Алтын ҙур булмай16.06.2017
Коммунизм осоронда булды был хәл. Магазинға инһәм, ҡатындар тауыҡ итен алырға сиратҡа баҫҡан.
– Былар ниңә шулай ябыҡ икән, хатта бер-ике ҡабырлыҡ ите лә юҡ. Күгәреп ҡатҡандар, – тине Мәрхәбә.
– Һуң, әтәс тауыҡты тотор өсөн күпме ҡыуып йөрөтә. Әтәстән ҡаса-ҡаса ябығып бөтәлер инде бахырҡайҙар, – тине Сәлимә.
– Тауыҡ тауыҡ инде, шуға ла башы бәләкәй генә бит. Аҡылы юҡ. Әтәс ҡыуғанда ниңә ҡасырға инде? Тотол да ҡуй. Тотолорға бурыслыһың бит инде. Бына мин, ирем әтәсләнеп китһә, бер ҙә ҡасмайым, – тип һүҙҙе ҡуйыртып ебәрҙе Мәслиә.
– Әгәр ҙә әтәстән тоттормайым тип, тауыҡ ҡаҡ һөйәккә, тирегә ҡалһа, бына беҙ, һимеҙ ҡатындар, бүлмә буйлап ирҙәребеҙҙән ҡасып, ҡыуылып ябығыр инек, – тине 120 килолыҡ Тәфтизә.

***

Был хәл күптән түгел генә булды. Ике ҡатын һөйләшә:
– Табаға бер тамсы ла һыу һалмай, тауыҡты ҡыҙҙырырға ҡуям, ә таба һыу менән тула ла ҡуя. Ниңә ул тауыҡтар гел күлдә, бассейнда йөҙөп, һыу йотоп бөтәме икән? – тип аптырай Фәрхениса.
– Тауыҡты һуйып, йөнөнән таҙартҡас, һыуҙа йыуалар. Бына шул саҡта уны бороп-бороп һығып киптермәйҙәр. Киптергесте йылытырға электр энергияһын экономиялайҙар, – тине Рәзинә.
– Тауыҡтарҙың ауырлығы артһын өсөн шприц менән тире аҫтына һыу ебәрәләр, – тип бик асыҡ әйтте Флүрә.
– Итле, эре һөйәкле булһын өсөн, дөйә гены менән берләштереп, яңы тоҡом тауыҡ килтереп сығарғандар. Тауыҡ дөйә тоҡомонан булғас, һыуҙы күп эсә, – тине һатыусы, аныҡлыҡ индереп.
– Юҡ, туғандар, тауыҡтарҙың бәләкәй, итһеҙ булыуына әтәстәр ғәйепле, үҙҙәре лә бәләкәй кәүҙәлеләр бит. Ана, Сәриә үҙе метр ярымлыҡ ҡына, ел өрһә, осоп китергә генә тора. Ә ире фил кеүек. Балалары ла иренә оҡшаған. Шулай булғас, эре кәүҙәле, итле себештәр тыуһын өсөн, үҙебеҙҙең Башҡортостан тауыҡтарын Африка дөйәғоштарынан тапатырға кәрәк, – тине Фәтлиә ҡарсыҡ.
Шул саҡ сауҙа кәштәһендә ятҡан әтәс телгә килеп:
– Алтын ҙур булмай ул, – тине.

Юнир САЛАУАТОВ.


Вернуться назад