Йортона ҡарап хужаһын күҙ алдына килтер...14.06.2017
Йортона ҡарап хужаһын күҙ алдына килтер...Күп ҡатлы торлаҡ йорттарҙы капиталь ремонтлау беҙҙең илдә элек-электән көнүҙәк мәсьәлә булып килә, сөнки тиҫтәләрсә йыл буйы финанслау етешмәү сәбәпле, яңыртыу кисектерелеп килгән торлаҡ майҙаны арта бара. Республикабыҙ парламентындағы эш төркөмдәренең береһе яңыраҡ ошо проблеманы тикшерҙе.
“Башҡортостан Республикаһы билә­мәһен­дә урынлашҡан күп ҡатлы йорт­тарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ре­монтлауҙы ойоштороу тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы 2013 йылда уҡ ҡабул ителгәйне. Уның үтәлеше буйынса төп һүҙ “Башҡортостан Респуб­лика­һының төбәк операторы” фонды етәксеһе Борис Герасимовҡа бирелде.
– Капиталь ремонт үткәреү зарурлығы талап иткән исемлеккә республика буйынса 16 мең торлаҡ йорт индерелгән, – тине Борис Павлович. – Тәбиғи, был ҙур эш күләмен тиҙ арала башҡарыу мөмкин түгел, тиҫтәләрсә йыл буйы төҙөүсе ҡулы теймәгән йорттар бихисап. Әгәр ҙә бер генә йортто тулыһынса яңыртып, шунан ғына башҡаларына күсһәк, ҡалған байтаҡ күп ҡатлы йорттар 30-ар йыл самаһы көтөргә тейеш буласаҡ. Ул арала емерелә башлауҙары ла бик ихтимал. Шул сәбәпле беҙ ошолай ҡарар иттек: тәүҙә мохтажлығы булған йорттарҙа иң кәрәкле эштәрҙе башҡарып сығабыҙ, ә артабан яҡын киләсәктә талап ителәсәк ремонт төрҙәренә күсәсәкбеҙ.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты рәйесе Елена Родина раҫлауынса, былтыр 1 063 күп ҡатлы торлаҡ йортҡа капиталь ремонт үткә­релергә тейеш булһа, ғәмәлдә был эш 1 209-ында атҡарылған. “Шуныһы ҡыуа­ныс­лы: 2015 йылда сифатҡа дәғүә бел­дергән ялыуҙар ремонт күләменең 66 процентына ҡағылһа, былтыр ундайҙар бөтә күләмдең 20 процентын ғына күҙ уңында тотто. Ә бит, уйлап ҡараһаң, эш күберәк тә башҡарылғайны, – тине комитет етәксеһе. – Быйылғы тәүге биш айҙа килгән дәғүәләр эштең 10 процентына ғына ҡағыла”.
Мәсьәләнең көнүҙәк булыуын иҫтә тотоп, уҙған аҙнала парламент Рәйесе Константин Толкачев күрһәтмәһе буйынса күп ҡатлы торлаҡ йорттарға капиталь ремонт үткәргәндә ҡануниәттең нисек күҙәтелеүен тикшерергә тейешле махсус эш төркөмө төҙөлдө.


Вернуться назад