Уйлап сығарылған сир20.06.2017
Уйлап сығарылған сирБеҙ табиптарға ышанырға күнеккәнбеҙ. Ысынлап та, һаулыҡ мәсьәләһендә шаярыу урынһыҙ – кеше тормошондағы иң кәрәкле ғәмәл булараҡ, уны һаҡлау-яҡлау зарур... Ошондай яуаплы фекерҙән сығып, “аҡ халатлы” белгестәр әйткән һәр һүҙҙе йотлоғоп тыңлайбыҙ, дарыуҙар исемлеге менән шунда уҡ дарыуханаға сабабыҙ, сират тороп анализдар тапшырабыҙ, теге йәки был тикшереүҙәр үтәбеҙ. Сығымдарға ҡарап тороу юҡ – барыһы ла хаҡ ҡуйып булмаған һаулыҡ өсөн бит...
Шулай ҙа ҡайһы саҡта табиптарҙың һүҙенә бер аҙ шикләнеп ҡарау урынлыраҡтыр, моғайын. Юҡһа, баш ҡалала йәшәгән И.-ның тарихы иҫкә төшә (матбуғат сараларында яҡтыртылды): уға бер дауаханала, тикшереүҙәрҙән һуң, “яман шеш” тигән диагноз ҡуялар, ҡатмарлы һәм ҡиммәтле операция яһатырға Германияға юлланырға кәңәш бирәләр. Яҙмышына күнгән И. тәүҙә риза була, әммә күңеленә тыныслыҡ тапмаған әсәһе ҡыҙына икенсе поликлиникала ҡабаттан тикшеренеү үтергә кәңәш бирә. Бында иһә, байтаҡ аҡса һәм ваҡыт сарыф иткәндән һуң, ҡатындың бер ниндәй ҙә алама сиргә дусар булмауы, бығаса тикшергән табиптарҙың хаталаныуы асыҡлана. Әлеге көндә психологик тетрәнеү генә түгел, байтаҡ матди сығым да кисергән ҡатын суд юлын тапай, намыҫһыҙ табиптарҙы яуаплылыҡҡа тарттырырға ниәтләй. Ә беҙгә нимә эшләргә һуң? Медицина киңлектәрен, үҙ эшен мөкиббән яратҡан профессионалдар менән бер рәттән, сирлеләр иҫәбенә килем көҫәгән намыҫһыҙ әҙәмдәр ҙә иңләгәнен белеп тороғоҙ – шул ғына. Был яҙмала иһә гәзит уҡыусыларға ҡайһы бер кәңәштәр бирергә ниәтләнек. Мәҫәлән, бәғзеләрҙең үрҙә телгә алынған онкология алдындағы ҡурҡыуын намыҫһыҙ әҙәмдәр үҙ мәнфәғәтендә ҡулланыуы ихтимал.
Мутлашыусыларҙың схемаһы ябай: миҫал өсөн, ҡайҙандыр һеҙҙең ҡәҙимге анализ – ҡан тапшырғанды белеп ҡалдылар, ти. Күп тә тормай улар һеҙгә шылтырата һәм башығыҙҙы әйләндерә башлай. Шылтыратыусы үҙен ҙур клиниканың баш табибы тип таныштыра: “Анализ­дарығыҙҙы күрҙек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “яман шеш” менән сирлә­үегеҙҙе асыҡланыҡ”. Әлбиттә, ошондай хәбәрҙән һуң теләһә кемдең башы әйләнеп, аптырауға ҡалыуы, паникаға бирелеүе ихтимал. Ә мутлашыусылар шуны ғына көтә! Кеше аҡылына килгәнсе, улар һөжүмде дауам итә, телефондың трубкаһын йә “баш онколог”ка, йә “онкохирург”ка бирә. Уларҙың һәр ҡайһыһы мотлаҡ дауаханаға ятырға өгөтләйәсәк, ә палатала урын нығытыу өсөн шунса сумма талап ителәсәген, дарыуҙарға заказ бирергә кәрәклеген еткерәсәк.
Әлбиттә, был схема төрлө вариантта булыуы ихтимал, мәгәр барыһы ла бер маҡсат өсөн эшләй: пациенттан мөмкин тиклем күберәк аҡса һығыу. Бындай тоҙаҡҡа бигерәк тә оло йәштәгеләр йыш эләгә, һөҙөмтәлә улар йылдар буйы йыйған аҡсаһын мутлашыусыларға бирә. Ғәҙәттә, “табиптар” аҡса артынан курьер ебәрә, ул тиҙ генә килеп етә һәм, албырғаған кеше аңды-тоңдо төшөнгәнсе, сығып та китә.
Ошондай хәл була ҡалһа, нимә эшләргә? Иң тәүҙә үҙ-үҙегеҙҙе ҡулға алырға һәм: “Миңә иремә, ҡыҙыма, улыма (кемгә булһа ла ярай) шылтыратырға кәрәк”, – тип трубканы ташлағыҙ. Унан һуң үҙегеҙҙең поликлиниканың телефон һандарын йыйығыҙ, анализдар хаҡында һорағыҙ, хәлде аңлатығыҙ. Ғәҙәттә, табиптар мутлашыусыларҙың ысулдары хаҡында хәбәрҙар, улар мотлаҡ һеҙҙе тынысландырырлыҡ һүҙҙәр табасаҡ.
Икенсе ысул да ошоға оҡшаш, тик бында шәхси клиниканан шылтыратып, үрҙәге хәбәр менән “шатлан­дырыуҙары” һәм ҙур сумма ярҙа­мында дауаларға мөмкин икәнлеге хаҡында әйтеүҙәре ихтимал.
Был осраҡта анализдарҙы ҡабат­тан ҡәҙимге район поликлиникаһында йәки диагностика лабораторияһында тапшы­рырға кәңәш итәбеҙ.
Белгестәр әйтеүенсә, яман шеш кеүек ҡатмарлы сирҙе ябай анализдар ярҙа­мында ғына белеп булмай, ул тулы морфологик тикшереүҙәрҙән һуң (бында гистологик, иммуногистохимик тикшереүҙәр инә) диагноз ҡуйыла. Хатта магнит-резонанс, компьютер томографиялары, эндос­копия һөҙөмтәләре лә организмдағы хәлде тулыһынса һүрәтләй алмай. Улар ярҙа­мында тәндәге ниндәйҙер үҙгәреште кү­рергә мөмкин, әммә яман шеш икәнлеген билдәләп булмай. Шул уҡ ваҡытта тик­шереү үткәргән белгестәрҙең береһе лә диагноз тураһында әйтергә тейеш түгел.
Онкомаркерҙарға килгәндә, ҡәҙимге һалҡын тейҙереү йәки организмдағы елһенеү ҙә уның һөҙөмтәһен дөрөҫ күрһәтмәүе ихтимал. Шуға күрә теләһә кемдең һүҙенә ышанмағыҙ, барлыҡ анализдарҙы рәсми урындарҙа тапшы­рығыҙ, квалификациялы табип-онкологка консультацияға барығыҙ.
Әлбиттә, арабыҙҙа мөғжизәгә ышан­ғандар, экстрасенстар ярҙа­мында яман шештән дауаланған кешеләр менән танышмын, тип әйткәндәр ҙә бар. Әммә ҡағиҙә бер: табип булмаған кешенең диагноз ҡуйырға хаҡы юҡ. Шуға ла һаулы­ғығыҙҙы кемгәлер ышанып тапшырыр алдынан рәсми медицина һөҙөмтәләрен тыңлап ҡарағыҙ.

Һығымта
Әгәр ҙә хәл-торошоғоҙҙа ниндәйҙер шикле ғәмәл тойһағыҙ, терапевҡа яҙы­лығыҙ. Йәки диспансеризация ваҡытында һеҙҙең организмда шикле үҙгәрештәр таптылар, ти. Был осраҡта бихисап лаборатор һәм инструменталь тикшереүҙәр үтергә тура киләсәк: төрлө ҡан, биологик анализдар, ультратауыш аппараты, магнит-резонанс йәки компьютер томог­рафияһы, эндоскопия һәм башҡалар – ошо иҫәптә. Әлеге этапта ниндәйҙер үҙгәреш, яңы хасил булған шеш барлығын асыҡларға мөмкин, әммә уның “яман” йәки “яҡшы” икәнлеген белеп булмай.
Артабан терапевт пациентты онкологик диспансерға ебәрә. Ундай махсус клиникалар һәр төбәктә бар, йүнәлтмә буйынса тикшереү һәм дауалау бушлай.
Онкология диспансерында пациентҡа биопсия үткәрәләр – шештең биотуҡы­маларын гистологик тикшереүгә ебәрәләр, шулай уҡ патоморфологик лаборатория­ларҙа ошо өлөшсәләрҙе эшкәртеп, уларҙан – парафин блоктары, ул блок­тарҙан гистологик быяла яһайҙар. Материалды микроскоп аҫтында табип-патоморфолог тикшерә һәм диагноз ҡуя. Артабан ошо нигеҙҙә аныҡ сир өсөн рәсми билдәләнгән стандарттар буйынса дауалау юлы билдәләнә.
Шулай итеп, диагнозды онколог йәки гематолог ҡуя, улар үҙ сиратында гистолог (патоморфолог) мәғлүмәттәренә таяна. Башҡаларҙың “һеҙҙә – яман шеш” тигән һүҙҙәрҙе әйтергә хаҡы юҡ. Абай булығыҙ, ҡурҡыуҙан үҙегеҙгә ҡаршы дошман яһамағыҙ!


Вернуться назад