Шиғри күңелле Әбдрәш ҡыҙы02.12.2011
Шиғри күңелле Әбдрәш ҡыҙыСибай институтында 1996 йылдан алып йәш ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн “Инеш” әҙәби-ижади түңәрәге эшләп килә. Етәксеһе — филология фәндәре кандидаты Нәйлә Ыласынова. Түңәрәктә шөғөлләнеүселәрҙең шиғырҙары матбуғат биттәрендә әленән-әле баҫылып тора. “Инеш”тәр төбәк яҙыусылары менән осрашыуҙар үткәрә, төрлө әҙәби кисәләрҙә ҡатнаша.
Түңәрәктең иң әүҙем ағзаһы Әлфирә Мәжитова — Әбйәлил районының Әбдрәш ауылы ҡыҙы. Бала саҡтан әҙәбиәткә ғашиҡ, шиғырҙар ижад итә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенең өсөнсө курсында төркөм старостаһы ла ул. Һеҙҙең иғтибарығыҙға Әлфирәнең бер нисә шиғырын тәҡдим итмәксебеҙ.
Әлфирә Мәжитова


Үрҙәр көтә
Менгән саҡта тормош ҡаяһына
Ҡарамайым артҡа әйләнеп.
Хаталарым эйәрерҙәр төҫлө,
Яҙмышыма минең бәйләнеп.
Атылып та ҡуя йондоҙҙарым,
Янып-һүнеп ала шәмдәрем.
Донъя шулайҙыр ҙа, мин бит әле
Яңы тоям йәшәү йәмдәрен.
Алда әле тапалмаған һуҡмаҡ,
Артылаһы үрҙәр көтәләр.
Хыялдарым мине уҙып китеп,
Моратыма барып етәләр.
Яҙылмаған китап — минең ғүмер,
Ҡабынасаҡ йондоҙ — хыялым.
Ҡояшымдан нурҙар ала-ала,
Тормош ҡаяларын яулармын.

* * *
Күңел күктәргә ынтыла —
Их, ҡанатлы ҡош булһам!
Осор ҙа осор инем мин,
Хыялыма ҡуш булһам.
Болоттарҙы елкән итеп,
Күк карабында йөҙһәм.
Иң-иң сағыуҙарын ғына
Йондоҙ-сәскәнең өҙһәм.
Ҡояшҡа инһәм ҡунаҡҡа,
Айҙа ҡуна ҡалынһа,
Етегәнгә етермен дә,
Бер аҙ ғына ялынһа.
Шулай йөрөр инем күктә,
Йыһан серҙәрен сисеп.
Еремә ҡайтырмын таңда,
Ысыҡ нурҙарын кисеп


Вернуться назад