлмә елләтеү өсөн асҡанда ла, баланы ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай. Форточканы ғына файҙаланыу яҡшыраҡ булыр.
* Тәҙрәне 10 сантиметрҙан артыҡ асмаҫҡа. Бының өсөн нығытҡыс ҡуйырға. Шулай уҡ балаға тәҙрәне нисек асырға икәнен күрһәтмәү хәйерле булыр.
* Сетканы ла нығытҡысһыҙ ҡулланмаҫҡа. Шунда ла уға артыҡ ышанырға ярамай.
* Тәҙрә янында уйнаған баланы иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа.
* Ултырғыс, дивандарҙы тәҙрә эргәһенә ҡуймаҫҡа. Балаға улар баҫҡыс рәүешендә буласаҡ.
* Баланы тәҙрә төбөнә менергә, унан һонолоп тышҡа ҡарарға өйрәтмәҫкә.
* Әгәр биш–ун йәштәрҙәге бала бүлмәлә яңғыҙы ҡалырға ҡурҡа икән, уны ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ла иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Ата-әсәһен эҙләп, тәҙрә төбөнә менеүе бар.