Инәһе көслөнөң иләүе көслө14.06.2017
Инәһе көслөнөң иләүе көслө Замана үҙгәреп тороуына ҡарамаҫтан, уға яраҡлашып, матур итеп йәшәү хас беҙҙең халҡыбыҙға. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа яңы технологияларға һылтанып, ҡул ҡаушырып ултырмай, төрлө һөнәрҙәр үҙләштереп донъя көтә.
Улар – ғаиләләрендә яҡшы хужабикә, һөйөклө әсәй, тормош юлдашына яҡшы ҡатын, өҫтәүенә эш урынында шәп хеҙмәткәр ҙә. Ғаилә усағын һүндермәй һаҡлау, ҡурсалау, балалар үҫтереү, тәрбиәләү уларҙың төп роле һәм тормоштағы тәғәйенләнеше булып ҡала. Ҡатын-ҡыҙ, ғаиләһен хәстәрләү менән бер рәттән, ул-ҡыҙҙарының әхлаҡи-рухи үҫеше өсөн яҡшы шарттар тыуҙырырға тырыша, уларҙы файҙалы хеҙмәткә һәм сәләмәт тормошҡа әйҙәй. Был йәһәттән терәк-таяныс булырҙай, кәңәшләшерҙәй ҡатын-ҡыҙ советтары, йәмәғәт ойошмаларының әүҙем эшләүе — төп шарттарҙың береһе.
Беҙҙең Мәһәҙей халҡы был йәһәттән ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Һәҙиә Хәсәнованан уңды. Ул — гүзәл заттарыбыҙға терәк тә, таяныс та, ҡалҡан да. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, ауыл мәҙәниәт йортонда “Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ роле” темаһына район йыйыны уҙғарылды. Унда Бөрйәндең ихтирамлы гүзәл заттары, төрлө ойошма вәкилдәре ҡатнашты.
Был матур, йәнле сараны ауыл мәҙәниәт йорто директоры Фатима Шәғәлина алып барҙы. Залға барып ингәс тә оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Гөлгөнә Насированың, Рәүилә һәм Зөлфиә Хәсәноваларҙың, Фәнисә Ғөбәйҙул­линаның, Зинфира Маликованың, ауылыбыҙ ағинәйе Нурия Сәйәхованың мең биҙәкле йәйғор төҫтәренә манып яһаған бәйләү, сигеү эштәре күҙҙең яуын алһа, өҫтәлдәр аш-һыу ризыҡтарынан һығылып торҙо.
Мәһәҙей ауылы халҡының йәшәйеше, башҡарған матур ғәмәлдәре, проблемалары хаҡында һөйләшеү ойошторолдо, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәмилә Салауатованың сығышы айырыу­са фәһемле, файҙалы булды. Ул һәр саҡ әлегеләй берҙәм, татыу йәшәргә өндәне.
– Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, тиҙәр. Ябай ғына һүҙҙәр ҙур мәғәнәгә эйә. Матурлыҡ бар ерҙә татыулыҡ та була. Тик аллы-гөллө сәскәләр араһында сәнскелеләре лә осрай. Ана шундайҙар һеҙҙең ауылда сәскә атмаһын ине, – тигән теләк белдерҙе ул.
Ауылда балаларын яңғыҙ үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырған, уҡытып, кеше иткән әсәйҙәр – Рәйсә Насирова, Фәйләрә Бәшәрова, Ғилминур Ирбулатова, 30 йылға яҡын ҡәйнәһен ҡараған, бөгөн Яуымбай ауылында оло йәштәге әсәһе менән бергә донъя көткән Фәриҙә Маликова, етем ҡалған балаларҙы үҙ балаһылай итеп күреп, яҡшы тәрбиә биргән Сәрүәр Ишемова кеүек оло йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙар бар. Улар — башҡаларға ҙур өлгө. Әлеге сарала барыһының да исеме ҙур хөрмәт менән телгә алынды. Шулай уҡ район хәрби комиссариатынан Флүзә Ҡаһарманова лайыҡлы улдар тәрбиәләп үҫтереп, ил һағына оҙатып, ҡаршы алған әсәләргә рәхмәт еткерҙе, әле армиялағы егеттәребеҙ хаҡында ла әйтеп үтте. Әрме хеҙмәтен үтәгәндән һуң контракт менән хеҙмәттә ҡалған Таштимер Сәйәхов, Салауат Ирбулатов, Сәйет Сәйәхов, Ришат Хәсәновтарҙың илебеҙ тыныслығы һағында уяу тороуы менән ғорурланыуын да еткерҙе.
Артабан сара фекер алышыуҙар менән дауам итте. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мөрәжә­ғәттәренә таянып, йыйындың ҡарарҙары ҡабул ителде, әүҙем йәмәғәт эшмәкәр­ҙәренә маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.


Вернуться назад