Берҙәмлек һәм дуҫлыҡ илендә13.06.2017
Берҙәмлек һәм дуҫлыҡ илендәБашҡортостанда “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале уҙҙы. Сара тәүге тапҡыр республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында барҙы. Халыҡ-ара фестиваль делегаттарын Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат, Балаҡатай райондары һәм баш ҡалабыҙ ҡабул итте.
Ҡытай, Эстония, Көньяҡ Корея, Һиндостан, Көньяҡ Африка Рес­публикаһы, Колумбия, Мексика, Иран, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәр­ҙән килгән ҡунаҡтарҙы иң тәүҙә Дыуан районы ҡаршыланы. Сараны тантаналы асыу ҙа ошонда ҡаралған ине.

Берҙәмлек һәм дуҫлыҡ илендә8 июндә иһә сара Ҡыйғы районына күсте. Әйткәндәй, шул уҡ көндө “Ҡыйғыр юлы” этнофестиваленең еңеүселәре лә билдәләнде. Сарала “Елмерҙәк” этно-төркөмө, “Етегән” ҡумыҙҙа уйнаусылар ансамбле, “Алпамыша” халыҡ этно-төркөмө һәм башҡалар ҡатнашты. Төп еңеүсе итеп урындағы “Әйле-ҡатай” этно-төркөмө баһаланды. Ҡунаҡтар бында шулай уҡ этноауыл менән танышып, милли аш-һыуҙы тәмләп ҡараны.
Өсөнсө көнөнә фестивалде Мәсетле районы ҡаршыланы. Ҡунаҡтарҙы унда “Һомай” республика милли костюм бәйгеһе көтә ине. “Берҙәмлек” байрамы иһә бында һабантуй рәүешендә барҙы. Был йәһәттән ат сабышы, халыҡ уйындары, спорт ярыштары ла уҙҙы. Иң сағыу күренеш, әлбиттә, фестивалдә ҡатнашыусыларҙың сығышы булды.
Фестивалде дауам итеп, ҡат­нашыусылар Балаҡатай районына йүнәлде. Унда ҡунаҡтар менән бер рәттән XIV төбәк-ара урыҫ йыры һәм таҡмағы байрамының еңеү­селәре сығыш яһаны.
Берҙәмлек һәм дуҫлыҡ илендәӘ милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың төбәгендә Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы вәкиле Алехандро Камачо Гонсалес: “Әлегә тиклем уҙғарылған фолькло­риадаларҙың иң матуры һәм сағыуы 2020 йылда буласаҡ, мин быға ышанам”, – тип билдәләне.
Шулай уҡ бында ҡунаҡтар “Салауат йыйыны” фольклор байрамын тамаша ҡылды. Тирмәләр бәйгеһе, “Салауат уғы” тарихи йәйәнән уҡ атыу буйынса асыҡ турнир уҙҙы. Милли көрәш буйынса Салауат Юлаев исемендәге бүләк уйнатылды.
Тыныслыҡ, изгелек һәм дуҫлыҡ байрамы иһә баш ҡалала гала-концерт менән тамамланды. Унда ун бер илдең ҡунаҡтары бер сәхнәгә күтәрелде.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин күптән түгел “Бөтә донъя фольк­лориадаһы-2020” сараһын Башҡортостанда уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйған ине. Ә әле генә уҙған “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале иһә уға тәүге әҙерлек булды.



Вернуться назад