Икеләтә ҡыуаныс14.06.2017
Икеләтә ҡыуанысКүптән түгел ҡаланың 13 йәш ғаиләһенә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға дәүләт ярҙамы – социаль түләү алыуға таныҡ­лыҡтар тапшырылды. “Торлаҡ” федераль программаһына ярашлы, йәштәр был түләүҙәрҙе шәхси йорт төҙөүгә, фатир һатып алыуға йүнәлтә ала.
Бәхетле исемлеккә эләккәндәр араһында төрлө һөнәр эйәләре, күп балалы, ярҙамға мохтаж ғаиләләр бар.
– Был программа буйынса сират ҙур, әммә тап бөгөн, бөтә донъя Ғаилә көнөн билдәләгәндә, һеҙгә бындай бә­хет йылмайыуы икеләтә ҡыуаныслы. Илебеҙҙең көслө булыуы, ҡалабыҙҙың киләсәге ғаиләләрҙән башлана. Яратып ҡорған ояғыҙ ныҡлы, балаларығыҙ – ишле, үҙегеҙ татыу һәм өлгөлө булы­ғыҙ! Дәүләт ярҙамының мәнфәғә­тен күреп, тырышып донъя көтөгөҙ, – тине ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов, йәштәрҙе тәбрик­ләп.
Сибай ҡыҙы Юлиә һәм Йылайыр районы егете Әхмәт Дәүләтсуриндар­ҙың ғаилә ҡороуына – ун йыл. Ҡыҙҙары Элина янына былтыр донъяға игеҙәктәр Азалия менән Урал тыуған. Дәүләтсуриндар әлегә Юлиәнең ата-әсәһе йортонда йәшәй. Дәүләт ярҙамы уларҙың үҙ ҡыйыҡтары хаҡындағы күптәнге хыялын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк. Ә бына Венера менән Илсур Таһировтарҙың ғаиләһендә өс ҡыҙыҡай – Регина, Камила һәм Самира үҫә. Тиҙҙән һылыуҡайҙарҙың үҙ бүлмәһе булыуы ҡыуанысы ата-әсәнең йөҙөнә сыҡҡан.
– Бөгөн торлаҡлы булыу – ауыр мәсьәлә. Шуға күрә социаль түләүҙе, әлбиттә, фатир һатып алыуға тотонасаҡбыҙ, – ти йәштәр.


Вернуться назад