Әтәсте ҡайҙан табырға?16.06.2017
Барлыҡ ҡош-ҡорт, йәнлек, бөжәктәр донъяһында “сираттағы йылда кем хужа булырға тейеш?” тигән көн тәртибе менән йыйылыш бара икән.
– Иптәштәр, әйҙәгеҙ, Айыуҙы етәксе итеп ҡуяйыҡ, сөнки ул көслө, – тигән Ҡырмыҫҡа.
– Дөрөҫ, Айыу ағай бик көслө, ләкин ул ҡыш буйы йоҡлап тик ята. Ул арала йыртҡыстар күптәрҙе ҡыра, ашай, – тигән Болан.
– Беҙҙең яҡтарға йылылыҡ килә, ти бит ғалимдар. Мин Дөйәғош ағайҙы етәксе итеп ҡуйырға тәҡдим итәм. Уның муйыны, бото оҙон, тирә-яҡтағы етешһеҙлектәрҙе бик алыҫтан күреп ҡалыр ҙа тиҙ арала тәртипкә һалыр, – тигән Бал ҡорто.
– Юҡ, туғандар, Дөйәғош менән илде бандиттарҙан, террорсыларҙан һаҡлап булмай. Ҡурҡыныс хәл тыуһа, ул башын ҡомға тыға ла тыныс ҡына тик тора, – тип ҡаршы сыҡҡан Күгәүен.
– Улайһа, Төлкөнө! – тип ҡысҡырған Күбәләк.
– Ауылдарҙа бер тауыҡ та ҡалмаясаҡ. Унан да хәйләкәрерәк йән эйәһе юҡ. Юғары түрәләр алдында ялағайланып ҡойроғон уңлы-һуңлы болғаясаҡ. Сырын ҡабып ағас ботағына ҡунған ике йөҙ йыл йәшәгән аҡыл эйәһе Ҡарғаны төп башына ултыртҡан бит ул, – тип үҙ фекерен әйткән Турғай.
– Ишәкте ҡуйһаҡ, ул ялҡау. Бөркөт йыртҡыс. Кәзәне ҡуйһаҡ, ул да урлап ашарға ярата, – тип күп бәхәсләшкән былар.
– Әтәсте! – тип ҡысҡырған ул арала Ҡарлуғас.
– Ниңә? – тип һораған йыйылыш.
– Сөнки ул урлауҙың ни икәнен дә белмәй. Бик намыҫлы чиновник буласаҡ. Тупраҡ тибеп ем тапһа, ҡытҡылдап бар тауыҡтарына өләшеп бирә.
– Ысынлап та шулай шул.
– Эйе, эйе, Әтәсте һайлап ҡуяйыҡ. Ул коррупционерҙарға өлгө булыр, – тип Әтәсте 2017 йылдың хужаһы итеп бер тауыштан һайлап ҡуйғандар, ти.
Ә инде телевизор аша ҡош-ҡорттоң, йәнлектәрҙең йыйылышын ҡарап ултырған кешеләр: “Арабыҙҙан Әтәс кеүек намыҫы таҙа булған етәксене ҡайҙан табырға инде?!” – тип аптырап ҡалған.


Вернуться назад