Сибайға ҡала статусы биргән тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итеү беҙҙә иң абруйлы һәм лайыҡлы шөғөл иҫәпләнә. Әүәлдән бөтә Башҡортостанға киң билдәле Күсей ауылы егете Динар Хөснөтдинов та таусы һөнәренең ҡәҙерен белеп, үҙ эшенә яуаплы ҡарай.Беренсе тапҡыр шахтаға төшкәндә 27 йәшлек Динар бригаданан тороп ҡалып аҙашыуҙан ҡурҡа. Күп километрҙарға һуҙылған ер аҫты коридорҙарында бер үҙең ҡал әле, ҡурҡмаҫ ереңдән ҡурҡырһың. Ул мәлде хәҙер минең геройым көлөп хәтергә ала.
Егет Күсей тулы булмаған урта мәктәбен тамамлағас, Сибай ҡалаһының 24-се һөнәрселек лицейында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Диплом алғас, хеҙмәт юлын Магнитогорск металлургия комбинатында башлай, артабан хәрби хеҙмәткә алына, диңгеҙ пехотаһына эләгә. Был элиталы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүе менән ғорурлана. Армиянан ҡайтҡан һалдат 2010 йылдың мартында Сибай ер аҫты руднигына быраулау ҡоролмаһы машинисы ярҙамсыһы булып урынлаша. Бер аҙ тәжрибә туплағас, үҙе машинист урынында эшләй башлай. Ауыр, яуаплы хеҙмәт ҙур физик көс, таһыллыҡ талап итә. Элекке морпex Динарҙа улар етерлек. Йәнә Күсей ауылы кешеләре өсөн тау эше – борондан яҡшы таныш шөғөл. Таусылар, алтын эҙләүселәр тураһында хикәйәттәр, риүәйәттәр, легендалар ишетергә теләһәң, Күсейгә кил. Бер риүәйәткә ярашлы, ер аҫты байлыҡтары хужабикәһе Алтынсәс нәҡ ошо яҡтарҙағы бер иҫке шахтала йәшәй, имеш. Ул үҙенең серҙәрен көслө, тырыш кешеләргә генә аса. Нимәнелер оҡшатмаһа, һәләк итеп ҡуйыуы ла ихтимал...
Шахтала эшләү хәүефле икәнлеген бында һәр кем яҡшы аңлай, шунлыҡтан ер аҫтында тир түккәндәрҙән һәр саҡ уяулыҡ, иптәштәреңә ярҙам итеүгә әҙерлек, ышаныслы булыу талап ителә. Күсей егете Динар – нәҡ шундайҙарҙан. Әлеге көндә “Яңы Сибай”, “Аҫҡы ҡатлам”, “Ҡамаған” ятҡылыҡтары ер аҫты ысулы менән эшкәртелгәнлектән, быраулаусылар бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөп эшләй. Мыҡты кәүҙәле, ихлас йөҙлө Динар Хөснөтдиновты уларҙың барыһында ла осратырға мөмкин, уны шахталарҙа белмәгән кеше юҡтыр. Уҙаман үҙенең эшенән бик тә ҡәнәғәт. Ауыр, яуаплы, әммә оҡшай, ти ул.