Дәрт-дарманды йылдар һүрелтмәй07.04.2012
Дәрт-дарманды йылдар һүрелтмәйАуылыма ҡайтҡан һайын үҙәк урамдан, ул да Өфөләге кеүек Ленин исемендә, бала саҡ, йәшлек йылдарын, олатай-өләсәй, атай-әсәй, ағай-апайҙарҙың таныш, алсаҡ йөҙөн хәтерләп үтәм. Һәр замандың ел-дауылы ҡағылған Абҙағымдың урамы ҡарт кешеләй кесерәйеп ҡалғандай.
Ауыл уртаһындағы ҡарағастан буралған мәсет кенә — быуаттан ашыу ваҡыт арауығының тере, телһеҙ шаһиты. Уның манараһынан ҡараш ташлағанда, Ҡолсоғаҙы йылғаһы аръяғында, Ҡаҫмаҡты йылғаһы яры буйлап, Түңәрәк ҡарағай тирәһендә үҫеп сыҡҡан урамдар халыҡтың, йәштәрҙең бында ергә берегеп иркен йәшәүен күрһәтә, таштан һалынған ике ҡатлы заманса урта мәктәптә 300-гә яҡын уҡыусының белем алыуын хәтерләгәндә, ауылдың өмөтлө киләсәген шәйләргә була.
— Бәй, улым, һин түгелме? Ҡасан ҡайттың? Килен менәнме?.. — тигән һорауҙар, йылдар сылбырында аҙашып йөрөгән уйҙарымдан арындырып, ысынбарлыҡҡа алып ҡайтты. Янымда тәүге уҡытыусым, әле лә төҫ ташламаған, моңло тауышлы Мәрзиә апай Йосопова баҫып тора. Мин, башланғыс класс уҡыусыһылай, тотлоға-тотлоға яуап бирергә тырышам. Уҡытыусым баш ҡалала төпләнгән уҡыусылары Роза Аҡкучукова, Фирҙәүес Хисамитдинова, Вәдүт Хызыров, Салауат Камалеев, Урал Аҡкучуков, Рәмил Вәлиев, Рәфҡәт Ишҡыуатов һәм башҡалар хаҡында төпсөнөп һораны ла минең икеле-микеле генә яуабым менән ҡәнәғәт булманы, ахырыһы.
— Һеҙ бит — ауылдаштар, бер-берегеҙҙең хәлен йышыраҡ белешеп тороғоҙ. Ана, арағыҙҙа иң олоһо Рәфҡәт Ишҡыуатовҡа быйыл 75 йәш тула, — тип мине шаңҡытмаһынмы!
Баҫҡан ерендә ут сығарыр, йор һүҙле, һәр саҡ мөләйем ағайыбыҙ ҙа тормош үренең 75-се һикәлтәһенә үрләнеме ни?! Ваҡыт шулай аҡҡан һыуҙай үтә лә китә икән. Рәфҡәт Фәтҡулла улы бер туған ағаһы, рәссам Әхмәт Лотфуллиндан һуң, ауылыбыҙҙан икенсе кеше булып, әллә ҡайҙа ятҡан Өфөгә килә. Ул саҡта беҙҙән баш ҡалаға тиклем тимер, асфальт юлдар юҡ, самолет та Белоретҡа аяҙ көндәрҙә генә оса. Барлыҡ өмөт — Магниттан Силәбе аша урап йөрөгән поезда. Шуғалыр ҙа Өфөгә юлланған ағайҙар беҙҙең өсөн Американы тәүләп асҡан Колумбҡа тиң булды. Ә инде тәүге уҡытыусыбыҙ Мәрзиә Ишмөхәммәт ҡыҙы ул саҡта бик популяр булған “Гүзәл Өфөм, баш ҡалам” йыры менән беҙҙең күңел төбөндә ятҡан хыялдарға ойотҡо һала ине.
Рәфҡәт Ишҡыуатов 1937 йылдың 7 апрелендә Әбйәлил районының (хәҙерге Белорет районы) Абҙаҡ ауылында донъяға килә. Уның атаһы Фәтҡулла апа заманына күрә уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы кеше ине. Хәтерләүемсә, уларҙың өйөндә боронғо китап, гәзит-журнал ифрат күп була торғайны. Фәтҡулла апа Аҡмулла, Бабич, Дәрдмәнд, Мәжит Ғафуриҙың шиғырҙарын яттан белде. Нәфисә инәйҙең еҙ самауыры һәр саҡ йырлап ултырыр, ҡорҙашым Батыр (ғаиләләге төпсөк, етенсе бала) менән ҡасан ғына өйгә инмәйек, сәйе әҙер булыр ине. Ул минең күҙ алдымда ғаилә усағын һүндермәй, балаларын көн-төн хәстәрләп торған әсә сифатында ҡалған.
Рәфҡәт Фәтҡулла улы һуғыштың һуңғы йылдарында мәктәпкә төшкән көнөн һағынып иҫкә ала. “Бер мәл уҡырға китеп барғанда, атайым таҡтанан әүмәләп биргән сумкама ултырып, тауҙан шыуа башланым, — тип һөйләй ул. — Сумкам ҡапыл таралып китте лә барлы-юҡлы дәфтәрем ел-буранға туҙҙы. Ни эшләргә белмәйенсә, өйгә йүгереп ҡайттым. “Биш”леләрем елгә осто!” — тип яр һалам. Атайым арҡамдан һөйҙө лә: “Сумкаң, дәфтәрҙәрең йәл, әлбиттә, әммә “биш”леләрең бер ҡайҙа ла осмаҫ. Белемеңде башыңа йый, улым!” — тине. Уның был һүҙҙәре ғүмерлеккә хәтерҙә ҡалды”.
Рәфҡәт Фәтҡулла улы, ауылдың ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Белорет педагогия училищеһында белем ала. Унан һуң бер йыл райондың Туҡан урта мәктәбендә уҡыта ла Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына килә. Хыялға бай, дәртле, маҡсатлы егет, белем алыу менән бер рәттән, юғары уҡыу йорттары араһында ойошторолған спорт ярыштарында ихлас ҡатнаша, уны төрлө күнекмә, әҙәби кисәлә, китапханала йыш осратырға була. Ҡулына мандолина йә скрипкаһын алып, дуҫ-ишенең күңелен күтәрергә лә ваҡыт таба.
Диплом алғас, ул туған Абҙаҡ мәктәбенә эшкә ҡайта. Йәш белгесте уҡытыусылар коллективы, уҡыусылар яратып ҡабул итә. Һәр дәресен мауыҡтырғыс итеп үткәргән егет мәҙәни сараларҙа ла ҡатнаша.
Әммә алдынғы ҡарашлы, эшлекле йәш уҡытыусыға бер йылдан тыуған ауылынан айырылырға тура килә — уны Өфөгә, Мәғариф министрлығына эшкә саҡыртып алалар. Йәш инспектор данлыҡлы Фатима Мостафина етәкселегендә алты йыл эшләй, райондарға йыш йөрөй, милли кадрҙар әҙерләүгә күп көс һала.
Артабан Рәфҡәт Ишҡыуатов мәғариф, юғары мәктәп һәм фән учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюздарының өлкә комитеты секретары, Өфө ҡалаһының Ленин районы партия комитетында пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, БАССР-ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙар идаралығында баш мөхәррир булып эшләй. “Кешене урын түгел, ә кеше урынды биҙәй” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр халыҡта. Һәр ерҙә Рәфҡәт Фәтҡулла улы үҙен итәғәтле, башлаған эшен еренә еткереп башҡарыусы хеҙмәткәр, талантлы ойоштороусы итеп таныта. Әммә күңеле һәр саҡ тәүге һөнәре — уҡытыу эшенә тартыла. Шуға ла 1986 йылда баш ҡаланың 1-се педагогия училищеһына етәкселек итергә тәҡдим булыу менән ризалығын бирә.
— Уҡытыу һәм тәрбиә эшен юғары кимәлдә ойоштороу өсөн иң тәүҙә тейешле шарттар булдырырға кәрәклеге көн кеүек асыҡ ине, — ти Рәфҡәт Фәтҡулла улы. — Бинаның ҡыҫынҡы булыуы сәбәпле, эшемде училищеға төкәтмә төҙөүҙән башланым.
Төҙөлөш материалы, аҡса һорап ҡайһы ғына ишекте асманы, көндө төнгә ялғап, нисек кенә йүгермәне ул шул йылдарҙа. Һөҙөмтәлә яңы бинала иркен, яҡты ун уҡыу кабинеты урынлаша, әммә был да урынға ихтыяжды кәметмәй. Шунлыҡтан 1994 йылда тағы ла ике ҡатлы төкәтмә файҙаланыуға тапшырыла, 15 музыка кабинеты йыһазландырыла. Студенттар, бер-береһенә ҡамасауламайынса, айырым кабинеттарҙа шөғөлләнә башлай. Бынан тыш, информатика һәм иҫәп-хисап кабинеттарына өр-яңы компьютер ҡуйыла, китапхана, уҡыу залы, оҫтаханалар барлыҡҡа килә.
Шул осорҙа Хөкүмәттең хәстәрлеге, тынғыһыҙ директорҙың тырышлығы менән уҡыу йорто өс ҡатлы өр-яңы бинаға эйә була. Унда тамаша һәм спорт залдары, ашхана, яңы кабинеттар асыла. Уҡыу процесы ғәмәли эш менән тығыҙ бәйле алып барыла башлай. Студенттарға балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе генә түгел, сит тел уҡытыусыһы, социаль педагог һөнәрҙәрен дә үҙләштереү мөмкинлеге асыла. Ғалимдар, яҙыусылар менән хеҙмәттәшлек итеүгә етди иғтибар бирелә. Башҡортостан һәм күрше өлкәләрҙең мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына кадрҙар әҙерләүсе уҡыу йортонда башҡорт телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, Башҡортостан тарихын төплө өйрәнәләр. Рәфҡәт Фәтҡулла улы һәм уның хеҙмәттәштәре сәскән изгелек орлоҡтарының киләсәк быуындың күңелендә шытып сығырына иманыбыҙ камил.
Башҡортостандың мәғариф отличнигы, атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәфҡәт Ишҡыуатов әле лә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, 1-се педагогия колледжы студенттары янына ашҡынып килә. Берәү булһа, “донъям түңәрәк!” тип, тормош дилбегәһен бушата биреп, үҙ яйына йәшәү яғын ҡарар ине. Әммә йөрәктәге дәрт-дарманды үткән йылдар ғына һүрелтә алмай шул.
Әхмәҙин ӘФТӘХ.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад