Оло юл саты: уңғамы, һулғамы?16.06.2017
Йәмәғәт, күмәкләп иҫкә төшөрәйек әле: бала саҡта Гагариндың ҡаһарманлығына һоҡланған, уның ише Йыһан киңлектәрен гиҙергә хыялланған егеттәр һәм ҡыҙҙар арағыҙҙа бар ине, эйе бит? Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары иһә юристарҙы, иҡтисадсыларҙы ифрат популяр итте: был йүнәлеш буйынса уҡырға инеү өсөн күп һәм төрлө йүнәлешле тырышлыҡ һалырға кәрәк ине... Хәҙер иһә йәштәр нефть һәм газ менән эш иткән тотороҡло компанияларҙа топ-менеджер булырға йә иһә Интернет селтәре аша тиҙ һәм күп аҡса эшләргә хыяллана... Әлбиттә, был – шартлы билдәләмә, ә шулай ҙа... Заман елдәре ҙур тиҙлек менән ысынбарлыҡтың йөҙөн үҙгәрткәндә, стратегик фекер йөрөтөп, һөнәр һайлауҙа ҡыйыу аҙымдар яһағандар ота торған ваҡытта йәшәйбеҙ бөгөн. Шуға ла әлеге көндә ниндәй һөнәр һайлайым да ҡайҙа ғына барайым, тип тормош сатында албырғап ҡалғандарға әйтер һүҙебеҙ шул: мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмағыҙ, ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, глобаль фекерләгеҙ, яңы даирәләр һәм киңлектәр яулағыҙ!
...Әйткәндәй, Йыһан тигәндән. Омск дәүләт техник университетында быйылдан башлап “Ангара” ракеталары етештереү өсөн Инженерҙар әҙерләү үҙәге асылды. Йыһан кадрҙарын әҙерләү иң юғары даирәләрҙә ыңғай баһаланған, йәш белгестәр әҙерләүгә иң яҡшы уҡытыусылар йәлеп ителгән. Үҙәктең эшмәкәрлеге принципиаль яңы кимәлдәге юғары класлы белгестәр әҙерләүгә ҡайтып ҡаласаҡ... Нисек кенә булмаһын, “ваҡыт” һәм “аҡса” төшөнсәләре бөгөн бөтөнләй башҡаса баһаланғанын, йәмғиәттә квалификациялы һәм булдыҡлы белгестәр алтынға торошло икәнлеген онотмағыҙ, һайлаған һөнәрегеҙҙең оҫтаһы булығыҙ.

Һәр ғәмәлдең үҙ ваҡыты тигәндәре хаҡ: уҡыу йылы тамамланғансы, балаларыбыҙ нисек Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыр тип борсолһаҡ, уныһы ике аҙна эсендә йәшен тиҙлеге менән үтеп киткәс, артабан ҡайһы юғары уҡыу йортоноң ишеген асырбыҙ ҙа ҡайҙа беҙгә уңыш йылмайыр тип уйлана башлайбыҙ...
Ә ҡағиҙәләр йыл һайын үҙгәреп тора.

Шуныһы яҡшы: былтырҙан башлап киләһе йылдағы ҡабул итеү кампанияһы тураһындағы мәғлүмәт вуздарҙың сайтына октябрҙә үк (мәктәптәге уҡыу йылы башланып ҡына торғанда, тиергә була) ҡуйыла. Был балаларға алдан көсөн баһаларға, профиль буйынса ҡайҙа барырға мөмкин икәнлеген хәстәрләп, уҡыу йорттарының шарттарын төшөнөп ҡуйырға ярҙам итә.
Ата-әсәләр яҡшы хәтерләй: әле бынан ике тиҫтә йыл самаһы элек мәғариф системаһы балалар 11-се класҡа тиклем барлыҡ фәндәрҙән дә тигеҙ белем алыуҙы, үҫмер үҙенең һәләтенә һәм теләгенә ҡарап, мәктәпте тамамлағансы артабан ҡайҙа уҡырға барырға икәнлеген хәл итергә хоҡуҡлы булғанлығын иҫләйҙер, моғайын. Ә ҡарар берәгәйле булырға тейеш ине, сөнки документтарҙы бер урынға ғына ҡабул иттеләр.
Хәҙер иһә мөмкинлектәр күпкә киңерәк. Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһе менән мәктәпте тамамлаусы биш юғары уҡыу йортона, шул биш уҡыу йортоноң һәр ҡайһыһында өсәр специальность буйынса документтарын тапшыра ала (әгәр ундай теләге булһа; бер-ике вуз менән дә сикләнергә мөмкин). Был аҙ ҙа түгел, күп тә түгел – 15 урында бәхетте һынап ҡарарға мөмкин, бюджетлы урынға эләгеү ихтималлығын арттыра, тигәнде аңлата. Шулай уҡ, абитуриент уҡыу формаһын (көндөҙгө, киске бүлектәрҙә йәки ситтән тороп белем алырға теләйме) һайларға хоҡуҡлы.
Ғәҙәттә, үҫмерҙәр туғыҙынсы кластан һуң уҡ һайланған, мәктәптәге һуңғы ике йылда төплө өйрәнелгән һәм тап ошо йүнәлеш буйынса БДИ тапшырылған профилле йүнәлешкә өҫтөнлөк бирә (миҫал өсөн, техник вуздар рус теле, профилле математика һәм физика буйынса имтихан һөҙөмтәләрен ҡабул итә, медицина йүнәлешен һайлаусылар биология һәм химиянан һынау тапшыра һәм башҡалар). Әлбиттә, башҡа йүнәлеш буйынса ла көстө һынап ҡарарға теләп, Берҙәм дәүләт имтиханын төрлө фәндәрҙән тапшырған балалар ҙа бар. Әммә, белгестәр фекеренсә, көстө һәм аҡылды бушҡа сарыфларға ярамай: бер йүнәлеш буйынса төплө шөғөлләнеп, профилле имтиханды уңышлы тапшырыу, юғарыраҡ балл йыйыу күпкә отошлораҡ.
БДИ һөҙөмтәләренән тыш, юғары уҡыу йорттары шәхси ҡаҙаныштар өсөн дә өҫтәмә балл бирә. ГТО нормаларын алтын билдәгә тапшырып, мәктәпте, колледжды тик “бишле” билдәләренә йәки “ҡыҙыл диплом”ға тамамлап, волонтерлыҡ менән шөғөлләнеп, унға тиклем өҫтәмә балл алырға мөмкин, күпме икәнлеген һәр уҡыу йорто үҙе хәл итә. Яҙмыш яҙылған осорҙа бер балдың да мөһимлеген иҫәпкә алһаҡ, абитуриент өсөн был мөмкинлек – ифрат ҙур ярҙам. Шуға күрә балаларыбыҙ әүҙемерәк булһын, мөмкинлектәрҙе тулыһынса файҙаланһын ине.
Унан тыш уҡыу алдынғылары, төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа уңышлы сығыш яһаусылар өсөн дә ташламалар ҡаралған. Федераль исемлектәге Бөтә Рәсәй олимпиадаларының һөҙөмтәләре дүрт йыл дауамында үҙ көсөндә ҡала. Шуға күрә, мәҫәлән, туғыҙынсы класта уҡыусы ошондай бәйгелә уңышлы сығыш яһаған икән, вузға уҡырға ингәндә уның мөмкинлеге бермә-бер киңәйә. Әммә бер үҙенсәлеге бар: олимпиада еңеүсеһе был льгота менән бер тапҡыр һәм тәғәйен урынға ғына документтарын тапшырғанда ҡуллана ала, ул конкурстан тыш юғары уҡыу йортона ҡабул ителәсәк. Әгәр бүтән урындарға ла документ тапшырған икән, ул башҡалар кеүек БДИ һөҙөмтәләре буйынса ҡабул ителәсәк.
Хәрби юғары уҡыу йортон һайлағандар өсөн шарттар икенсерәк. Беренсенән, документтарҙы хәрби профилле бер генә институтҡа йәки университетҡа тапшырырға мөмкин, БДИ һөҙөмтәләренән тыш, физик әҙерлек буйынса имтихан тапшырырға, медицина комиссияһы һәм психологик тест үтергә тура киләсәк.
Килеп сыҡманы икән, көймәгеҙ, документтарҙы хәрби кафедраһы булған ҡәҙимге уҡыу йортона тапшырып ҡарағыҙ. Тағы бер юл бар: йыл әрәм булмаһын өсөн армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтырға һәм тағы көстө һынап ҡарарға. Һәр хәрби вуздың – үҙ шарттары. Льготаларға килгәндә, егерме йыл һәм унан күберәк хәрби сафтарҙа хеҙмәт иткәндәрҙең балалары, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан абитуриенттарҙың ташламалары бар. Ҡайһы бер атай-әсәйҙәр кадет корпусын тамамлаусыларҙың профилле юғары уҡыу йортона инеү өсөн льготалары бар тип яңылыша: улар ҙа ҡәҙимге мәктәп тамамлаған уҡыусылар менән уртаҡ шарттарҙа ҡабул ителә.
20 июндә юғары уҡыу йорттарында документтарҙы ҡабул итә башлайҙар. 26 июль – документ тапшырыу өсөн һуңғы көн (юғары уҡыу йортоноң ҡабул итеү имтихандарын тапшырмаған абитуриенттар өсөн).
Ярар, уҡырға инеүгә бәйле тынғыһыҙ осор ҙа үтеп китер... Һайлаған һөнәрегеҙ күңелегеҙгә ятыу ғына түгел, киләсәктә арыу килем килтерерлек тә булһын! Уңышлы тормош юлы үтеү өсөн был да – төп шарттарҙың береһе. Ғәҙәттә, киләсәктә хеҙмәттең ниндәй төрө абруйлы буласаҡ һәм ихтыяж менән файҙаланасағын күҙаллауы ҡыйын, сөнки кешенең үҙенән, тормошҡа ҡарашынан, тырышлығынан, маҡсатлылығынан да күп нәмә тора. Шулай ҙа... Ҡайһы бер һығымталарҙы әле лә яһарға була.
Хеҙмәт баҙарындағы белгестәр, ғәҙәттә, анализды яҡынса биш йылға яһай, әйтеүҙәренсә, өҫтөнлөклө йүнәлештәр тап биш йыл һайын үҙгәреп тора. Мәҫәлән, 2012 йылда популяр булған профессиялар бөгөн ул тиклем үк абруй менән файҙаланмауы ихтимал. Был өс факторға бәйле: илдәге сәйәси хәл, иҡтисади үҫеш, билдәле төбәктең технологик прогресы. Ҡыҫҡаһы, уҡырға барыр алдынан һайлаған һөнәреңә хеҙмәт баҙарында ихтыяж булыу-булмауын күҙаллап эш итеү зарур.
Мәктәп тамамлаусыларға килгәндә, ҡайһы бер балалар үҫмер ҡорона ингәнсе ҡайҙа уҡыясағын, кем буласағын күҙалламай, юғары уҡыу йортон уҡытыусыларының йәки ата-әсәһенең кәңәшенә ҡолаҡ һалып һайлай. Йәл, әммә был хәл бер нисә йылдан йәмғиәткә квалификацияһы түбән булған, һөнәре буйынса эшләргә теләмәгән белгестәр килеүенә булышлыҡ итә. Шунан бот сабып аптыраған булабыҙ: теге таныш, юғары белем алып, магазинда һатыусы булып эшләй, быныһы салонда автомобиль һата, уныһы шәхси эшҡыуарға бил бөгә һәм башҡалар... Шуға күрә профилле йүнәлеште һайлау ни тиклем мөһим икәнлеген инҡар итергә ярамай.
Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса, Рәсәйҙә бухгалтерҙарға, юристарға, иҡтисадсыларға ихтыяж ҙур. Бәғзеләр фекеренсә, был һөнәр эйәләре киләсәктә кәрәк булмаясаҡ. Буш һүҙҙәр! Теләһә ҡайһы ойошма юғары квалификациялы, тәжрибәле белгестәргә өҫтөнлөк бирә, тимәк, үрҙә телгә алынған һөнәрҙе үҙ итәһегеҙ икән, бар тырышлығығыҙҙы белемегеҙҙе камиллаштырыуға, һөнәри мәсьәләләрҙә профессионал булыуға бағышлағыҙ. Ошондай яуаплы вазифа биләгән белгестәр, иҫәп-хисапты һәм ҡанундарҙы белеүҙән тыш, оптималләштереү, производствоны үҫтереү буйынса аҡыллы аҙымдар яһарға, эш өсөн янып торорға тейеш. Ә бындай сифаттар барыһына ла хас түгел.
IT, SMM-белгестәр ҙә популяр булып ҡала. Тәүгеһенә килгәндә, ошо яңғырауыҡлы ике хәреф аҫтына төрлө программистар, селтәр һәм база администраторҙары, модераторҙар, роботтар техникаһы, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге белгестәре, web-дизайнерҙар, 3D-аниматорҙарҙы йыйырға була. SMM-белгестәр иһә эшмәкәрлеген социаль селтәрҙәрҙә йәйелдерә. Быға һис тә аптырарға түгел, сөнки Интернет йылдан-йыл популяр була бара, һәм күп ойошмалар онлайн режимда эшләй, социаль селтәрҙәрҙә лә клиенттар йәлеп итә, эшмәкәрлеген йәйелдерә. SMM-белгестәр тап ошоноң өсөн кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр, тиҙҙән был йүнәлеш буйынса юғары уҡыу йорттарында ла уҡытасаҡтар, тип ышандыра.
Ғөмүмән, глобаль технологизациялау осоронда йәшәгәнде аңларға ваҡыт. Хатта гуманитар йүнәлештәр ҙә бөгөн программалаштырыу һәм алгоритмлаштырыу нигеҙенән тыш үҫешә алмай. Шуға күрә яңы технологияларҙы ҡулланыу бер нисә йылдан бар тармаҡтарға ла ҡағыласағына шик юҡ. Миҫал өсөн, былтыр Рәсәйҙә тәүге биопринтер сафҡа индерелгән. Ул тере туҡымалар һәм органдар баҫтырып сығара ала, тимәк, медицина тармағында киҫкен үҙгәрештәр көтөлә, тигән һүҙ. Транспорт тармағында пилотһыҙ автомобилдәр, ауыл хужалығында үҫемлектәрҙең тамырын өйрәнеүсе мультисенсор ҡоролмалар фантазия түгеллеген иҫәпкә алһаҡ, һөнәр һайлағанда отолмағыҙ, тип әйтергә ҡала.
Архитекторҙарға, инженерҙарға, проект төҙөүселәргә лә йылдан-йыл ихтыяж арта. Заман алға бара, технологик яңылыҡтар был өлкәне лә урап үтмәй. Шуға күрә архитектура стиле менән генә түгел, кешеләрҙең теге йәки был талаптарын үтәрлек, юғары зауыҡлы, технологик йәһәттән хайран итерлек төҙөлөш объекттарын сафҡа индереү өсөн гастарбайтерҙар менән генә сикләнеп булмаясаҡ, ошоларҙы планлаштырыусы, төҙөүсе шәп белгестәр ҙә кәрәк.
Фармакология юлын һайлағандар ҙа отолмаҫ, сөнки тармаҡ бик етеҙ үҫешә, бөгөнгө социаль-ижтимағи, экологик шарттарҙа кешелектең һаулығын һаҡлау иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып ҡала.
Төрлө мәсьәләләрҙе дәүләт кимәлендә хәл итергә булышлыҡ итеүсе лоббистар, медиа-белгестәр ҙә бөгөн генә түгел, киләһе йылдарҙа ла бик популяр һөнәр буласаҡ.
Киләһе йылдарҙа “аҡыллы” юлдар төҙөүсе белгестәр, урбанист-экологтар (экологик йәһәттән таҙа ҡалаларҙы проектлаусылар), нанотехнологтар (атом һәм молекулалар менән идара итеү нигеҙендә ҡоролған технология; бик популяр йүнәлеш, киләсәктә тормошобоҙҙоң бар тармаҡтарына ла үтеп инә торған ғәмәл), биотехнологтар (медицина, аҙыҡ-түлек сәнәғәте өлкәләрендә асыш яһаусылар һ.б ) популяр буласаҡ, шуға күрә “таныш түгел һүҙҙәр” тип ҡул һелтәп ҡуймағыҙ, мәғлүмәт туплағыҙ, белешегеҙ – балалар тиҙ генә үҫә.
Ихтыяж тигәндән, юғары класлы белгестәрһеҙ донъя алға бармаясағы көн кеүек асыҡ булһа ла, әлеге ваҡытта Рәсәйҙәге хеҙмәт баҙарында урта махсус белемле белгестәргә ҡытлыҡ ҙур икәнен дә онотмайыҡ.
Медицина учреждениеларында шәфҡәт туташтары етешмәй – был хроник дефицитҡа әүерелгән. Төрлө йүнәлешле терапия үткәргәндә кесе медицина персоналы эшен башҡарыусы квалификациялы медицина белгестәре булмауы тармаҡтың сифатын түбәнәйтә.
Йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларының ниндәйе генә юҡ хәҙер! Рәсәй кухняһы менән бер рәттән, улар Европа, Азия илдәре, шулай уҡ фаст-фудтың төрлө сорттарын тәҡдим итә. Ә ошо эште алып барған юғары класлы ашнаҡсылар бик аҙ! Аптыраҡ: был өлкәлә яҡшы эш хаҡы вәғәҙә итәләр, тамаҡ та һәр саҡ туҡ тигәндәй, ә эшләүселәр юҡ. Оло юл саты: уңғамы, һулғамы?
Төҙөлөш тармағындағы белгестәргә ҡытлыҡты әйтеп тораһы түгел. Теге йәки был урында “төҙөлөш компанияһы ташсылар, монтажлаусылар, иретеп йәбештереүселәр, штукатурҙар, арматурщиктар йыя” тигән иғландарҙы барығыҙҙың да күргәне бар. Тағы шуныһы – улар махсус белем һорап та тормай: эшсе ҡулдар етешмәгәс, барыһына ла риза. Элек иһә үрҙә телгә алынған һөнәрҙәргә махсус училищеларҙа уҡыталар ине. Ошонан сығып заман төҙөлөш объекттарының сифаты тураһында фекер йөрөтөп ҡарағыҙ.
Исемлекте һанай китһәк, гәзит бите генә етмәҫ, әлбиттә. Шулай ҙа заман заңынан ҡалышмағыҙ, мәғлүмәтле булығыҙ, һәләттәрегеҙҙе аныҡ баһалағыҙ, тип әйтке килә. Онотмағыҙ: теге йәки был һөнәр буйынса юғары белем алып, дипломлы белгес кенә булыу аҙ. Белемегеҙҙе, тырышлығығыҙҙы тормошта ҡуллана белеү, маҡсатлы, булдыҡлы, алдынғы белгес икәнлегегеҙҙе күрһәтеү, һөнәри кимәлегеҙҙе, квалификацияғыҙҙы иҫбатлау ҙа, һис шикһеҙ, ҙур һәләт, быныһы булмышығыҙҙан, һеҙҙең яуаплылыҡтан тора.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.


Вернуться назад