Ерҙе ашламайынса, мул уңыш булмаясаҡ07.04.2012
Яҙғы сәсеү барышында республика баҫыуҙарына 46,2 мең тонна минераль ашлама индереләсәк. Әлеге мәлдә ауыл хужалығы предприятиелары 15 мең тоннанан ашыу ашлама туплаған. Был планлаштырылғандың 30 процентын тәшкил итә.
Туймазыға – 405, Бүздәккә – 274, “Өршәк” станцияһына – 350, Борайға – 70 һәм Мәсәғүткә 90 тонна оҙатыласаҡ. Минераль ашлама индермәй тороп, тупраҡтың тәбиғи уңдырышлылығы менән генә кәрәкле күләмдә уңыш алып булмаясаҡ, тип билдәләйҙәр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.


Вернуться назад