– Ауылыбыҙға күптән түгел ситтән бер ҡатын килеп йәшәй башланы. Әллә ниндәй һүрәттәргә табына, тиҙәр. Ә үҙе гел Аллаһ Тәғәлә хаҡында һөйләй, дин юлынан барыуына ышандырырға тырыша. Ҡөрьәндә Раббыбыҙҙың тәүбәгә килгәндәрҙең барлыҡ гонаһтарын да ғәфү итеүе, әммә нимәнелер үҙенә тиң тотоуҙы кисермәүе хаҡында яҙылған бит...
Ә. ҒӘФҮРОВА.
Тәтешле районы.Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Иң тәүҙә ураҙа тотҡан ҡәрҙәштәребеҙгә изге теләктәр еткерәйек. Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшеү юлында сабырлыҡ, ихтыяр көсө насип итһен һеҙгә, иншаллаһ. Раббыбыҙ һәммәгеҙҙең дә изге ғибәҙәтегеҙҙе, доғаларығыҙҙы ҡабул ҡылһын!
...Аллаһ Тәғәлә, Әҙәм ғәләйһис-сәләмде яралтып, барлыҡ фәрештәләргә уға сәждә ҡылырға бойорғас, иблис тәкәбберлек күрһәткән. “Эй, Раббым, уны – ерҙән, ә мине уттан яралттың”, – тип үҙенең кешенән өҫтөнлөгөн иҫбатларға булған. Һөҙөмтәлә Аллаһ Тәғәлә уны йәннәттән, тимәк, үҙенең рәхмәтенән, мәхрүм иткән. Күңелендә асыу, кенә һаҡлаған иблис Әҙәм ғәләйһис-сәләмде лә берәй нисек ожмахтан сығарыу ниәтендә хәйлә ҡора башлаған һәм маҡсатына өлгәшкән. Ергә төшөрөлгән атабыҙ менән анабыҙ оҙаҡ йылдар бер-береһен эҙләп йөрөп, Ғәрәфәт тауында осрашҡан. Әҙәм ғәләйһис-сәләм Аллаһ Тәғәлә алдында тәүбә ҡылған.
Иблистең нәҫелдәре иһә кешеләрҙе яңылышлыҡҡа илтеүҙе дауам итә. Бындай аҙашыуҙың иң беренсеһе – бөтөн донъяны юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәләнең юлынан барыу түгел, ә икенсе яҡҡа китеү. Уны “ширк” тип атайҙар, йәғни нимәнелер Аллаһ Тәғәләгә тиң ҡуйыу. Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы Хоҙайҙың ҡанунына табынмаһа, уның буйынса йәшәмәһә, шайтанға эйәреп китә. Ә иблистең аҙаштырыу юлдары ифрат күп: эскелек, хәрәм ризыҡ менән туҡланыу, ғаиләне тарҡатыу, отош уйындары, башҡаларҙы хөрмәт итмәү, ата-әсәңде, туғаныңды танымау, тәкәбберлек, уғрылыҡ...
Һәр кеше ғаләмде һәм үҙен юҡтан бар итеп яратҡан Раббыһын ғилеме, аҡылы, зиһене менән танырға тейеш. Әгәр ҙә шулай икән, ул ер йөҙөн матурлап, унда бәрәкәт, тыныслыҡ, татыулыҡ булдырып, булғанды ҡәҙерләп, һаҡлап йәшәй. Ә инде Раббыһы тип ниндәйҙер кеше һынын, ташты, хайуанды һәм башҡа ниҙелер таныһа, тормошо төплө нигеҙле ҡанун буйынса бармай. Эйе, “Ҡөрьән Кәрим”дә Аллаһ Тәғәләнең бөтөн нәмәне лә ғәфү итәсәге, ләкин нимәнелер үҙенә тиң тотоуҙы, йәғни ширк ҡылыуҙы кисермәйәсәге хаҡында әйтелгән.
Әл-хәмдү лил-ләһ, беҙгә иң таҙа, саф Ислам индерелгән. Артабан да ошо паклыҡҡа таянып, ғәмәл һәм ғибәҙәт менән йәшәргә насип итһен һәммәбеҙгә лә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бөгөн динебеҙҙе өйрәнеү өсөн ҙур мөмкинлектәр бар, уларҙы файҙаланайыҡ. Изге Ҡөрьәнде, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәрен өйрәнәйек, өҫтәүенә хәҙер традицион дингә нигеҙләнгән китаптар ҙа байтаҡ донъя күрә. Уларҙағы аҡыл, һис шикһеҙ, ситкә тайпылыуҙан аралар. Ғилемгә ынтылайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Хоҙай Тәғәлә ширк ҡылыуҙан һаҡлаһын.
“Аллаһты таныу өсөн үҙегеҙгә ҡарағыҙ”, – тиелгән Ҡөрьәндә. Хәҡиҡәттә шулай: бәләкәй генә орлоҡтан яратылғанбыҙ, аҡыл, зиһен бирелгән, устағы һыҙаттарыбыҙ тик үҙебеҙсә, башҡа һис кемдекенә оҡшамаған һ.б. – быларҙың барыһы ла Хаҡ Тәғәләнең барлығына дәлил.
“Фани донъя – ахирәттең игенлеге”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Яҡшылыҡ икһәк, бер-беребеҙ һәм йәмғиәт өсөн файҙалы эштәр башҡарһаҡ, күңелебеҙ гел таҙа булһа, илебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлаһаҡ, хаҡ динебеҙҙән ситкә китмәһәк, иншаллаһ, ахирәтебеҙ ҙә игелекле булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.