Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ ҡалаларында, район үҙәктәрендә шәхси стоматология клиникалары күпләп асыла. Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә лә ошондай “Каралл” йәмғиәте ун йыл инде уңышлы эшләп килә. Бында барлыҡ төр стоматология хеҙмәттәре күрһәтелә. Тәжрибәле белгес, юғары категориялы табип Ғаяз Кәримов етәкселек иткән клиника тәүлек әйләнәһенә яҡташтарына юғары сифатлы хеҙмәт күрһәтә. Ғаяз Мәғәфүр улы Ғафури районының Ташбүкән ауылында эш һөйөүсән, татыу ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы ғүмере буйы киномеханик булған, әсәһе хаҡлы ялға сыҡҡансы китапханасы хеҙмәтен атҡарған.
– Бәләкәйҙән теш табибы булырға хыялландым. Ишембайҙа һәм Стәрлетамаҡта йәшәгән бер туғандарым Фәнис менән Гөлсәсәк тә медицинаны һайланы, – ти асыҡ йөҙлө, ихлас күңелле Ғаяз Кәримов. – Үҙем Башҡортостан дәүләт медицина институтының стоматология факультетын тамамлағас, шунда уҡ интернатурала уҡыным. Унан байтаҡ йыл баш ҡалалағы 2-се стоматология поликлиникаһында һөнәрем буйынса хеҙмәт күрһәттем, Ҡырмыҫҡалынан Өфөгә йөрөп эшләргә тура килде.
Өлгәшкән уңыштары өсөн “Рәсәйҙең I дәрәжәләге стоматология алдынғыһы” исеменә, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Рәхмәт хатына, бик күп бүләктәргә, Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған Ғаяз Мәғәфүр улы хеҙмәтләндереүҙең төрҙәрен киңәйтә. Ҡырмыҫҡалы ауылының Сейәле урамында үҙҙәренең ҙур, мөһабәт йорто эргәһендә шәхси клиника асып, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә башлай.
Бында инеү менән бөхтәлек, тәртип күҙгә ташлана. Пациенттарҙы теркәү хеҙмәткәре асыҡ йөҙ менән ҡаршылай. Холда улар өсөн телевизор, теш ауырыуҙарына бәйле брошюралар, гәзит-журналдар бар. Коллективта алты табип эшләй. Тәҡдимдәр кенәгәһенә тылсымлы ҡуллы, асыҡ йөҙлө, изге күңелле һөнәр эйәләренә ҡарата йылы һүҙҙәр генә яҙылған. Махсус үҙәк клиникаларҙағы кеүек, ҙур булмаған район үҙәге Ҡырмыҫҡалы өсөн шундай яҡшы шарттар тыуҙырылғас, халыҡ бик теләп, алтын ҡуллы доктор янына алдан сиратҡа яҙылып килә.
Ғаяз Мәғәфүр улы һәр саҡ камиллашыу юлында: Мәскәү, сит ил табиптарының тәжрибәһен ҡуллана, төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, махсус әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына. Уға Башҡортостан дәүләт медицина институтының стоматология факультетында белем алған йәмәғәте Венера Миңлеғәзи ҡыҙы, шул уҡ юғары уҡыу йортон тамамлаған ҡыҙы Индира, Өфө медицина колледжында белем алған ҡыҙы Диана һәм улы Нияз – төп терәк, ярҙамсы. Ғөмүмән, бер ғаиләнән биш стоматолог сыҡҡан. Уларҙың һәр ҡайһыһы халыҡҡа юғары медицина хеҙмәте күрһәтеүҙе маҡсат итеп алған. Өҫтәүенә Венера Миңлеғәзи ҡыҙы бухгалтерия эштәрен дә алып бара. Уңған, алдынғы ҡарашлы, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған ханым ошо көндәрҙә алтын юбилейын билдәләй, уны ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Заманса йыһазландырылған клиникала теш дауалау, теш, протез ҡуйыу, теш үҫтереү, урт таҙартыуҙан тыш, рентген-диагностика хеҙмәте лә күрһәтелә. Лицензиялары бар, бер йылға гарантия бирелә. Бынан һис ҡасан кеше өҙөлмәй. Күрше райондарҙан тыш, Өфөнән, хатта республиканың башҡа йыраҡ төбәктәренән дә киләләр. Быны пациенттар сағыштырмаса арзан хаҡҡа юғары сифатлы хеҙмәт күрһәтелеү менән аңлата.
– Кәримовтарҙың ҡулдары алтын, күңелдәре изге. Төн уртаһында килһәң дә, ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә, хеҙмәт күрһәтәләр, – тип маҡтап телгә алды уларҙы бер төркөм пациенттары. – Беҙгә ҡылған изгелектәре өсөн аяҡ-ҡулдары һыҙлау белмәһен. Районыбыҙҙа шундай яҡшы шәхси медицина клиникаһы уңышлы эшләүенә сикһеҙ шатбыҙ.
Һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусы кешелекле һәм кеселекле, утыҙ биш йыл ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән Венера һәм Ғаяз Кәримовтарҙың татыу ғаиләһенә тирә-яҡта һоҡланмаған кеше юҡ. Ҡыҙҙары Индира йәмәғәте Таһир менән улдары Әмирҙе, Диана ире Рифҡәт менән ҡыҙҙары Сафияны тәрбиәләй. Нияз әле өйләнмәгән.
– Атай-әсәйебеҙгә яҡшы тәрбиәләре, белем алырға ярҙам иткәндәре һәм, әлбиттә, беҙҙе эшле иткәндәре өсөн рәхмәтебеҙ ҙур, – ти балалары.
Киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡороп йәшәй Кәримовтар. Стоматология клиникаһында яҡташтары өсөн дауалау төрҙәрен киңәйтеп, массаж һәм косметология кабинеттарын да асҡандар. Ниәттәре изге – кешеләргә сәләмәтлек, йылмайыу бүләк итеү. Алда әле үтеләһе юлдар, яуланаһы үрҙәр күп. Берҙәм һәм татыу Кәримовтар, һис шикһеҙ, бар маҡсаттарына өлгәшер.
Гөлсимә СӘЛИХОВА.