Мин ғәҙеллек яҡлы07.04.2012
“Башҡортостан” гәзите 16 март һанында һуғыш ветерандарын, уларҙың тол ҡатындарын яҡлаған закондарҙың тигеҙ үтәлмәүен, уларҙан йыш ҡына сос, өҙгөс кешеләр файҙаланыуын, ә йыуаш, өндәшмәҫтәрҙең хоҡуҡтарынан мәхрүм ҡалыуын дәлилләгән мөһим мәсьәләне күтәргәйне.
Хөкүмәтебеҙ һуғыш ветерандары тураһында хәстәрлек күрә, мул пенсия бирә, торлаҡ шарттарын яҡшырта, даими иғтибар һәм ихтирам күрһәтә. Сер түгел: торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, фатир алыу ҡайһы бер ветерандар һәм уларҙың яҡындары өсөн килемле кәсепкә әйләнде. Былтыр, мәҫәлән, Өфөлә уларға бүленгән фатирҙарҙың 80 процентына яҡындары хужа булыуын ишетеп шаҡ ҡаттыҡ. Был хаҡта элекке баш ҡала хакимиәте башлығы П. Качкаев та белдергәйне. Ғәҙелһеҙлек осраҡтары башҡа урындарҙа ла күҙәтелә, айырма тик һандарҙа ғына. Йәшәргә яраҡлы йорттан баш тартып, яңы торлаҡҡа өмөт итеү мөмкин түгел һымаҡ тойолһа ла, ғәмәлдә бының киреһе менән осрашабыҙ. Яңы йорттарҙа ярҙамға мохтаж ветерандар үҙҙәре йәшәһен, ә ейән-ейәнсәре һәм башҡа туған-тыумасаһы түгел. Халыҡтың күҙе үткер, барыһын да күрә, әммә ул әлегә өнһөҙ, ғәҙелһеҙлекте ситтән генә күҙәтеп, йөрәге әрней.
Бер заман ветерандар бушлай машина алыуға сиратҡа баҫҡанда, һуғыш яланынан иҫән-һау ҡайтҡан бер ағайыбыҙ (әле лә иҫән-һау, ғүмере оҙон булһын!) оло бүләктән баш тартты: “Шундай мәхшәрҙән иҫән сыҡҡаныма шөкөр итәм. Нисек һоранып йөрөмәк кәрәк тағы?” Арабыҙҙа шундай кешеләр булыуына ла ҡыуанам.
Рәсүл ҒҮМӘРОВ,
хеҙмәт ветераны.
Ауырғазы районы.


Вернуться назад