Ҡайҙа ул донъя, тип уйлайһығыҙмы? “Ҡурай” балалар баҡсаһында! Унда барып ингәс, ғәжәп матур, тылсымлы һәм мөғжизәле мөхиткә килеп юлыҡҡандай булаһың. Кескәйҙәрҙең һәләтен бар яҡлап асыу һәм үҫтереү, уларҙың күңелендә бала саҡтан тыуған еренә, халҡына, яратҡан ҡалаһына, яҡындарына хөрмәт, һөйөү тойғоһо уятып, кескенә йөрәктәрендә изгелек, матурлыҡ, ғорурлыҡ, илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү буйынса ҙур эш башҡара бындағы хеҙмәткәрҙәр. Патриотик тәрбиә балалар баҡсаһының һәр төркөмөндә программаға ярашлы алып барыла. Бында башҡорт рухы хатта стеналарҙа ла сағыла. Башҡортостандың ете мөғжизәһенә арналған коридор – балалар баҡсаһының йөҙөк ҡашы. Шартлы рәүештә һигеҙенсе мөғжизәне балалар тип билдәләүҙәре лә оло символик мәғәнәгә эйә.
Исеме есеменә тап булырлыҡ Ҡурай музейы булдырылыуы ла йәш быуында милли музыка ҡоралына һөйөү тәрбиәләп кенә ҡалмай, киләсәктә ҡурайҙа уйнарға теләгән малайҙарҙың күңелендә дәрт уята. Халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаев һәйкәлен, башҡорт балын, умартасыны, нәҙекәй бил – бал ҡортон, Красноусол минераль һыу сығанаҡтарын, мәғрур Янғантауҙы, мәшһүр “Урал батыр” эпосын сағылдырған һүрәттәрҙе һәм башҡаларҙы күрергә мөмкин бында. Уларҙың барыһы ла коридор стеналарында урын алған, балалар баҡсаһының алмаштырғыһыҙ рәссамы Альбина Өмөтбаеваның оҫта ҡулдары менән төшөрөлгән.
Балалар баҡсаһының үҙ планетарийы ла бар. Йыһан, йондоҙҙар, галактика тураһындағы тәүге мәғлүмәт менән бер рәттән йыһанға осҡан космонавтарҙың фотоһүрәттәре эленгән.
– Аш-һыу, медицина блоктары тулыһынса заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Иркен, яҡты музыка, физкультура залдары, төрлө студия, түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү өсөн айырым бүлмәләр булдырылған. Кескәйҙәрҙең һәләттәрен һәр яҡлап үҫтереү маҡсатында робот техникаһы, шахмат, бейеү түңәрәктәре эшләй.
– Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, бер байрам да уларһыҙ үтмәй. Иң шатландырғаны – мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары араһында үткәрелгән ҡала, республика конкурстарында ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындар яулайбыҙ, – ти балалар баҡсаһы мөдире Гүзәл Хәлисова.
Ысынлап та, коллективта үҙ һөнәренең оҫталары эшләй. Күбеһе – йәштәр. Тәрбиәселәрҙең барыһы ла тиерлек юғары белемгә эйә, юғары һәм беренсе категориялы белгестәр. Гөлназ Тләүсина, Гөлшат Хасаева, Айгөл Ғәзизова – ысын педагогтар. Уларҙың “Буласаҡ инженерҙар беҙҙә үҫә!” – тип әйтеүҙәрендә лә тулы хаҡлыҡ бар.
Бында бер бүлмә робот техникаһы йүнәлешендә махсуслашҡан. Бәләкәй “инженерҙар” башта йомшаҡ, артабан тимер һәм электрон конструкцияларҙы үҙҙәре йыя. Малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн роботтар эшләү – бик ҡыҙыҡлы шөғөл. Кем белә, бәлки, тап улар – Сибай предприятиеларында эшләйәсәк буласаҡ инженерҙарҙыр.