Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?16.06.2017
В.И. Ленин әйтмешләй, гәзит – мәғлүмәт сығанағы ғына түгел, даими ойоштороусы ла. Үҙемдән шуны өҫтәйем: баҫма һүҙ – ул уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә. Әгәр гәзиттең ысын мәғәнәһен ентекләп тикшерә башлаһаң, ҡул бармаҡтары ғына етмәҫ ине, сөнки тап ваҡытлы матбуғат аша халыҡҡа илдең идеологияһы, йүнәлеше, иманы һеңдерелә.
Киң мәғлүмәт сараларына юҡҡа ғына “дүртенсе власть” дәрәжәһен бирмәгәндәр, шуға күрә мин баҫмаларға ҙур ихтирам менән ҡарайым. Матбуғаттың ҡеүәтен ысын күңелдән тойған кешемен. Үҙебеҙҙең башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы алдырырға тырышам, ваҡыты-ваҡыты менән яҙыштырам да. Мәҡәләләрем тормоштоң төрлө күренештәре хаҡында. Йәшәйеш тә, мәҙәниәт, мәғариф һорауҙары ла миңә сит түгел. Бигерәк тә ҡысҡырып торған етешһеҙлектәрҙе күреп, уларға нисек иғтибар итмәйһең инде.
Мәҡәләләремде “Башҡортостан” гәзите халҡыбыҙға йыш еткереп тора. “Беҙҙә барыһы ла ниңә ҡомға һеңә?”, “Сирләмәүең мең артыҡ”, “Һыҙланыуҙан тыуа был йырҙар” тигәндәрен уҡығандарҙан күп шылтыратыу ҡабул иттем, бының өсөн баҫмабыҙға ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Элегерәк гәзит биттәрендә сыҡҡан мәҡәләләр ҡала, район Советы ултырыштарында ҡаралып, аныҡ сара күрелеп, аҙаҡ шул уҡ баҫмала был хаҡта яҙыла, һәм был уҡыусылар күңеленә хуш килә торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матбуғатта баҫтырылған бөгөнгө мәҡәләләр, күтәрелгән көнүҙәк мәсьәләләр ҡайһы берәүҙәрҙең иғтибарын йәлеп итмәй кеүек. Йәмәғәтселектә ниндәйҙер битарафлыҡ һиҙелә. Шуға күрә хәҙер гәзиткә ҡараш та икенсе төрлөрәк. Баҫмаларҙы һәр ғаилә алдырып, башынан аҙағына тиклем уҡып, тормошта әүҙемерәк булһа ине лә бит!.. Байтаҡ кеше һайлауға йөрөмәй, гәзит уҡымай. Күптәр компьютерға кереп бикләнгән, уларға башҡа бер нәмә кәрәкмәй. “Арба ватылһа утын, үгеҙ үлһә – ит”, – тип донъя көтәләр. Ә бит был дөрөҫ түгел. Заманды беҙ үҙебеҙ ижад итәбеҙ, шуға ватандаштар милли баҫмаларҙың яҙмышына бармаҡ аша ҡарамаһын ине.
Мәҡәләмде төпләп, “Башҡортостан” гәзитен сығарыусыларға һәм дә уҡыусыларға бер тәҡдим бар. Барыбыҙ ҙа тыуған көндәребеҙҙе, байрамдарҙы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Әлбиттә, яҡындарыбыҙға ниндәйҙер бүләк – аҡсалатамы, кәрәкле әйберме, хушбуй, сәғәт һәм башҡа кәрәк-яраҡмы алып бирергә тырышабыҙ. Бына шуларҙың урынына ҡотлау һүҙҙәре менән фотоһын гәзиттә баҫтырып, юбилярға квитанция бүләк итһәк, минеңсә, бик яҡшы булыр ине. Аҡса тотонола ла бөтә, гәзит иһә көн дә килеп торасаҡ. Баҫманы уҡыусы уны аҙна һайын ала, донъяла булған яңылыҡтар менән таныша, рухы нығый. Ғөмүмән, гәзит, журнал, китап бүләк итеү халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтенә инһә, телебеҙ ҙә, милләтебеҙ ҙә, редакция хеҙмәткәрҙәре лә иркенерәк һулыш алыр ине тигән өмөттә ҡалам.
Миҙхәт ӘБДЕЛМӘНОВ.