Сирҙән дауа табылырмы?16.06.2017
Республикала 78 мең кеше онкология сире менән яфалана. Ғөмүмән, яман шеш ауырыуын кешелек үлемгә тиңләй. Әммә бөгөнгө көндә сирҙе дауалау буйынса күп эштәр башҡарыла, яңы препараттар уйлап табыла, ғөмүмән, дауалау мөмкинлектәре киңәйә. Ә шулай ҙа яман шештең барлыҡҡа килеүен иҫкәртеү саралары мөһимерәк был йәһәттән. Баш ҡалабыҙҙа үткән IX Рәсәй онкологтары съезында ла һүҙ ошо хаҡта барҙы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онкология ауырыуҙарына ҡағылышлы хәл бөтә илдәге кеүек беҙҙә лә ҡатмарлы булып ҡала. Күптәр был сир менән ауырығанын һуңғы сиктә генә белә. Ә бит шул уҡ ваҡытта республикала һәр икенсе ауырыу осрағы иртә стадияла асыҡлана. Тимәк, беҙҙең халыҡ һаман да профилактик сараларға битараф ҡала. Шуға күрә республика Башлығының онкология сирҙәрен иртә асыҡлау буйынса төбәк программаһын әҙерләргә тәҡдим итеүе осраҡлы түгел.
– Диспансеризация һәр тармаҡтың корпоратив яуаплылығы өлөшөнә әйләнергә тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов.
Яман шеште дауалау буйынса яңы технологиялар уйлап табыла, әлбиттә. Әммә бында ла хәл итәһе мәсьәләләр бар. Әйтәйек, бөгөн баш ҡалабыҙҙа Республика онкология үҙәгенең радио-терапия бүлеге төҙөлә. Ләкин проект күптән әҙер булһа ла, уны тормошҡа ашыра башлау өсөн документ эштәре оҙаҡҡа һуҙылған. Ә бит яман шеш көттөрмәй. Йылына ғына 13 мең кеше мөрәжәғәт итә табиптарға. Бигерәк тә сабый балалар менән хәлдәр үтә киҫкен. Былтыр, мәҫәлән, өс мең ярым бала сиратҡа ҡуйылған. Иң ҡурҡынысы – балалар онкологияһы буйынса махсус диспансерҙың һәм белгестәрҙең булмауы. Рәсәйҙең баш балалар онкологы Владимир Поляков әйтеүенсә, балалар онкологтары бик аҙ. Яман шеш менән ауырыған сабыйҙар дөйөм палаталарҙа ята. Уларҙы дауаларға шул уҡ педиатрҙы ебәрәләр.
Съезда билдәләнеүенсә, белгестәр Рәсәй Федерацияһының Онкология хеҙмәтен үҫтереүҙең милли стратегияһын булдырырға уйлай. Был ғәйәт ҙур бурыс. Стратегия медицина ярҙамының кимәлен дә, сифатын да, һөҙөмтәлелеген дә үҙ эсенә аласаҡ. 2030 йылғаса билдәләнгән документтың проектын көҙгөһөн Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тәҡдим итеү күҙаллана.

Таңсулпан РӘСҮЛ.


Вернуться назад