Батырлыҡ ерҙә ятып ҡалмай07.04.2012
Төмән ҡалаһы эргәһендә һәләкәткә осраған самолет фажиғәһе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Был аяныслы хәл тураһында тәүгеләрҙән булып ишеткән Төмән аэропорты хеҙмәткәрҙәре Валерий Александров менән Александр Ануфриевтарҙың батырлығы тураһында бер нисә көн үткәс кенә билдәле булды.
Егеттәр тәҙрәнән самолеттың ҡолағанын һәм шартлағанын күреп ҡала. Километр ярым араға көрт йырып йүгереп килеп, ҡаза күреүселәргә тәүгеләрҙән булып ярҙам күрһәтәләр. Тән йәрәхәттәре алған пассажирҙарҙы хәүефһеҙ урынға сығарып, ҡулдан килгәнсә ҡотҡарыу эштәре менән булалар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына килгәс, егеттәр йәйәүләп кире аэропортҡа китә. Батырлыҡтары өсөн Аэрокомплекс дирекцияһы Александров менән Ануфриевты Почет грамотаһы һәм 50 мең күләмендәге премия менән бүләкләгән.


Вернуться назад