Иң бәләкәй ҡала һатылған07.04.2012
АҠШ-та иң бәләкәй ҡала булараҡ теркәлгән Буфорд аукционда һатылған.
Буфорд Вайоминг штатында урынлашҡан. Ҡаланы ике вьетнам кешеһе һатып алған. Бында автозаправка, магазин, мәктәп бинаһы, гараж бар. Ҡалала Дон Сэммонс исемле бер генә кеше йәшәй. Ул мэр вазифаһын да башҡара. Буфордҡа XIX быуаттың 60-сы йылдарында нигеҙ һалынған. Тәүҙә бында ике меңдән ашыу кеше йәшәгән. Тик юл магистрален икенсе йүнәлештә ебәргәс, халыҡ яйлап күсенә башлаған. Һатылған ҡаланың хаҡы сер итеп һаҡлана.