Оҫта табип күңелде яулай20.06.2017
Оҫта табип күңелде яулайТаштимер дауаханаһына барып инеү менән таҙалыҡ, бөхтәлек күҙгә ташлана, бында тыныслыҡ хөкөм һөрә. Халыҡты теркәүсе Сәфинә Әкрәм ҡыҙы ла ауырыуҙарға һәр саҡ йылы мөнәсәбәттә. Ҡабул итеү бүлмәләре араһында иң ҙур сират – теш табибы янында. Кеше күп булһа ла, тәртип яҡшы, сиратһыҙ инеүсе юҡ.
Теш табибы Шамил Әҙеһәм улы һәр кемде яҡты йөҙө, йылы һүҙе менән итәғәтле йылмайып ҡаршылай, хатта тешеңдең ауыртыуын да онотоп ебәрәһең. Юҡҡа ғына оҫта табип ауырыуҙың күңелен яулай, аҙаҡ дауалай, тимәгәндәр шул.
Ул Ишҡол ауылында Гөлшат менән Әҙеһәм Йәрмөхәмәтовтарҙың ғаиләһендә (һигеҙ малай, бер ҡыҙ үҫтергәндәр) икенсе бала булып донъяға килә. Туғандарының барыһы ла башлы-күҙле, йорт һалып, матур итеп донъя көтә. Шамил мәктәпте тамам­лағас, Башҡорт дәүләт медицина универси­те­тының стоматология бүлегенә уҡырға инә. Теш табибы һөнәрен үҙләштергәс, тыуған яғына ҡайтып, башта Асҡарҙа, 2012 йылдан алып Таштимер амбулаторияһында эшләй, былтырҙан уға етәкселек итә.
Ҡатыны Фирүзә Әсләм ҡыҙы менән Асҡарҙа бынамын тигән йорт һалып ин­гәндәр. Йәй көндәре йорт ихатаһы сәскәгә күмелеп ултыра. Шуға ла “Иң яҡшы сәскә үҫтереүселәр” исеменә лә лайыҡ булдылар. Ҡуян, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, умарта тоталар, Бөрйән районында уҙғарылған фестивалдә лә ҡатнаштылар.
Был эштәрҙә Шамилдың ике улы — уның төп ярҙамсылары. Ғаиләлә өс бала үҫә. Эмиль — юғары уҡыу йортонда, Иҙел мәктәптә уҡый, Азиза — балалар баҡса­һында. Ә Фирүзә Әсләм ҡыҙы райондың балалар ижад йортонда методист булып эшләй. Буш ваҡыттарында ғаилә менән тәбиғәткә сығалар.
Бөтә яҡтан да маһир табип Шамил Йәрмөхәмәтов Башҡортостандың профсоюз ойошмаһының, Әбйәлил район хакимиә­тенең маҡтау ҡағыҙҙарына, “2015 йылда райондың иң яҡшы табибы” исеменә лайыҡ булған.
...Шамил Әҙеһәм улы ҡабаланмай, тыныс ҡына эшен башҡара. Уға ҡарап, “тыуғанда уҡ ошо һөнәр эйәһе булырға Хоҙай маңлайына яҙып ҡуйғандыр” тигән уйға киләһең. Ул, ысынлап та, үҙ йүнәлешендә оҫта. Тик уның кеүек эшен бөтә күңелен һалып башҡарған йәштәрҙең хеҙмәте лә юғары баһаланһын ине.
Кешеләр әйтмешләй, дауахана ниндәй генә шәп булһа ла, унда барырға тура килмәһен, ә аҡ халатлылар араһында үҙ һөнәренең оҫталары күберәк булһын.


Вернуться назад