Һәр нәмәгә ғәҙел, бар ғәмгә тигеҙ мөнәсәбәтле, пак йөкмәткеле, таҙа ниәтле ваҡытлы матбуғат тураһында киң майҙанда фекер әйтеүем бер бөгөн түгел, һәм минең тарафтан бының гел бик теләп башҡарылғанын, иреклелеген, сафлығын, күңелем түренән ағылғанын, ҡарашымдың ҡәтғи ыңғайлығын, ошо оло тау, бейек ҡая ҡаршыһында һаман да, һис тайпылышһыҙ һөнәри тәжрибәм инде байтаҡҡа еткәндә лә, кәпәсем шыуғанлығын, юҡ, түбәнһенмәй, ә эскерһеҙ хөрмәтем йөҙөнән, уға, үҙемдең дә, артабанғы ла яҡын ҡатнашлығым файҙаһында, яңы күтәрелеш юрап шулай итеүемде, әйҙәгеҙ, өҫтәп белдереп тормайым. Бөгөнгө киң мәғлүмәт саралары, әле яңырағы менән генә сағыштырғанда ла, эйе, шул иҫәптән мине лә ихлас ҡыуандырып, ишәйгәндә, төрләнгәндә, социаль селтәрҙәрҙәге өлгөр төркөмдәр генәме, хатта айырым шәхси биттәр ҙә мәғлүмәт таратыуҙа һаман да терһәк төртөп алға ынтылғанда, хәбәр еткереүҙә хатта электрон киң мәғлүмәт сараларын да уҙып киткәндә лә – шулай, ихтирамым юғары.
Бер ҡағылғанда әлеге уҙышҡа тыныс ҡарау яғындалығымды ла мәғлүм ҡылайым: тыштан ҡарағанда ярышҡан кеүек тойолһалар ҙа, ысынында үҙенә тейешле йөктө генә күтәрә бит улар. Яңы ысулдарҙың етеҙ аҙымы иҫкеләренең ҡомарын ҡыҙҙырһын, сәменә тейһен, йылдамлығын ҡуҙғытһын да шул. Әммә “йәштәр” баҫып ала, тип самаһыҙ хәүефләнелмәһен, “ҡарттарҙың” ҡулы еңелеүле күтәрелмәһен, ҡәләмдәре хәлһеҙ һәлберәп төшмәһен. Сөнки, әйтелеүенсә, һәр нәмәнең үҙ бурыстары һәм үҙ мөмкинлектәре: ризыҡтың да тәме лә, йәме лә төрлөлөктә ләбаһа. Йәнә лә – үҙ сифаты. Әйтәйек, Интернет-сәхифәһендә кемдеңдер, ғәфү итһен, унда өйрәнелгән-күнегелгәнсә – грамматиканы бөтөнләй һанға һуҡмай, уныһына түҙергә ярай әле, бер нисә тел ҡатнашмаһы рәүешендә, бына шуныһы уның хөрт, нимәнелер шыҡылдатып яҙып ҡуйыуын, яңылыҡ булған һүрәттә лә, берҙән, сифатлы тиергә тел әйләнмәй, етмәһә, ысынбарлыҡҡа тура килеңкерәмәүе лә ихтимал – тикшерелмәгән, икенсенән, ул мәғлүмәт менән генә сикләнә, ә беҙ матбуғаттың тәрбиәүи көсөн дә беләбеҙ. Виртуаль хәбәрселектең, баҫмаһына күрә, авторына ҡарап, иҫ киткес юғарылыҡ күрһәткәненә лә шаһитбыҙ, ләкин әле быны махсус ситтә ҡалдырып торам, сөнки бөгөн үҙәккә ул ҡуйылмаған.
Гәзиттәрҙәге мәҡәләләрҙең бәҫе бөгөн, бәлки, сағыштырмаса кителә биргәндер, һәм быға тәү нәүбәттә тираждарҙың кәмеүе сәбәпсе, ҡулдарҙың гәзитте һирәк тотоуы, смартфон һыйпауы, күҙҙәрҙең йышыраҡ компьютерға тексәйеүе “ғәйепле”, ләкин күңел һалып, ҙур яуаплылыҡ тойоп, бынамын тигән тел менән яҙылғандары әле булһа эҙләп алынып уҡыла. Һәм гәзиттә мәҡәлә баҫылыуының оҙон, энә күҙәүле технологияһы ла сифатҡа эшләйҙер – ысын журналист компьютерын ҡабыҙғанда уның эске контролеры ла тоҡана: быны тел тәмен белгән, мәсьәләне тәрән төшөнгән кешеләр ҙә уҡыясаҡ, аҙаҡ тартынып йәшәргә тура килмәһен – һәр һүҙем яуаплы, бар хәрефем, тыныш билдәм урынында булһын. Эйе, гәзит мәҡәләһе аҫтына тултырып комментарийҙар теҙеп булмай, йәғни шунда уҡ тоташыр кире бәйләнеш юҡ, кәрәкмәй ҙә, шулай ҙа, баяғы эске күҙәтке янаулы бармаҡ һелккәндә, ул барҙай булып яҙыла. Оҫта хәбәрсенең, тәбиғәттән тик ошоноң өсөн генә тыуғандың, әлеге элемтәне былай ҙа, күңелендә, ишетеүе-күреүенә иманым камил.
Тура мәғәнәләге бәйләнештең, уның ҡарауы, ҡағыҙ баҫманың Интернет версияһында, ғәҙәттә, эшләгәне мәғлүм, һәм быға гел генә сәпәкәй итергә кәрәкме икән әле? Уҡыусыларҙан ғәҙел өҫтәмәләр бик хәжәт, ризамын, улар нәҡ өҫтәмә булараҡ урынлы, мәсьәләне бар яҡтан, уратып, әйләндереп тикшереү өсөн арыуҙыр, ә әрепләшеп алып китеүҙәр, хаттин ашыуҙар, әйткәс әйтәйек – мыҫҡыллауҙар менән ни эшләйбеҙ һуң? Бына улар, киреһенсә, матбуғаттың бәҫен төшөрә, ваҡланыуҙар, оҙаҡҡа китеп, мәсьәләнең хатта баштағы төп ҡуйылышынан ситләштерә, ниндәй ҙә күркәм мәҡәлә лә, теләгәндә, маҡсат ҡуйғанда, яман ниәттәр береккәндә, сәнске һүҙ үрсегәндә, күркһеҙләндерелеп ҡуйылыусан.
Йәшлегемдән бер күренеш иҫкә төштө ҡапыл. Төпкөлгә, әйткәндәй, үҙем һорап алған ят ауылға (ижад өсөн шарттың шарты алыҫлыҡ тойолдо һәм өмөт аҡланды ла – тәүге китабым тип һаналып йөрөлгән баҫмаға шунда тыуған әҫәрҙәрем инде) урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡытырға барыу менән күп итеп матбуғатҡа яҙылдым. Үҙебеҙҙә сыҡҡандары аҙ күренгәс, Мәскәүҙән ҡалын “Литературная газета”, яңыса сыға башлаған, ошоғаса тыйылған әҫәрҙәрҙе баҫҡан “Юность” баҫмаһына тиклем ҡалманы. Почтальон апайҙың сумка ҡайышынан былай ҙа баҫынҡы яурындарын уйламайынса, шулай аяуһыҙ егетләнеп ташлағанмын, аҙаҡ быны үҙе, тәмһеҙлек кимәленә мендермәйсә генә, шаяртып әйтеп тә ҡуйҙы шикелле. Әйтмәҫлек тә түгел ине шул: гәзит-журналдарҙы, ә улары аҙналап йыйылып китеүсән (төпкөллөктөң кире яғы ла бар), йөкмәп килеүе бер хәл, нисек тә түҙә, ә бына почта йәшнигенә тултырып бөтөүе-е... Һәм бында мин генә лә ғәйепле түгел, өй хужаһы ла өлөшлө – ул да умырып-умырып яҙылған. Ҡыҫҡаһы, һыймай матбуғат, ҡыҫыңҡылыҡтан әйтерен әйтә алмағандай, асҡан иренен уфтанып ҡымтығандай, хәрефтәр тауышһыҙ бөрөшкәндәй.
Бәләнән тиҙ ҡотолдоҡ: бабай ҡәҙерлегә һаҡлаған таҡталары араһынан бер киҫәкте сығарып һалды, эш ҡоралдары тотторҙо, мин һыҙҙым, быстым, йыштым, ҡаҡтым, буяным, ҡапҡа бағанаһына нығыттым – почта йәшниге, ҡупаймайым, ғәләмәт шәп килеп сыҡты. Иркен ул хәҙер – яңы миҙгелдә тағы бер-ике баҫманы ҡуша алабыҙ.
Ҡала йорттарындағы йәшниктәр әле лә, айырыуса һайлау осорҙарында, ҡағыҙҙан бүҫелеп бара, ундағыны башлыса уҡыу түгел, йәйеп тә тормаҫтан, йыйыштырыусы әҙерләп ҡуйған оло ҡатырға һауытҡа, инде ҡапайып өлгөргән сағыу, ялтыр, әммә ҡәҙерһеҙ өйөмгә ырғыталар. Алғандары ла башҡа маҡсатты – ишек төбөндәге аяҡ кейеме аҫтарына һалыу, баҡсала мунса тоҡандырыу һымаҡ көнкүреш күренештәрен күҙҙә тота – бушлай бит. Өйөмдәрҙән уның өсөн аҡса түккәндәргә билдәле бер файҙа киләлер, әлбиттә – рекламаны ғына алғанда ла сауҙала уның ниндәй көслө, ылыҡтырғыс этәргес икәнен беләбеҙ. Быға ризаһыҙлыҡ белдерәйекме? Эйелер, сөнки күпме һәйбәт ҡағыҙ сарыфлана, уға ни саҡлы ағас киткәне быйыл, Экология йылында, бигерәк тә көнүҙәк. Шуның менән бергә ризалыҡ та бар – тимәк, хәбәр еткереүҙең был ысулына ышаныс бөтмәгән әле.
Ләкин бәғзе йәшниктәрҙә, тумпаймай, һерәймәй генә, ҡапҡасының аҫтағы бәләкәс уйымдары аша, мин һүҙ башында яҙған ғәҙел йөкмәткеле, дөйөм кешелек хазиналарын алға һөргән, ил тарихындағы төрлө дәүерҙәрҙе, ҡатмарлы ла осорҙарҙы, матди тәҡдимдәр ымһындырһа ла, башҡаларҙың йөҙөн боҙмай, тимәк үҙенекен дә һаҡлаған, һәйбәт ваҡытлы матбуғат та күренгеләй. Һәм был йөрәкте йылыта, йәшниккә яҙылған һанлы фатир хужаһына ихтирам уята. Тимәк, үрҙәге, рәсми телмәрҙә ҡулланылған һүҙбәйләнештең тура тәржемәһендәге, “ваҡытлы” һүҙе бында тура килмәй, тоғро дуҫтар өсөн ниндәйҙер сикле арауыҡлы түгел ул, ә даими: дуҫлыҡ яңы квитанциялар менән нығытылып тора. Йәки “ваҡытлы” һүҙен һуңламай килеү, хәбәрҙе ваҡытында, хатта алдараҡ та, ләкин мотлаҡ дөрөҫөн, еткереү мәғәнәһендә аңлайыҡ.
“Башҡортостан” гәзите аша бөтә матбуғат хеҙмәткәрҙәрен бөгөнгө байрам менән ҡотлайым, һау, оҙон, ижади, емешле ғүмер теләйем!