Кем күпме тейеш?16.06.2017
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең шундай һүҙҙәре бар: “Фытыр саҙаҡаһы бирелмәйенсә, Рамаҙан айында ҡылған изге ғәмәлдәр һәм ураҙа Аллаһ Тәғәләгә еткерелмәҫ”. Саҙаҡаның быйылғы хаҡы түбәндәгесә.
* Матди хәле уртасанан түбән булған кешеләр өсөн – ғаиләнең һәр ағзаһынан 50 һум.
* Урта хәллеләргә – ғаиләнең һәр ағзаһынан 150-шәр һум.
* Хәллеләргә – ғаиләнең һәр ағзаһынан 250-шәр һум.
* Ураҙаны ҡалдырған һәр көн өсөн фидиә саҙаҡаһының күләме – 150 һум. Был сумма төбәктәге төп аҙыҡ-түлектең хаҡына ҡарап иҫәпләнә. Ошо аҡса өлкән кешене бер көн туҡландырыуға етергә тейеш. Әгәр мосолман ай дауамында ураҙа тота алманы икән, 4 350 һум фидиә саҙаҡаһы бирә.
* Зәҡәттең нисбәте – 185 мең һум.