Бынан бер нисә йыл элек социаль селтәрҙәрҙең нимә икәнен дә белмәй инек, хәҙер иһә һәр кемдең тиерлек, йәшенә һәм ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡарап, Интернетта шәхси бите бар. Ул ғына түгел, социаль селтәрҙәр – тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө, аралашыу, танышыу, мәғлүмәт алыу, фекер бүлешеү, күңел асыу сараһы. Маҡсаттары – кешеләрҙе таныштырыу, ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡарап берләштереү, төрлө темаға аралашыу мөмкинлеге биреү, фото һәм видеоматериалдар менән бүлешеү, музыка тыңлау һәм башҡалар. Алыҫтағы дуҫтар-туғандар менән бәйләнеш булдырыу, араларҙы нығытыу йәһәтенән дә социаль селтәрҙәр ҙур әһәмиәткә эйә.
Уларҙың тәүгеләре Көнбайыш илдәрендә барлыҡҡа килгән. Иң танылғандары – Facebook, Twitter, LinkedIn, XING, YouTube, MyAnimeList, Habbo Hotel, Google+, Tagged.com, Avaaz, Friendster һәм башҡалар.
Артабан уларға оҡшаш берләшмәләр Рәсәйҙә лә хасил булған. “Бәйләнештә”, “Класташтар”, “Минең донъям”, “Гайдпарк”, “Дуҫтар араһында”, “Сәләм”, “Минең әйләнәм” һәм башҡалар – ошо исемлектә.
Бөгөн социаль селтәр – тәүге сиратта онлайн аралашыу ҡоралы. Әлбиттә, арабыҙҙа уның аша аҡса тапҡандар ҙа, файҙалы эшмәкәрлек йәйелдергәндәр ҙә, юҡ-бар шөғөл менән ваҡыт уҙғарғандар ҙа, шулай уҡ енәйәтсел уйҙа кешеләргә виртуаль тоҙаҡ ҡорғандар ҙа юҡ түгел. Һәр хәлдә, социаль селтәрҙәр – асыҡ мөхит, уның менән ҡулланырғамы-юҡмы – үҙегеҙ хәл итәһегеҙ.