Тарихлы халыҡ – бәхетле халыҡ13.06.2017
Тарихлы халыҡ – бәхетле халыҡҮҙ сығыштарының береһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин, илдәге социаль-иҡтисади яңырыуҙар менән бер рәттән, рухи һәм ижади үҫешкә, илһөйәрлек тәрбиәләүгә, сифатлы мәҙәни мөхит, ижади эшмәкәрлек өсөн уңайлы шарттар булдырыуға ныҡлы иғтибар биреләсәге хаҡында әйткәйне. Маҡсаттар – үҙ көсөндә. Билдәләнгән йүнәлештә илдең төрлө төбәктәрендә эҙмә-эҙлекле һәм заман талаптарына яуап биргән дәүләт программалары һәм мәҙәни проекттар тормошҡа ашырыла. Кисә Рәсәй көнөндә, баш ҡалабыҙҙа “Рәсәй – минең тарихым” тип аталған тарихи парктың асылыуы ла – ана шул маҡсаттарҙың бер сағылышы. Уникаль мультимедиалы проектты асыу тантанаһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Бөтә Рәсәй һәм Мәскәү Патриархы викарийы, епископ Тихон (Шевкунов), Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.
– Бөгөнгөлә үткәндәрҙең ҡарашы сағыла, үткәндәр – ул беҙ, беҙҙең тарих һәм булмышыбыҙ. Рәсәй тарихын тәрәндән яҡтыртҡан уникаль проекттарҙың береһен тормошҡа ашырабыҙ. “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркының Рәсәй Федерацияһы көнөндә асылыуы иғтибарға лайыҡ. Башҡортостанда йөҙәр йылдар дауамында дуҫ-татыу булып төрлө милләт вәкилдәре йәшәй, беҙҙең тарихыбыҙҙа һәм мәҙәниәтебеҙҙә ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың йөҙө сағыла, – тине Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич.
Заманса проекттар дәүләт хөкүмәте иғтибарынан ситтә ҡалмай. Мультимедиалы проекттың Мәскәүҙән ҡала тап Башҡорт­останда тормошҡа ашырылыуы юҡҡа түгел. Башланғыс республика Башлығы тарафынан да шунда уҡ хуплау тапты.
Тарихлы халыҡ – бәхетле халыҡ– “Рәсәй – минең тарихым” паркының асылыуы һәммәбеҙ өсөн дә бик әһәмиәтле сара. Киләсәктә һәр кем был фәһемле, заманса күргәҙмәгә килеп, ҡеүәтле һәм көслө илдә йәшәүебеҙҙе аңлаһын, һәр йәһәттән баш ҡалабыҙ тағы ла үҫһен, матурланһын, республика халҡын ғына түгел, күрше илдәрҙән килеүселәрҙе лә һоҡландырһын, ҡыуандырһын ине, – тине Рөстәм Хәмитов.
Тарихи парктың Мәскәү ҡалаһында өс йыл дауамында эшләгәндән һуң тап Башҡортостанға килеүе осраҡлы түгел. Был республиканың үҫешкән инфраструктуралы һәм күп милләтле төбәк булыуына бәйле. Үҙенсәлекле тарихи парк баш ҡалала урынлашҡан заманса яңы туристик үҙәктәрҙең береһе буласаҡ, тип билдәләй сараны ойоштороусылар. 7000 квадрат метрҙан ашыу майҙанды алып, ысынлап та ҙур паркты хәтерләткән тарихи экспозицияға 500-ҙән ашыу мультимедиа техникаһы йәлеп ителгән. Заман технологиялары ярҙамында күре­нештәрҙе панорама рәүешендә ҡарарға мөмкинлек биргән күргәҙмә илдең меңәр йыллыҡ тарихы менән таныштыра. Ул 2013 – 2016 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған “Рюриковичтар”, “Романовтар”, “Бөйөк кисерештәрҙән – Бөйөк Еңеүгә”, “Рәсәй — минең тарихым. 1945 – 2016” тип аталған экспозицияларға нигеҙләнгән. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдим иткән материалдар буйынса эшләнгән күргәҙмәне Рәсәй тарихының “тере” дәреслеге тип атарға ла мөмкин. Хәҙер республика халҡы – йәш быуындан алып өлкән йәштәгеләрсә үҙенсәлекле күргәҙмәгә килеп тотош ил тарихы менән таныша аласаҡ. Парк буйлап айырым йә төркөм менән мауыҡтырғыс сәйәхәттәр уҙғарыу ҡаралған. Тиҙҙән бындай тарихи парктар Өфөлә генә түгел, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла асыласаҡ, ти проектты ойоштороусылар.
Тарихлы халыҡ – бәхетле халыҡ“Рюриковичтар”, “Романовтар”, “Бөйөк кисерештәрҙән – Бөйөк Еңеүгә”, “Рәсәй – минең тарихым. 1945 – 2016” экспозицияларында илдә төрлө дәүерҙәрҙә булып үткән ваҡиғалар, бөйөк шәхестәр, быуаттар һуҙымында Рәсәй дәүләтендәге күтәрелештәр һәм һынылыштар, төрлө ҡалалар, халыҡтар тарихы урын алған. Экспозицияларҙағы мәғлүмәттәр тарихи факттар һәм документтарға нигеҙләнеп, илдең төрлө архивтары һәм фәнни үҙәктәре ярҙамында йыйылған. Йылъяҙмалар үткәндәргә үтеп, бөгөнгө заманға әйләнеп ҡайтырға мөмкинлек бирә.
Һәр залда республика тарихына арналған айырым стенд бар. Күргәҙмәләрҙә күп быуатлыҡ Рәсәй – Башҡортостан бәйләнешен бәйән иткән видеопроекция коллаждары, Өфө кремленең яңы 3D реконструкцияһы, халҡыбыҙ уҙамандары – Салауат Юлаев, Әхмәт-Зәки Вәлиди һәм Шәйехзада Бабич кеүек билдәле шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр бирелә.
Тарихи парктар – халыҡҡа боронғо дәүерҙән алып бөгөнгәсә тулы формала күҙ алдына баҫтырырға мөмкинлек биргән комплекстар. Ул баш ҡалала йәшәүселәргә һәм ҡунаҡтарға, бигерәк тә үҫеп килгән быуынға тере тарихты күҙ алдынан үткәрергә, үткәндәрҙе тәрәндән өйрәнергә мөмкинлек бирер тип ышанабыҙ.



Вернуться назад