Ҡануниәтте төшөнөү юлы бушлай13.06.2017
Түләүһеҙ юридик ярҙам алырға хоҡуҡлы граждандар исемлеге киңәйтелде: республикабыҙ парламентының дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты “Башҡортостан Республикаһында түләүһеҙ юридик ярҙам тураһында”ғы Законға үҙгәреш индерергә теләй.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда бушлай юридик ярҙам алыу хоҡуғына беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, Советтар Союзы Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙары, зәғиф һәм етем балалар, фәҡирҙәр, ғәҙәттән тыш хәлдә зыян күргән граждандар һәм башҡа ҡайһы бер ҡатлам кешеләре эйә.
Федераль ҡануниәт төбәктәргә был исемлекте киңәйтеү мөмкинлеге бирә һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошо форсаттан файҙаланырға булды. Әгәр ҙә әйтелгән закон проекты ҡабул ителһә, юридик ярҙамға ташлама түбәндәге төр граждандарға биреләсәк: эшләмәгән пенсионерҙар, өсөнсө төркөм инвалидтар, хәрби хәрәкәт ветерандары, сәйәси золом ҡорбандары, күп балалы йәки яңғыҙ ата-әсәләр, фәҡирҙәр, техноген һәләкәт һөҙөмтәһендә радиацияға дусар ителгән граждандар, “Рәсәйҙең почетлы доноры” һәм “СССР-ҙың почетлы доноры” тигән күкрәк тамғаһына эйә булғандар.
Ошо күрһәтелгән ҡатлам кешеләре үҙ хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау зарурлығы менән йыш осраша. Әммә профессиональ юристың хеҙмәте өсөн түләү мөмкинлеге лә булмай ҡуя. Шул уҡ ваҡытта был төр граждандарҙы дәүләт ҡурсалауына алыу кәрәклеге бәхәсһеҙ.