Теләктәрҙе тормошҡа ашырыу юлы16.06.2017
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының проект үҙәге консультанты булараҡ, миңә был сараны Борай, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле һәм Яңауыл райондарында тормошҡа ашырыуҙа туранан-тура ҡатнашыу бурысы йөкмәтелгән. Хакимиәт башлыҡтарының уға етди ҡарауын һүҙ башында уҡ билдәләр инем. Улар һәр ауылдағы хәлдәрҙе, унда йәшәүселәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе яҡшы белә, шуға ла халыҡтан килгән төплө тәҡдимдәрҙе аңлап ҡабул итә, граждандарҙың матур башланғыстарын маҡсатҡа еткереү өсөн үҙҙәренән торғандың барыһын да эшләргә тырыша. Башлыҡтың, уның урынбаҫарҙарының программаға арналған йыйылыштарҙа шәхсән ҡатнашыуы дөйөм мәнфәғәтте ҡайғыртҡан был сараға кешеләрҙең ышанысын арттыра, уларҙың әүҙемерәк булыуына ыңғай йоғонто яһай.


Күҙәтеүҙәр нигеҙендә шуны әйтер инем: барыһы өсөн дә уртаҡ булған мәсьәләләрҙән бөтөнләй ситтә ҡалыусылар ауылдарҙа юҡ тиерлек. Программаны ла күп ерҙә үҙ итеп ҡабул итәләр. Шулай ҙа уның ыңғай яҡтарын һәр кешегә еткереү йүнәлешендә барыһы ла эшләнгән тип әйтергә әле иртәрәк. Халыҡ аңына үтерлек мәғлүмәт бирелгән, аңлатыу эштәре кәрәк кимәлдә булған ерҙәрҙә генә проектҡа нигеҙле тәҡдим индереүселәр һиҙелеп арта бара. Мәҫәлән, ҡайҙалыр зыяратты кәртәләп алырға кәрәк, ти, ә ауыл буйлап йыйған аҡса етеңкерәмәй. Халыҡ башланғысы һәм улар араһынан сыҡҡан әүҙемдәр булғанда, инициатив төркөм төҙөп, тейешле саралар үткәреп, артабан талап ителгән документтарҙы әҙерләп, һүҙ барған программаға инергә теләк белдерергә генә ҡала. Барыһын да борсоған башҡа мәсьәләләр менән дә шулай итергә мөмкин. Бында үҙем эшләгән бер райондағы хәлде хәтергә төшөрөп китеү урынлы булыр. Ауыл хакимиәте башлығы йыйылышҡа әҙерләнгәндә үҙ кешеләренә административ бина тирәләй ҡойма тотоу тәҡдиме менән сығыш яһарға ҡушҡан һәм һөйләшеү барышын нәҡ шуға йүнәлтте. Халыҡтың әүҙемлеге күтәрелеүен, айырым граждандарҙың дөйөм проблемаларға битараф булмауын артабанғы ваҡиғалар бик асыҡ иҫбатланы. Тәүге тәҡдимде хуплаған бер нисә сығыштан һуң урта йәштәрҙәге ир-уҙаман түҙмәне, уртаға сығып, урындағы башлыҡтың күҙенә ҡарап, балалар баҡсаһын төҙөкләндереүҙең мөһимерәк икәнен тура ярып әйтте. Йыйылыш шундуҡ икенсе юҫыҡҡа боролдо, һөҙөмтәлә был тәҡдим урындағы башланғыс булараҡ ҡабул ителде, һуңынан ул республика кимәлендә яҡлау тапты һәм уңышлы тормошҡа ашырылды.
Икенсе бер ауылдағы йыйылыш та үҙенсәлеклелеге менән хәтерҙә ҡалған. Халыҡтың теләге буйынса ул иртәнге сәғәт 9-ға тәғәйенләнгәйне. Башлыса оло йәштәгеләр килде, улар программа тураһында һөйләүҙәрҙе аңлап ҡабул итте. Тәҡдимдәргә күскәс, етенсе тиҫтәһенә яҡынайған әбей ғәҙәттәге фельдшер-акушерлыҡ пункты йә юлдарҙы төҙөкләндереү хаҡында түгел, ә спорт тренажерҙары алырға кәрәклеген әйтмәһенме! Уны яҡын-тирәләгеләр ҙә яҡлап-хуплап сыҡты. Аҙаҡ асыҡланыуынса, йыйылыштың нимәгә бағышланғанын алдан белгән ололар ейәндәренең үтенесен еткергән икән. Һөҙөмтәлә ауыл кешеләренең ошо матур башланғысы тормошҡа ашырылды, әлбиттә, программа шарттарына ярашлы, үҙҙәре лә был маҡсатҡа көсөнән килгәнсә аҡса йыйҙы. Уны күпме һәм нисек эшләүҙе шулай уҡ халыҡтың хәл итеүен айырым билдәләргә кәрәк. Йыйыласаҡ сумма ниндәй объект төҙөлөүенән йә йүнәтелеүенән сығып билдәләнә. Әгәр ҙә башҡарыласаҡ эштәр өсөн 1 миллион һумға тиклем сығым талап ителә икән, уның 15 процентҡа хәтлемен граждандар үҙҙәре йыйырға тейеш була, ошондай уҡ күләмдә бағыусылар иғәнә бирә, урындағы бюджет өлөш индерә ала. Ауылдағы юлдарҙы төҙөкләндереүгә аҡса йыйғанда, мәҫәлән, һиндә транспорт сараһы булыу-булмау ҙа иҫәпкә алынырға мөмкин. Йыйылыш ҡарары нигеҙендә дөйөм суммаға күпме өлөш индереү кеше башына йә һәр йорт буйлап та билдәләнеүе ихтимал, ҡыҫҡаһы, ниндәй тәҡдимде ҡабул итеү, уны программала билдәләнгән ҡайһы ысул буйынса тормошҡа ашырыу – барыһы ла күпселек тауыш менән ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә башҡарыла. Уларҙы контролдә тотоу инициатив төркөмгә ҡушыла.
Теләктәрҙе тормошҡа ашырыу юлы
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына әле ҡушылып өлгөрмәүселәрҙә тыуыуы мөмкин булған тағы ла бер һорауға яуап биреп китергә кәрәктер. Аҡса йыйыу бары тик теге йәки был башланғыстың конкурста еңеп сығыуынан һәм был турала рәсми иғлан ителеүҙән һуң ғына эшләнә. Был ваҡытҡа проектты тормошҡа ашырыуҙы үҙ өҫтөнә алырға теләүселәр араһында ла ҡанунда ҡаралған конкурс үткәрелә. Ҡыҫҡаһы, халыҡ теләктәрен һәм ниәттәрен ысынға әйләндереү юлында ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ сығырлыҡ сәбәп юҡ.
Ғәмәлдәге ваҡиғалар күрһәтеүенсә, программала бер ҡатнашҡандар уға икенсегә инергә лә ныҡлы теләк белдерә, сөнки дөйөм мәнфәғәттәрҙе төрлө кимәл бюджеттарҙан килгән аҡсалата ярҙам менән хәл итеү күпкә еңелгә төшә. Быйылға тәғәйенләнгән программа күптән инде эш өҫтөндә. Өлгөрҙәрҙән өлгө алып, уңайлы һәм күп йәһәттән файҙалы булған проектҡа ҡушылырға теләүселәр өсөн уйланырға ваҡыт бар әле: киләһе йыл программаһына әҙерлек саралары көҙ айҙарында башланыр тип көтөлә.

Радик БӘХТИЕВ,
урындағы башланғыстарҙы
яҡлау программаһының
проект үҙәге консультанты.


Вернуться назад