Бәхеткә илткән юл…13.06.2017
Бәхеткә илткән юл…Әҙәпһеҙ кеше иманлы була алмайҙыр ул… Шуға ла борон-борондан ололар баланы бәләкәйҙән әҙәпкә, миһырбанлыҡҡа, изгелеккә өйрәтергә тырышҡан. Был тәңгәлдә олатай-өләсәйҙәр мәктәбе айырыуса ихтирамға лайыҡ. Бөгөнгө ише махсус дәрестәр, лекторий-фәләндәр үткәрмәй тороп та бала ғаиләлә үк тейешле тәрбиә алған, олоно оло, кесене кесе итергә күнеккән. Урамда үҙеңдән өлкәндәр менән иҫәнләшмәй үтеү, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙмау, тәкәбберлек кеүек кире күренештәр бер ҙә генә хуплау тапмаған, ундайҙарға әйләнә-тирәләгеләрҙең өнһөҙ шелтәһе күҙ ҡарашынан уҡ һиҙелеп торған…
Заманыбыҙҙы нисек кенә һүкмәйек, Иҫке Сибай ауылында әҙәп-иманлы, башҡаларға матур өлгө булырлыҡ ғаиләләр бик күп. Йәштәрҙең ата-әсә менән бер ҡыйыҡ аҫтында үҙ-ара килешеп, татыу-татлы йәшәүҙәре, динебеҙгә ихтирам, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, йолаларыбыҙҙың һаҡланыуы, шәриғәт ҡанундарын үтәргә тырышыу, мәсет юлында ололар менән бер ҡатарҙан йәштәрҙе лә күреү күңелдә әйтеп бөткөһөҙ хушһыныу, шатлыҡ тыуҙыра. Ап-аҡ яулыҡтарын яҙып ябынған апай-инәйҙәрҙең, түбәтәйле, аҡ һаҡаллы ағай-олатайҙарҙың аҙна һайын йома намаҙына тип мәсеткә ашығыуы матур күренеш беҙҙә. Ауыл өҫтөндә яңғыраған аҙан тауышы, дини байрамдарҙа һөйләнелгән вәғәздәр һәммәбеҙҙе лә асылыбыҙға ҡайтырға, иманға саҡыра…
Хөснулла ағай менән Ғәзимә хажиә Ерьесовтар ана шул күптәрҙең тик икәүһе генә. Ярты быуат ғүмерҙәрен ҡулға-ҡул тотоношоп, етәкләшеп үткән ихтирамлы һәм абруйлы кешеләр улар. Ғәзимә апай бынан ете йыл элек хаж юлын үтеп, күңелен паклап, изге урындарҙан онотолмаҫ тәьҫораттар һәм юйылмаҫ һабаҡтар алып ҡайтҡан. Һәр таңын изге доғалар менән ҡаршы алып, һәр эшенә “бисмилла” менән тотоноп өйрәнгән, дини ҡануниәтте урын-еренә еткереп үтәргә тырышҡан хажиәнең һөйләгәндәрен, мөмкин ҡәҙәр бүлдермәҫкә тырышып, йотлоғоп тыңланым һәм уның менән бергә алыҫ үткәндәргә – Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында ятып ҡалған бала сағына юлландым…
…Ғәзимә хажиәнең атаһы Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәт Аллабирҙин даны йыраҡ ҡитғаларҙа билдәле булған дин әһеле Ғабдулла ишан Сәиди ҡулында белем ала. ХVIII быуаттың икенсе яртыһында Бөрйән ырыуы зыялылары, атап әйткәндә, Бөрйән-Таналыҡ олоҫо башлығы Хәбибулла Ҡансурин, 2-се Бөрйән олоҫо Иҙрис ауылынан ахун Мәхмүт Дәүләткирәев, Наҙар (Атанғол) ауылы старшинаһы, йөҙбашы Миҙәтғәле Мәтинов һәм башҡаларҙың башланғысы менән яҡын-тирәләге хәлле башҡорттарҙан йыйылған иғәнә аҡсаһына төҙөлгән Муллаҡай мәҙрәсәһендә (йәл, күптән түгел шул нигеҙҙәге мәсет янып, юҡҡа сыҡты) бик күп дини тәғлимәтле милләттәштәребеҙ белем эстәй. Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәт даны бөтә донъяға билдәле бағымсы Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновтың беренсе ярҙамсыһы, йәғни өйрәтеүсеһе була. Тимәк, ошонан сығып ҡына ла Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәттең дини белем кимәлен яҡынса күҙ алдына килтерергә мөмкин. Бөйөк юлбашсыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди яҙғанса, Муллаҡай мәҙрәсәһе үҙ шәкерттәренә ғәмәлдә заман талабына яраҡлы, алдынғы һәм төплө белем бирә. Унда дини тәғлимәт менән бер рәттән донъяуи фәндәрҙе өйрәнеүгә, ғәмәли күнекмәләргә ҙур урын бирелә. Дәрестәр шәкерттәргә яҡын, аңлайышлы төрки телендә, халыҡ педагогикаһы нигеҙҙәренә таянып, яңы ысул менән алып барыла. Бында ир балалар төрлө яҡлап физик күнекмәләр үтә, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыла, ағас эшкәртеү, йорт-ҡура күтәреү, балсыҡ менән эш итеү, унан төрлө буяуҙар яһау, тимерҙән әйберҙәр эшләү, умартасылыҡ, им-том һәм халыҡ медицинаһы нигеҙендә дауалау кеүек һәр кем өсөн зарури булған һөнәрҙәргә өйрәнә. Былар хаҡында Ғабдулла ишандың аҙаҡ Муллаҡай мәсетендә имам вазифаһын үтәгән улы Әнүәр хәҙрәт һөйләп ҡалдырған иҫтәлектәр аша ла беләбеҙ. Ирәндек тауҙарының һәр төрлө төҫлө металдарға бай булыуынан сығып, Ғабдулла ишан Сәиди үҙ шәкерттәренә, урындағы тау тоҡомдарына, үҫемлектәргә ҡарап, алтын, көмөш, баҡыр мәғдәндәре ятҡылыҡтарын төҫмөрләү серҙәрен дә өйрәткән. Әйткәндәй, ваҡ-төйәк көнкүреш әйберҙәре менән һатыу иткән ситтән килгән сауҙагәр Мөхәмәтзакир Рәмиев һәм уның Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡыған улдары нәҡ Ғабдулла Сәидиҙең йоғонтоһонда һәм уның өйрәтеүе буйынса мәғдәнселек менән мауығып китә. Арҙаҡлы дин әһеленең ни ҡәҙәре белемле булыуын уның ҡулында уҡып сыҡҡан шәкерттәре йөҙөндә лә күрергә мөмкин. Атаҡлы ахун Шаһишәриф Мәтинов, ағалы-ҡустылы Мөхәмәтшакир һәм Мөхәмәтзакир Рәмиевтәр, билдәле дин әһелдәре – Иҙрис ауылынан ахун Фазулла Дәүләткирәев, имам-хатип Сирғәле Ғәйетбаев, Муллаҡай ауылынан имам-хатиптар Сәйетәхмәт, Хәбибулла, Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәттәр һәм башҡалар остаздарының юлын уңышлы дауам итә…
Ун балаға ғүмер биргән Мөхәмәт­садиҡ хәҙрәт менән Фәтхиямал абыстай балаларын бәләкәйҙән шәриғәт ҡанундарына ярашлы тәрбиәләргә тырыша. Кистәрен шәм яҡтыһында ул-ҡыҙҙарын янына йыйып, Мөхәмәт­садиҡ хәҙрәт уларға Ҡөрьән тәфсирен өйрәтә, пәйғәмбәребеҙ хәҙистәрен төшөндөрә. Уның дингә бирелеүе, Аллаһы Тәғәләгә инаныуы шул ҡәҙәрем көслө була ки: хаҡлы ялға сығып, пенсия тәғәйенләнгәс тә үҙенә тейешле аҡсаны алыуҙан баш тарта, йәнәһе: “Аяҡ-ҡулым һау саҡта миңә буштан килгән хәрәм бол кәрәкмәй!”
Ата менән әсә балаларын шәхсән өлгөләре менән дә тәрбиәләй. Кинйә ҡыҙҙары булған Ғәзимә апай уларҙың буш ултырған саҡтарын, үҙҙәренә килгән кемгәлер йөҙ сирғанын хәтерләмәй. Юҡты бар итеп йәшәргә тырышыуҙарын, тик изгелеккә, хуш күңеллелеккә өндәүҙәрен ғорурланып телгә ала. Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, биш балаһын етем ҡалдырып, яу ҡорбаны булған Абдулла улының ғаиләһен итәк тулы балалары өҫтөнә үҙ ҡанаты аҫтына алыуы, артабан да ейән-ейәнсәрҙәренә хәл ҡәҙәрем ярҙам ҡулы һуҙып тороуы ғына ла Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәттең оло йөрәкле ир-уҙаман булыуына дәлил. Бит ул ауыр йылдарҙа күп ғаиләләр хатта яңғыҙ балаһын да туйҙыра алмаған, сабыйҙарын яҙмыш ҡосағына ташлаған…
Ошо ауыр йылдарҙа Аллабирҙиндар ғаиләһе лә оло юғалтыуҙар кисерә. Яуға киткән өс бер туғандың икәүһенән “хәбәрһеҙ юғалды” тигән “ҡара ҡағыҙ” ғына тороп ҡала. Абдулла һәм Ғилметдин Аллабирҙиндарҙың исем-шәрифтәре Муллаҡай ауылында яу ҡорбандары хөрмәтенә ҡуйылған обелиск таҡтаташына алтын хәрефтәр менән уйып яҙылған. Ә Нуретдин олатай Аллабирҙинға иһә һуғыш афәттәренән имен-аман әйләнеп ҡайтып, тылдағы тыныс хеҙмәт менән йәшәү бәхете тейә…
Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәт һәм Фәтхиямал абыстай балаларының киләсәген көналдын ҡайғыртып йәшәй, уларҙың уҡымышлы булыуын теләй. Юҡҡамы ни Ғәзимә хажиәнең апай-ағайҙары заманына күрә аң-белемле кешеләр була, тормошта үҙ урындарын табып йәшәйҙәр.

Белемгә ынтылыш

Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған Ғәзимә Түбә руднигында урта мәктәпте тамамлауы тураһында ҡулына өлгөргәнлек аттес­таты ала. Йәштәрҙе ауылда төплән­дереү сәйәсәтенең көсәйгән ваҡыты… Мәктәпте тамамлаусылар тотош синыфтары менән тыуған ерендә эшкә ҡалған заман… Ғәзимә лә тота килеп кенә ауылын ташлап китә алмай һәм шунда һарыҡ фермаһына эшкә сыға. Әммә ата һабаҡтары мейеһенә һеңгән ағаһы Камил һеңлеһенең ҡара эшкә батып йәшәүен теләмәй. 1959 йылдың апрель урталарында Ғәзимә апайҙы, баллонға ултыртып, ажғырып ташып ятҡан Һаҡмар йылғаһы аша алып сыға һәм уны Түбәнән Сибайға оҙата. Тик йәш ҡыҙҙы бында ла әҙер бәхет ҡаршы алмай. Кәрәкле документтарын рәткә килтергәнсә, уға йылдан ашыу төрлө эштәрҙә эшләп, үҙ көнөн үҙенә күрергә тура килә. Бөгөн кинйә ҡыҙы менән кейәүе эшләгән филармония (элекке Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт йорто) бинаһы стеналары ла Ғәзимә апайҙың ҡул йылыһын һаҡлай – йәш ҡыҙ уның стеналарын йөҙләү-биҙәү эштәрендә ҡатнаша.
Ниһайәт, 1960 йылда Муллаҡай ҡыҙы Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йорто ул ваҡытта эшселәр өсөн төҙөлгән оҙон барактың урта өлөшөндә урынлашҡан була. Уның ике яғында йәш ғаиләләр көн итә. Белемгә һыуһаған, махсус һөнәргә ынтылған ҡыҙ тырышып уҡый, учи­лищеның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Шулай итеп, ул бер нисә йылдан дипломлы белгес булып сыға.
Сабый ғына көйө һуғыш килтергән аслыҡ-яланғаслыҡты, әҙәм күтәргеһеҙ ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татыған быуын вәкиле булараҡ, Ғәзимә апай яҙмыш ҡуйған һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәй, яҡтыға, матур киләсәгенә табан атлай һәм, училищены уңышлы тамамлап, изге һөнәр эйәһе булған көн уның күңел түренән мәңгелеккә урын ала. Шулай ҙа алда бихисап тормош һынауҙары көтә әле…


Тәүге сирҡаныс

Ҡулына диплом алып, үҙ районына ҡайтҡан ҡыҙҙы Иҫке Сибай участка дауаханаһына ҡараған Басай фельдшер-акушерлыҡ пунктына тәғәйен­ләйҙәр. Халыҡтың һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙан арынып, яңы-яңы ғына мандып килгән сағы… Күп ауылдарҙа һаман булһа кисте шәм яҡтыһы менән ҡаршы алалар, һәр ерҙә юлһыҙлыҡтан яфа сигәләр. Барса халыҡтың күҙ терәп торған ылауы – егеүле ат та трактор арбаһы… Ә телефон тигән нәмәне күптәр ишетеп тә белмәй. Йәш фельдшер ҡарамағында тотош бер нисә ауыл. Медикаменттарҙы ат менән Ирәндек тауы аша 20 километр юл үтеп, Түбәләге дарыухананан барып алалар.
Ул йылдарҙа медицина өсөн төп проблемаларҙың береһе ауырлы ҡатындарҙың сабыйынан имен-һау бушаныуын тәьмин итеү була. Балаларҙың күпләп донъяға килгән, бала табыу йорттарының етешмәгән осоро. Күп сабыйҙарҙы фельдшерҙар өй шарттарында ҡабул итергә мәжбүр. Йәш фельдшер ҡыҙ ҙа хеҙмәт юлының башында һәм артабан да яңы донъяға килгән әллә күпме кескәй йән эйәләрен иң беренсе булып ҡулына ала, уларға кендек инәһе була. Бөгөн ҡасандыр үҙем ҡаршы алған сабыйҙарҙың балаларының балаларын күреп һөйөнәм, ти ул, уларҙың һаман булһа үҙен онотмауына, әленән- әле сәләмдәр тапшырып, бүләк-күстәнәстәр ебәреп тороуына ҡыуанып.
Төпсөк ҡыҙының шундай яуаплы эштә эшләүен яҡшы аңлаған, уны һәр төрлө бәлә-ҡазаларҙан, тел-тештән ҡурсырға тырышҡан әсәһе Фәтхиямал инәй ҙә ҡыҙы янына Басайға күсеп бара. Алыҫ юлға мотлаҡ ҡыҙы менән бергә сыға ул, ни күрһәләр ҙә уның янында булырға, ауыр мәлдәрен еңеләйтергә тырыша. Шулай бер саҡ көҙ көнө ат санаһында Түбәгә дарыуҙар алырға баралар. Тын юлда арыған ат йылға аша сыҡҡанда сығынсылап, шып туҡтай ҙа ҡуҙғалмай ҙа ҡуя. Ни эшләргә? Ике ҡатын, боҙло һыуға төшөп, нисек булдыра алһалар – шулай аттарын туғарып, уны ярға алып сыға. Арба тулы дарыулы йәшниктәр! Боҙло һыуҙан һуң елеккә үтер һыуыҡҡа ҡалтыранып аптырауҙа ҡалған әсәле-ҡыҙлы юлсылар янына ике һыбайлы килеп сыҡмаһа һәм уларға үҙ ярҙамдарын тәҡдим итмәһә, нимә эшләрҙәр ине икән?!
Ай һайын фельдшер, нимә етһә, шуға ултырып, күпселеген йәйәүләп, Иҫке Сибай дауаханаһына отчет менән йөрөй. Өҙәрем юлда күргән ауырлыҡтарын айырым бер хикәйәт итеп һөйләрлек…


Өлөшөнә төшкән көмөшө…

Иҫке Сибайға үҙ йомошо менән килеп-китеп йөрөгән ҡыҙ киләсәк яҙмышының тап ошо ауыл менән бәйле булырын һиҙемләмәй ҙә хатта. Ул ғына ла түгел, дауахана янындағы икенсе бер ойошмала эшләп йөрөгән йәш егеттең үҙенә күҙ һалыуын да тойомламай башта. Ләкин, кем әйтмешләй, беҙ ҡапсыҡта ятмай – бер көн килеп егет ҡыҙға үҙенең хистәрен аса. Быға ҡәҙәр күрмәгән-белмәгән егет йөҙөндә ҡыҙ үҙе өсөн күптән таныш сырайҙы сырамыта: “Йә, Хоҙайым, минең бит уны күргәнем бар! Эйе, эйе, Аллаһы Тәғәлә күптән үк әшкәрткәйне бит миңә уның хаҡында! Тимәк, яҙмышыма Хаҡ яҙғаны ошо егет!” – албырғап ҡалған ҡыҙҙың күңел түрендә шундай фекерҙәр ҡайнаша…
Шулай итеп, 1965 йылдың башында Ғәзимә апай менән Хөснулла ағай яҙмыштарын бергә бәйләй. Йәштәрҙең ғаилә тормошо Басайҙа дауам итә – йәш кәләш элеккесә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә тир түгә, ә ғаилә башлығы урындағы хужалыҡта иретеп йәбештереүсе булып китә.
“Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы…”

Хөснулла Ғәйзулла улы Ерьесов Иҫке Сибай ауылында һуғыштан бер йыл алда донъяға килә. Ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған һәм Ҡарағайлы йылғаһының арғы яғында үҙ исеме бирелгән айырым бер утар булып ултырған Ҡарағүбәк уҙаман нәҫеленән ул. Атаһы, итәк тулы балалары менән ҡатынын ҡалдырып, дәһшәтле һуғыштың башында уҡ ҡулына ҡорал ала һәм ил һағына баҫа. Сталинград өсөн барған тиңһеҙ алыштарҙа башына контузия алған яугир 1943 йылда тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ләкин фронт михнәттәрендә миктәгән сәләмәтлеге уны 64 йәшендә генә гүргә алып китә. Атаһы артынан яу юлынан киткән Фәйзрахман ағаһы Берлинғаса барып етә. Тик уға тыуған йортона ҡайтыу бәхете теймәй – ҡаты сир арҡаһында госпиталгә эләгә һәм шунда яҡты донъя менән хушлаша. Өйҙә ир балалар араһынан иң олоһо булып ҡалған Мирас ағаһы, үҙ йәшен ике йәшкә ҙурыраҡ итеп яҙҙырып, бала ғына көйө торф сығарыу эшенә тотона. 12-13 йәшлек малайҙың ололар менән бер ҡатарҙан Таҙғаҡ һаҙлығында (Иҫке Сибай эргәһендә) ҡара тирен түгеп тапҡан 400 грамм ҡара икмәк ғаилә табынына ярайһы ғына тос өлөш була…
Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған үҫмер артабан белем алыуын Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылында урын­лашҡан урман хужалығы мастерҙары мәктәбендә дауам итә. Әйткәндәй, ул йылдарҙа махсус белем биреүсе был мәктәп тотош Башҡортостанда ғына түгел, күршеләш өлкә һәм республи­каларҙа ла киң танылыу ала. Сөнки унда 1937 йылда репрессияға эләгеп, Ленинград академияһынан Николо-Берёзовкаға һөрөлгән квалификациялы профессорҙар белем бирә. Утыҙ йыл эшләүе дәүерендә мәктәп меңдән ашыу урман хужалығы белгесен – урман хужалығы мастерҙарын һәм кесе урмансыларҙы әҙерләп сығара һәм Башҡортостан урмансылығын махсус әҙерлекле кадрҙар менән тәьмин итә.
Николо-Берёзовка мәктәбендә уҡыған йылдарын Хөснулла ағай айырым бер йылылыҡ менән иҫкә ала. Шаулы уҡыу йылдары, дәрт-дармандары ташып торған үҫмерҙәрҙең төрлө күнекмәләрҙә, ярыш-конкурстарҙа ҡатнашыуы оноторлоҡмо ни! Мул һыулы Кама йылғаһы, ҡуйы урманлы хозур тәбиғәт ҡосағында үткәргән көндәре әле лә үҙенә әйҙәп, йәшлегенә саҡырып торған кеүек…


Ҡайтыу

Басай ауылында бер аҙ йәшәгәс, Ерьесовтар ғаилә башлығының тыуған яғына ҡайтырға ҡарар ҡыла. Дөрөҫө­рәге, хужабикә иренең “кеше илендә солтан булғансы, үҙ илендә олтан булыуын” теләй. Ата нигеҙенә ҡайтып төпләнә улар. Тик өйҙәре йылға буйында булыу сәбәпле, ихаталарын ҡышҡы айҙарҙа шәре баҫып маҙаһыҙ­лай. Участка дауаханаһында акушерка булып эшләп йөрөгән Ғәзимә апайға эшкә йөрөүе лә бер бәлә – алыҫ ҡына араны яҙғы-көҙгө бысраҡ осорҙа көнөнә бер нисә мәртәбә урап сығыу еңелдән булмай. Етмәһә, күҙгә төртһәң күрен­геһеҙ ҡараңғы төндәрҙә лә ауырыуҙар янына йыш саҡырталар. Шуға ла уҙған быуаттың 70-се йылдары башында Ерьесовтар, бөгөн йәшәп ятҡан өйҙәрен күтәреп, ауылдың үҙәгенә яҡынлай. Алдан килешеү буйынса, нигеҙ ҡорғанда буласаҡ йорттоң дүрт мөйөшөнә ташты Хөснулла ағай менән Ғәзимә апай икәүләшеп һала. Ҡатынының динле ғаиләнән сыҡҡанын иҫендә тотҡан ғаилә башлығының теләге менән атҡарыла был эш.
Хөснулла ағайҙың юрауы юш килгәндер, нигеҙҙәре ҡотло, фатихалы була уларҙың. Бит Ғәзимә апайҙың әсәһе Фәтхиямал инәй менән апайы Ғәйшә инәй өсөн дә бәхет-шатлыҡ бүләк иткән йорт була ул. Быуаттан ашыу ғүмер йәшәп, гүр эйәһе булған Фәтхиямал инәй һуңғы көндәренә ҡәҙәр аят-доғаларын уҡып, кинйә ҡыҙы менән кейәүенә ризалығын биреп ултыра һәм ошо йорттан ҡәҙер-хөрмәт менән мәңгелек йортона оҙатыла. Ә 83 йәшлек педагогия хеҙмәте ветераны Ғәйшә Мөхәмәтсадиҡ ҡыҙы бөгөн Ерьесовтарҙың өлкән ҡыҙы менән бергә бәхетле ҡартлыҡ кисерә.


Иң ҙур бәхет!

Ирле-ҡатынлы Ерьесовтар өсөн донъяла иң ҙур бәхет – ҙур теләк менән көтөп алынған мөхәббәт емештәре – һөйөп үҫтергән балалары. Өйләнешеп, бер йыл үтеүгә, ғаиләләренә ҡот-йәм өҫтәп, улдары Булат тыуа. Атай-олатайҙарҙың исемдәрен мәңгеләш­тереү ниәтенән яңы тыуған сабыйҙарға, йәғни ир балаларға уларҙың исемдәрен фамилия итеп биреү киң таралған осор булараҡ, Ерьесовтар ҙа баш балаларына ғаилә башлығының ҡартатаһының исемен фамилия итеп яҙҙыра. Шул сәбәпле бөгөн Булат Заһиҙуллин фамилияһы менән йөрөй.
Тағы ла дүрт йылдан – ғаилә яңы нигеҙгә күскән йылда өйҙәренә Рәмилә­ләрен алып ҡайталар. Кинйә ҡыҙҙары Рәзилә 1978 йылда донъяға ауаз һала. Атай менән әсәй балаларының тәүфиҡлы, иманлы булыуҙарына һөйөнөп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп йәшәй әлеге көндә.
Балаларының барыһы ла үҙ бәхет­тәрен тыуған ауылдарында тапҡан һәм, ғаилә ҡороп, ошонда тамыр йәйгәндәр. Өсәүһе лә юғары белемле, һайлаған һөнәрҙәре менән бәйле күңелдәре ятҡан эш менән мәшғүлдәр. Рәмилә Хөснулла ҡыҙы – Рәсәй дөйөм белем биреү системаһының почётлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Әлеге мәлдә Сибай ҡала мәғариф бүлегендә яуаплы вазифала эшләп йөрөй. Мәктәп йылдарынан уҡ музыка инструменттары менән мауығып, музыка мәктәбендә уҡытыусыһы Айрат Мәзитовтан махсус тәрбиә алған Булат Хөснулла улы, башта “Сибай” совхозында шофёр булып эшләһә лә, БДУ-ның Сибай институтында музыка факультетын тамамлап, егерме йыл инде ҡасандыр үҙе уҡыған музыка мәктәбендә балаларға баян класынан дәрестәр бирә. Рәзилә иһә – “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, шул уҡ ваҡытта Иҫке Сибай музыка мәктәбендә хореография уҡытыусыһы ла. Балаларының барыһының да сәнғәткә тартылыуында, әлбиттә, ата-әсәләренең йырлы-моңло булыуы йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Бит Хөснулла ағай өҙҙөрөп гармунда уйнаһа, Ғәзимә апай үҙенә генә хас оҫталыҡ менән уға ҡушылып йырлай, уңайы сыҡҡанда бейеп тә китә. “Ағайыңдың гармунына күп бейелде инде”, – тип тыйнаҡ ҡына шаярта Ғәзимә Мөхәмәтсадиҡ ҡыҙы. Әммә уның тауышында ҡәнәғәтлек сатҡыларын һиҙмәү мөмкин түгел. Тап шул мәлдә ул Хөснуллаһы менән парлашып йырлаған мәлдәрен күҙ алдынан үткәргәндер, бәлки…


Йәшәү бәхете – дуҫлыҡ, хаҡлыҡта!

Ирле-ҡатынлы Ерьесовтар бөгөн, донъянан йәм, йәшәүҙән ғәм табып, һәр яңы таңды һөйөнөп ҡаршы алалар. Балалары һәм кейәү-килендәре лә төп йортта йыш булып, өлкәндәрҙең хәл-әхүәлдәрен белешеп тора. Ана, бөгөн дә ата йорто бер туғандар менән тулған. Ғәзимә хажиә һәр береһенә йылы һүҙен табып, үҙенсә өтәләнеп йөрөй. Хөснулла ағай иһә ҡапҡа янына машина килеп туҡтау менән йүгереп ҡаршы сыға.
– Аллаға шөкөр, ғүмер юлын татыу-татлы бергәләшеп үттек, ауырлыҡтарҙы бергә күтәрҙек, шатлыҡтарыбыҙ ҙа уртаҡ булды, – тип һөйөнә улар. – Күрше-тирәбеҙ менән һәр ваҡыт татыу булдыҡ, кәрәк мәлендә ярҙамдарынан ташламанылар – рәхмәт барыһына ла…
– Әсәйемдең ғүмере беҙ иҫ белә башлағандан алып эш менән үтте, – тип һүҙгә ҡушыла оло ҡыҙҙары Рәмилә. – Эштән кеше үлмәй, еренә еткереп өйрәнегеҙ, тип талап итер ине беҙҙән дә. Атай-әсәйебеҙ беҙгә, балаларына, матур өлгө булды һәм булып ҡала. Ошо ғаиләлә үҫеүебеҙ менән бәхетлебеҙ һәм икеһенә лә һаулыҡ һәм иҫәнлек кенә теләйбеҙ…
Ерьесовтарҙың етеш донъяһына, балаларының үҙҙәре өсөн өҙөлөп тороуына ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Ихата тултырып ҡош-ҡорт аҫрайҙар, кәртәләре тулы мал-тыуар. Ә йәйҙәрен баҡсаларында емеш-еләк күкрәп үҫә.
Хеҙмәт ветерандары үҙҙәре менән бергә эшләгән иптәштәре хаҡында ла йылы хәтирәләр һаҡлай йөрәктәрендә. Ғәзимә Мөхәмәтсадиҡ ҡыҙы Фируза Закирова, Нәзилә Ғабдрахманова, Фәниә Ғәбитова, Изольда Батыршина һәм башҡаларҙы ҙур ихтирам менән һағынып телгә алһа, Хөснулла Ғәйзулла улы Миҙәхәт Йәнйегетов, Ирәндек Фәйзуллин, Рәмил Атанов, Мөхтәр Йәнбәков, Замир Йәнйеге­товтарҙы атап үтте.
Быйыл Ерьесовтарҙың татыу ғаилә­һе йорттоң төп хужаларының бергә йәшәүенә 50 йыл тулыу айҡанлы алтын туй үткәрҙе.


Вернуться назад