Ҡалдыҡ менән хафаланыр көнгә ҡалдыҡ13.06.2017
Көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡайҙа ҡуйыу мәсьәләһе торған һайын ҡырҡыуыраҡ төҫ ала бара. Был проблеманы хәл итер өсөн ниндәй генә саралар күрелмәй, улар экологик өмә үткәреүҙән алып тирә-яҡты бысратҡан өсөн ҙур штраф һалыуға тиклемге арауыҡты биләй. Йәшәгән мөхитте мөмкин тиклем таҙараҡ тотоу өсөн ынтылышҡа ҡануниәт тә үҙ өлөшөн индерә.
Күптән түгел Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайында “Ҡалдыҡтар менән эш итеү даирәһендәге ҡануниәтте тормошҡа ашырыу барышы тураһында” тип аталған парламент тыңлауҙары булып үтте. Унда депутаттарҙан тыш башҡарма власть органдары, урындағы үҙидара вәкилдәре, предприятиелар етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлаусылар, ғалимдар һәм экология буйынса белгестәр ҙә ҡатнашты. Парламент тыңлауҙары үҙ алдына тәғәйен маҡсаттар ҡуйғайны: ҡалдыҡтар менән эш итеүҙе көйләргә тейешле ҡануниәт заман талаптарына яуап бирәме, шул өлкәләге бөгөнгө закондар нисек үтәлә, рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән көнкүреш һәм сәнәғәт ҡалдыҡтары өйөмдәре проблемаһын нисек хәл итергә, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙең үтәлешенә нимә ҡамасаулай, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙе үҙ өҫтөнә алған төбәк операторҙарының хеҙмәтенә ниндәй тариф билдәләй алабыҙ?
– Ҡалдыҡтарҙы зарарһыҙландырыу, эшкәртеү һәм утилләштереү – мөһим стратегик бурыс , – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, парламент тыңлауҙарын асып. – Халыҡтың сүп-сарҙы теләһә ҡайҙа ташлауын күреп торабыҙ бит, әле яңы ғына таҙа булған урман ситтәрендә, юл буйында, башҡа ярамаған урында көтмәгәндә ҡалдыҡтарҙан ҙур өйөмдәр хасил була. Ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса беҙ бөгөн алдынғы илдәрҙән генә түгел, үҙебеҙҙең совет тарихында булған кимәлдән дә ҡалышабыҙ.
Уның әйтеүенсә, ҡалдыҡ һалынған майҙандар хәҙер меңдәрсә гектар ерҙе тәшкил итә. Элек, мәҫәлән, бушаған быяла һауыттар, макулатура йыялар ине, уныһы ла туҡтаны.
– Федераль кимәлдә экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә йүнәлтелгән күп кенә ҡануни саралар билдәләнде һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бурысы – беҙҙең вәкәләттәргә ингән эшмәкәрлекте тиҙ арала тормошҡа ашырыу, – ти парламент етәксеһе. Бында етештереүселәрҙең ҡулланыуҙан сыҡҡан үҙ продукцияһын ҡабат эшкәртеү буйынса яуаплылығы, экологик йыйымдар менән шөғөлләнеүҙе әүҙемләштереү, айырыуса хәүефле ҡалдыҡтарҙы айырым иғтибар үҙәгендә тотоу зарурлығы тураһында һүҙ бара.
Кешелек донъяһы тәбиғәт алдында ҙур бурысҡа батты, һәм уларҙы тиҙерәк ҡайтара башлау мотлаҡ. Был мәсьәлә бер көнлөк эш түгел, уны башҡарыу тәртибен тиҫтәләрсә йылдарға планлаштырыу талап ителә. Ләкин, бер депутат әйткәнсә, ошо хәрәкәтте бөгөн үк әүҙемләштермәһәк, хәл насарая ғына барасаҡ.
– Был даирәлә үткәрелергә тейешле реформа әле ғәмәлдә булған ғәйәт күп һандағы норматив хоҡуҡи акттарға ҡағыла, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе Рәшит Хәйруллин. – Һөҙөмтәлә тәбиғәтте һаҡлауға ҡағылышлы һәм шул өлкә менән сиктәш ҡануниәт бер бөтөн системаға әйләнергә тейешле. Ләкин хоҡуҡи ҡулланылыш барышында аңлашылмаған ҡағиҙәләр һәм эшләп еткерелмәгән урындар йыш килеп сығыусан, беҙҙең бурыс уларҙы тиҙ асыҡлауға һәм төҙәтеүгә лә ҡайтып ҡала.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев, нигеҙҙә, республикабыҙ биләмәһендә ҡалдыҡтар менән эш итеү тураһындағы ҡануниәттең нисек үтәлеше хаҡында һөйләне.
– Беҙҙең республикала ҡалдыҡтар мәсьәләһен хәл итеүҙең яңы моделенә күсеү өсөн шарттар бар, – тине ул. – Ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм эшкәртеүгә махсуслашҡан 31 полигон эшләй. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Беҙҙә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә ярайһы ғына тәжрибә туплаған предприятиелар хәҙер аҙ түгел, һәм улар яңы шарттарҙа ла был йүнәлеште дауам итергә әҙер.
Бөгөнгә республикабыҙҙа ошо даирәлә эш иткән йөҙҙән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты бар. Ҡалдыҡтар мәсьәләһе иғтибар үҙәгенән ысҡынмаһын өсөн беҙҙең төбәктә аныҡ территориаль схема булдырылған. Ошо документҡа ярашлы, республика биш операторлыҡ зонаһына бүленгән.
– Төбәк операторы булыу беренсе сиратта һәр гражданды һәм ойошманы килешеү төҙөргә ылыҡтыра белеүгә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙә ҡануниәтте теүәл үтәүгә ҡайтып ҡала, – ти министр. – Тап шуға ла баҙар иҡтисадындағы был “бушлыҡ”ты техник яҡтан тейешенсә ҡоралланған, финанс йәһәтенән тотороҡло булған предприятиелар ғына алырға тейеш.
Бындай операторҙар конкурс нигеҙендә тәғәйенләнә һәм уларҙың Рәсәй ерендә дәүләт теркәүе үтеүе, хәүефлелек кимәле I-IV кластарға ингән ҡалдыҡтарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү, утилләштереү һәм зарарһыҙландырыу буйынса лицензияһы булыуы төп шарттарҙан иҫәпләнә. Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өлкәһенә инвестиция йәлеп итеү икенсе ҡабат файҙаланыла алған сеймалдың күләме етерлек булһа ғына тормошҡа ашырылырға мөмкин. Операторҙың урындағы эшкәртеү предприятиелары менән белдекле хеҙмәттәшлеге был йүнәлештең уңышлы барасағына нигеҙ булып тора. Сығыш яһаусылар аңлатыуынса, дәүләт власы һәм муниципаль органдарҙың ошо өлкәлә эшҡыуарҙарға ярҙам итеүе лә зарур. Мәҫәлән, сүп-сар эшкәртеү ҡеүәттәре төҙөү өсөн майҙансыҡ бүлеү, дәүләт органы менән концессия килешеүенә ҡул ҡуйыу һәм башҡалар.
Белгестәр Рәсәйҙә көнкүреш ҡалдыҡтары күләменең йылына өс процентҡа арта барыуы тураһында яҙа. Был сүп-сарҙың байтаҡ өлөшө (мәҫәлән, пластмасса) бер ҡасан да серемәй һәм шуға уны ергә күмеү ҙә тейешле һөҙөмтә бирмәйәсәк. Биологик ҡалдыҡ, әлбиттә, тулыһынса серей һәм тупраҡта үҙләштерелә, ләкин уларҙы теләһә ҡайҙа ташлау йоғошло сирҙәр таралыу ҡурҡынысын тыуҙыра. Урындағы властарҙы, бигерәк тә ҡала хакимиәттәренең был проблеманы йыш күҙ уңынан ысҡындырыуы, уның менән шөғөлләнерлек белгестәр етешмәүе лә мәсьәләне ҡырҡыулаштыра. Шуныһы ғәжәп: штрафтар ҙурыраҡ булыуы ғына рөхсәтһеҙ сүп-сар өйөмдәре һанын кәметмәй, хатта киреһенсә – улар арта ғына бара. Тимәк, закон сығарыусыларға был өлкәләге ҡануниәтте камиллаштырыу өҫтөндә эшләйһе бар әле.


Вернуться назад