Шундай егеттәр барҙа…20.06.2017
Шундай егеттәр барҙа…Инфраструктура ниндәй кимәлдә генә үҫешмәһен, уның төп ҡиммәте барыбер ҙә хәүефһеҙлеккә ҡайтып ҡала. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп киңәйә, яңы йорттар ғына түгел, хатта бер нисә биҫтә ҡалҡып сыҡты. Уларҙы тәьмин иткән социаль объекттарҙың да, хеҙмәттәрҙең дә артыуы тәбиғи. Мәҫәлән, күптән түгел ҡаланың көньяҡ-көнбайышында “Ашығыс ярҙам” ярҙамсы станцияһы эшләй башлаһа, ошо көндәрҙә генә тағы бер янғын һүндереү часы барлыҡҡа килде.
– Бөгөнгө ваҡиға стәрлетамаҡтар өсөн бик мөһим. Дәүләттең төп бурыстарының береһе – халҡын хәүефһеҙлек саралары менән тәьмин итеү, ошо эштең әүҙем барыуына шаһитбыҙ, – тип билдәләне яңы депо барлыҡҡа килеүҙең әһәмиәтен Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Мәһәҙиев.
Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан 72 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Әйткәндәй, 2012 йылдан алып ошондай 18 подразделение төҙөлгән. Объект заман талаптарына яуап бирә: янғынға ҡаршы көрәшеү өсөн тәғәйенләнгән ҡеүәтле техника етерлек, өҫтәүенә бында юғары кимәлдә әҙерлек үткән егеттәр эшләйәсәк. Ут һүндереүселәргә, Марат Шәриф улы әйткәнсә, тыныс хеҙмәт теләргә генә ҡала.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов билдәләүенсә, бындағы янғын һүндереүселәр үҙ эшенең оҫтаһы булыуы менән айырылып тора:
– Яңы урында хеҙмәт башлағандар ҙа был йоланы боҙмаҫ, – тигән ышаныс белдерҙе Владимир Иванович.
Стәрлетамаҡтар яңы янғын һүндереү часы асылыуға ҡыуанһа, Ярослав Адоньев өсөн был көн икеләтә шатлыҡ алып килде: уға тантаналы сарала “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы тапшырылды.
…Бер мәл 11 йәшлек малай дуҫтарының уйнарға сығыуын көтөп урамда йөрөй. Ваҡыт үткәреү өсөн ул ҡаршыһындағы бейек йорттоң тәҙрәләрен барларға тотона. Шул саҡ икенсе ҡатта асыҡ тәҙрә төбөндә кескәй ҡыҙ баланың баҫып тороуын күреп ҡала һәм, бәлә буласағын һиҙеп, шунда табан йүгерә. Малай ҡулдарын йәйеп килеп етеүгә сабый… тәҙрә аша атлай. Һиҙгер уҡыусы ваҡытында өлгөрмәһә, бер йәшлек ҡыҙҙың артабанғы яҙмышы нисек булырын күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс: тәҙрә аҫтындағы ер бетон менән ҡапланған.
Ярославтың бала килеш кеше ғүмерен ҡотҡарыуы сикһеҙ маҡтауға лайыҡ. Улай ғына түгел, кемдер ҡулъяулыҡтай ғына изгелеген дә бар донъяға ҡысҡырып йөрөгәндә, был малайҙың батырлығы хаҡында осраҡлы ғына белеп ҡалалар. Әлеге уҡыусы ише үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, башҡаларҙыҡын ҡотҡарыу­сылар барҙа, иманым камил, кешелек ҡиммәттәре юғалмаясаҡ.


Вернуться назад