Сирләһәң, эшкә сығырғамы?13.06.2017
Халыҡҡа эш һәм ойошмаларға персонал табып биреү буйынса тикшеренеү алып барған HeadYunter хеҙмәте Башҡортостанда яңы эш урыны эҙләүселәрҙең сирләүгә ҡарата мөнәсәбәтен асыҡлаған. Улар: “Сирләгән осраҡта эшкә сығаһығыҙмы, әллә бюллетень алырһығыҙмы?” тигән һорауға яуап биргән.
Асыҡланыуынса, респонденттарҙың 53 проценты, иртән торғас сирләгәндәрен һиҙһәләр, шунда уҡ дарыу эсәләр һәм... барыбер эш урындарына ашығалар. Тағы ла 21 проценты өйҙә ҡала, ләкин “алыҫтан тороп” эшләүгә күсә, йәғни хеҙмәт заданиеһын үтәүҙе дауам итә. 18 проценты, отгул алып, бер-ике көн дауаланып алырға ҡарар итә, фәҡәт һигеҙ процент хеҙмәткәр генә дауаханаға барып бюллетень яҙҙырасаҡ.
Ә хеҙмәттәштәренең мөнәсәбәте нисек? Баҡһаң, коллективтың 45 проценты сирләп тә эшендә йөрөгәндәргә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерә икән. Тағы ла 37 проценты был хәлде аңлап ҡабул итә, 18 проценты вайымһыҙ ҡаласаҡ.
Сырхау килеш тә эшен ҡалдырмаҫҡа тырышҡандарҙың 44 проценты был ҡылыҡтың сәбәбен матди хәлгә ҡайтарып ҡалдыра, сөнки сирләгән осраҡта эш хаҡы кәмерәк буласаҡ. 41 проценты үҙ бурыстарының ҡатмарлы икәнлегенә һәм уларҙы башҡа бер кем дә башҡара алмаясағына һылтана. 35 проценты, мәҫәлән, һыуыҡ үткәреүҙе эш ҡалдырырлыҡ сәбәп тип тапмай. 18 проценты түрәһенең ризаһыҙлыҡ белдереүенән шөрләй.
– Хәҙерге заманда технологиялар үҫешһә лә, күпселек ойошмаларҙа хеҙмәт бурысын үҙ йортоңда ултырып ҡына башҡарыу мөмкинлеге булһа ла, етәкселәр быны бик аңлап ҡабул итә һалмай, – ти HeadYunter хеҙмәтенең Башҡортостандағы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Ғибаҙуллина.
Шул уҡ ваҡытта респонденттарҙың 51 проценты уларҙың сирләү-сирләмәүе етәкселек өсөн барыбер тип иҫәпләй. Ә 23 проценты раҫлауынса, етәкселәр сирләп киткәндәргә эшкә килеүҙе тыя һәм бер-ике көнгә отгул бирә. 17 процент хеҙмәткәр сирләп киткән саҡта ла түрәнең эшкә сығыуҙы талап итеүен белдерә. Тик туғыҙ проценты ғына үҙ етәксеһенең был осраҡта тейешле тәртипте күҙәтергә, йәғни бюллетень яҙҙыртып алырға күрһәтмә биреүе тураһында әйткән.