Күңелле үтте ялдар13.06.2017
Әбделмәмбәт мәктәбендә “Тимербатыр” – “Аҡыллы каникулдар” профилле робот төҙөү лагеры гөрләп торҙо. Буласаҡ инженерҙар Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан, Сибай, Белорет ҡалаларынан йыйылды.
Лагерҙа ҡатнашыусылар күңелле ял итеү һәм һаулыҡты нығытыу менән бер рәттән робототехника өлкәһендә белемен арттырҙы. Улар технология фәненә бәйле төрлө ҡул эштәре менән булышты, физика буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, рубик кубигы йыйыуҙа көс һынашты, күнекмә залында шөғөлләнде, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнаны. Ял итеү бүлмәһендә ҡоро бассейн, массаж креслоһында шөғөлләнеү, ҡом менән һүрәт төшөрөү мөмкинлеге лә ҡаралғайны. Тәнәфес ваҡытында шашка һәм шахмат уйнап, төрлө ребустар, башватҡыстар систе йомро баштар. Шулай уҡ Зиннур ағай Боҫҡонов уларға фотосессия үткәрҙе. Ә ашханасы апайҙар һәр кемде йылы аш менән ҡаршы алды. Шулай биш көн тиҙ генә үтте лә китте. Лагерҙы ябыу тантанаһында уҡыусылар үҙҙәре эшләгән роботтар менән ата-әсәһе алдында сығыш яһаны. Уларға сертификаттар тапшырылды. Ә лагерь буйы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән биш уҡыусы Сибай ҡалаһында үтәсәк “Роботтар” ярышында ҡатнашыу мөмкинлеге алды.
– Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ, һөйләп туҡтатып булмай, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Гүзәл апай. – Ысынлап та, бер-ике сәғәттән хәлен һорашырға уйлап шылтыратҡанда, тауышы бик көр ине, күп тә һөйләп торманы, телефонды тиҙ генә һалды ла ҡуйҙы. Лагерь уға, әлбиттә, бик оҡшаған. Һис кенә лә айырылғыһы килмәне.
Селәүсәновтар ғаиләһе иһә “Бәйләнештә” сайтында ошо лагерь тураһында иғлан күргәс, Хәйбулла яҡтарынан булһалар ҙа, Камил менән Вадимды ебәрергә ҡарар иткән. Һөйләүҙәренсә, малайҙарына унда һис тә күңелһеҙ булмаған. Шылтыратһаҡ, хатта һөйләшергә лә ваҡыт тапмағандар: йә бейеп йөрөгәндәр, йә уйнағандар. Балаларҙың лагерҙа үҙҙәрен нисек тотоуын, ни менән шөғөлләнеүен Интернетта лагерҙың төркөмө аша күҙәтеп барған өлкәндәр. Ысынлап та, лагерь программаһы бик оҫта төҙөлгән, ул юғары кимәлдә ойошторолған. Бының кеүек һәр яҡлап файҙалы ял балаларҙың белем кимәлен генә түгел, һаулығын нығытыуға ла ҙур иғтибар бүлә. Малайҙары, төрлө техник, спорт уйындарында ҡатнашыуҙан тыш, нисектер үҫеп, тәртипкә, үҙаллылыҡҡа өйрәнеп ҡайтҡан. Вадим менән Камилдың шундай күңелле ял итеүенә ҡыуанып бөтә алмай өлкәндәр.
Эйе, бына шулай күңелле, файҙалы, иҫтәлекле итеп үткәрҙе көндәрен лагерға килеүселәр.