Кәңәшле эш тарҡалмаҫ13.06.2017
Бөрйән районындағы Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мәһәҙей филиалында “Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы урыҫ теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү” темаһы буйынса урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик семинары булды. Сарала ҡатнашыусыларҙы коллектив йылы ҡаршы алды. Иртә менән Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ҡотлобаев филиалдың, балалар баҡсаһының дөйөм хәл-торошон белешеп, кәңәштәрен еткерҙе, сараға фатихаһын бирҙе.
Семинарҙың тәүге өлөшө башланғансы, ҡунаҡтарға мәктәп музейына экскурсия ойошторолдо. “Йәнле классика”, “Рәми Ғариповҡа — 85” республика конкурстары еңеүселәре Илнар Мөхәмәтйәновтың, Илгиз Шаһимәрҙәновтың һәм башҡа уҡыусыларҙың исемдәрен атап китеү ҙә был мәктәптең ҙур уңыштары тураһында һөйләй.
Район хакимиәте мәғариф идаралығы методисы Рәүилә Йортбағышева етәкселегендәге был семинарҙың тәүге өлөшөндә 8-се класта “Синтаксис бүлеген ҡабатлау” темаһына беренсе категориялы уҡытыусы Зилә Закирова заман технологиялары ярҙамында урыҫ теле дәресен күрһәтте. Шулай уҡ ул “Йәнле классика” конкурсына әҙерлек алымдары менән оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Район методик берекмә етәксеһе, Байназар мәктәбенең юғары категориялы урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәзимә Байназарова уҡытыусыларға уҡыусыларҙың һайланма эштәренә анализ бирҙе, башҡа яңылыҡтар менән таныштырҙы. Уҡытыусылар кәңәшмә һуңында тәҡдимдәрен әйтеп, үҙ-ара фекер алышты, алдынғы тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Мәғариф идаралығы методисы Р. Йортбағышеваның сығышы бик фәһемле булды, ул мәғариф яңылыҡтары менән таныштырып, 2016/17 уҡыу йылының эш һөҙөмтәләре, мәктәптәрҙең рейтингтары, белем сифатын күтәреүгә өлгәшеү йәһәтенән кәңәштәр бирҙе. Педагогтар сараның юғары кимәлдә үтеүен билдәләне, методик кәңәштәрен бирҙе, шулай уҡ ҡуйылған бурыстарҙың көнүҙәклеген, семинарҙың ғәмәли яҡтан да бик әһәмиәтле булыуын әйтте.



Вернуться назад