“Үҙ урынымды таптым”20.06.2017
Рәсимә Мөхәмәтдинова Үзбәк ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Бәләкәйҙән сәхнәне яратҡан ҡыҙ мәктәпте тамамлағандан һуң мәҙәниәт техникумына барырға уйлай. Ләкин ата-әсәһе ҡаршы булғанлыҡтан, икенсе уҡыу йортона инергә мәжбүр була. Унда бер йыл белем алғандан һуң һыҙма, юғары математика кеүек фәндәрҙең бер ҙә күңеленә ятмауына төшөнә. Тормошта үҙ урынын тапҡансы бер нисә һөнәр алмаштырырға тура килә.
2010 йылда Рәсимә Хисмәт ҡыҙын Бурлы ауыл китапханаһына эшкә саҡыралар. Тейешле белеме лә булмағас, башта ҡурҡыбыраҡ та ҡала ул. Ләкин эш үҙенсәлектәренә тиҙ арала төшөнә. Ситтән тороп Өфө китапхана техникумын тамамлай. Эш урынын нисек тә уңайлыраҡ, матурыраҡ итеп күргеһе килә. Ошо теләктә үҙ ғаиләһе менән китапханаға ремонт яһай, күргәҙмә материалдар өсөн стендтар эшләтеп ала. Мәктәп уҡыусылары менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштыра. Уҡыусы­ларҙы китапханаға ылыҡтырыу маҡсатында төрлө ҡыҙыҡлы конкурстар уҙғара, ярыштар ойоштора. Быйыл Экология йылына арнап үткәргән “Библио­төн”гә хаҡлы ялдағы ауылдаштарыбыҙ ҙа килде.
Өлкән йәштәге апайҙар өсөн “Әхирәттәр” клубы ойоштороп ебәрҙе Рәсимә Хисмәт ҡыҙы. Был клубҡа ҡул эштәре менән шөғөлләнергә яратҡан ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй. Улар тора-бара мәҙәни сараларҙа ла ҡатнаша башланы. Мәҫәлән, былтыр район күләмендә “Мөғжизәле китап донъяһы” исемле семинар уҙғарып, мәҙәниәт бүлегенең Маҡтау грамотаһына лайыҡ булдылар. Быйыл иһә “Яратам һине, тормош!” конкурсында III урын алдылар.
Был клубта шөғөлләнгәндәр яҡташ яҙыусылар­ҙың әҫәрҙәрен дә өйрәнә. Быйыл Гөлнур Яҡупова­ның “Йыртҡыс ҡаны”, “Ҡатындар” баҫмалары буйын­са китап уҡыусылар конференцияһы уҙғарҙылар. Бурлы ауыл мәҙәниәт йортонда уҙғарылған төрлө мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша “Әхирәттәр”. Китапханасыға биләмәгә ҡараған Ҡормантау, Яугилде ауылдарына күсмә китапхана менән барырға ла тура килә. Һәр урында китап уҡыусылар һаны арта бара һәм бында Рәсимә Мөхәмәтдинованың өлөшө ҙур.
Ул ғаиләһендә лә уңған ҡатын, хәстәрлекле хужабикә. Төрлө-төрлө әйберҙәр бәйләргә, баҡсаһында гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата. Ире Илшат Хөснизаман улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары Ирина менән Альбина юғары белем алып, ғаиләләре менән үҙаллы йәшәй. Улдары Илдар Стәрлетамаҡ башҡорт лицейының X класын тамамланы.
Кешегә яратҡан эше бәхет өҫтәй. Ә кемдер, яҙмышына буйһоноп, күңеленә оҡшамаған хеҙмәтте ғүмер буйы башҡарырға мәжбүр. Рәсимә Хисмәт ҡыҙы фекеренсә, ул тормошта үҙ урынын тапҡан. Шатланып эшкә барыу, һөйөнөп ҡайтыу үҙе бәхет түгелме ни?
Күпме тарих һиндә,
күпме яҙмыш,
Иҫтәлектәр күпме йыйылған.
Күпме кеше рухи аҙыҡ ала
Китапханасының ҡулынан!



Вернуться назад